Эстәлеккә күсергә

Мухачёв Аркадий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мухачёв Аркадий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 август 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Ҡыҫынды, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 декабрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (48 йәш)
Вафат булған урыны Ҡыҫынды, Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Ҡыҫынды
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Мухачёв Аркадий Васильевич (14 август 1910 йыл — 21 декабрь 1958 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.

Аркадий Васильевич Мухачёв 1910 йылдың 14 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Ҡыҫынды ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыған. Урыҫ. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Һуғышҡа тиклем 7 класты тамамлай һәм колхозда эшләй. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында — 1941 йылдан. Фронтта — 1942 йылдың июленән.

172-се гвардия уҡсылар полкы взводы командиры ярҙамсыһы (57-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8--се гвардия армияһы) гвардия старшинаһы Мухачёв А. В. 1944 йылдың 10-13 майында, Овидиополь (Украина) ҡалаһынан төньяҡтараҡ дошманға ҡаршы һөжүм ваҡытында, дошмандың күп һанлы контрһөжүмен ҡаҡлыҡтырғанда, автоматтан атып 26 гитлеровсыны ҡырып һала. 1944 йылдың 22 майында 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Тәьминәт взводы командиры гвардия старшинаһы Мухачёв А. В. 1944 йылдың 1 авгусында Магнушев ҡалаһы янында, дошман уты аҫтында штрумлау группаһын, ҡорал һәм аҙыҡ-түлекте Висла йылғаһының һул яҡ ярына сығырыуға өлгәшә. 1944 йылдың 26 сентябрендә 2-се дәрәжә Дан орлены менән бүләкләнә.

Уҡсылар батальоны старшинаһы гвардия старшинаһы Мухачёв А. В. 1945 йылдың 3 февралендә Гёритц (Германия) тораҡ пункты янында ҡаты яраланған уҡсылар взводы командирын алмаштыра һәм шәхси өлгөһө менән яугирҙәрҙе һөжүмгә күтәрә. Яралы булыуына ҡарамаҫтан, яу яланын ташлап китмәй, пулемёттан 10-дан ашыу дошман һалдатын юҡ итә. 1945 йылдың 24 мартында 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1946 йылда Аркадий Васильевич Мухачёв демобилизациялана һәм тыуған ауылына ҡайта. Ҡыҫынды ауыл Советы рәйесе булып эшләй. 1958 йылдың 21 декабрендә вафат була.

  • I дәрәжә Дан ордены (№ 1745)[2].
  • II дәрәжә Дан ордены (№ 5443)[3].
  • III дәрәжә Дан ордены (№ 44791)[4].
  • «Батырлыҡ өсөн»[5] миҙалы
  • «1947-45 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн»[6] миҙалы
  • СССР миҙалдары.
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Архангел районы
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 24 марта 1945 г.
  3. Приказ Военного совета 8 гвардейской армии № 364/н от 26 сентября 1944 г.
  4. Приказ командира 57 гвардейской стрелковой дивизии № 056/н от 20 мая 1944 г.
  5. Приказ командира 172 гвардейского стрелкового полка № 028/н от 26 ноября 1943 г.
  6. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9 мая 1945 г.