Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы
Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы | |
Тип | |
---|---|
Тип | |
Государство |
|
История | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | |
Бөтөрөлгән ваҡыты | |
Алдан килеүсе | |
Дауамсы |
Рәсәй республикаһының Ваҡытлы советы (кәңәшмә органы булараҡ) |
Структураһы | |
Һуңғы һайлауҙар |
Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы — Рәсәй империяһының Закондар тикшереү, һуңғараҡ — Рәсәй империяһының Закондар сығарыу учреждениеһы, ил парламентының түбәнге палатаһы. Дәүләт думаһының дүрт саҡырылышы була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905 йылдың 6 авгусындағы манифесҡа ярашлы император Николай II Дәүләт думаһын «закондар әҙерләгән һәм алдан фекер алышыу ойошторған һәм дәүләттең килемдәр һәм сығымдар исемлеген ҡараған махсус закондар тикшереүсе орган» булараҡ булдыра[1].
Беренсе саҡырылыш 1906 йылдың ғинуарынан да һуңыраҡ үтмәҫкә тейеш була. Думаға һайлауҙар тураһындағы Положение 1905 йылдың июлендә Петергофта эске эштәр министры Булыгин етәкселегендәге комиссия тарафынан (Николай II рәйеслегендә) тикшерелә[2] һәм Манифестҡа ҡул ҡуйылған көндө, 1905 йылдың 6 авгусында, раҫлана[3], әммә Положение йәмғиәттә көслө ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. (Тауыш биреү хоҡуғына ҡайһы бер категориялар ғына эйә була: эре күсемһеҙ милек хужалары, эре промысла һәм фатир һалымдар түләүселәр, һәм айырым шарттарға ярашлы — крәҫтиәндәр)[4]
Протест митингылары һәм забастовкалар яйлап Бөтә Рәсәй октябрь сәйәси стачкаһына әүерелә, һәм «Булыгин Думаһы» тип нарыҡланған һайлауҙар үткәрелмәй ҡала.
1905 йылдың 17 октябрендәге Манифест Дәүләт думаһының закон сығарыу компетенцияһының яңы нигеҙе булып тора[5], уның 3 пункты «бер ниндәй ҙә закон, Дәүләт думаһының хуплауынан тыш, ҡабул ителә алмауын» билдәләй. Әлеге норма 1906 йылдың 23 апрелендәге редакцияһында Рәсәй империяһының Төп закондарының 86 статьяһында нығытыла: «бер ниндәй ҙә закон, Дәүләт Советының һәм Дәүләт думаһының хуплауынан тыш, сыға һәм Государь императорҙың раҫлауынан тыш ҡабул ителә алмай».1905 йылдың 6 авгусында Манифестҡа ярашлы Дума кәңәшмә органынан закондар сығарыусы орган булараҡ билдәләнә башлай.
1906 йылдың 20 февралендәге Манифест өҫтәмә рәүештә юғары хакимиәт органдарының закондар сығарыу ысулдарын билдәләй; ғәмәлдә ул Рәсәй империяһының Дәүләт советын парламенттың юғары палатаһына оҡшатып үҙгәртә.
1906 йылдың апрелендә Дәүләт думаһының китапханаһы булдырыла, ул 1918 йылға тиклем, Свранком декретына ярашлы Дәүләт думаһы канцелярияһы һәм бөтә стркутуралары, шул иҫәптән, китапхана ла, бөтөрөлгәнгә тиклем, эшләй[6].
Дәүләт думаһының беренсе ултырышы 1906 йылдың 27 апрелендә (10 майында)[7] Санкт-Петербургта Таврия һарайында уҙғарыла.
Партия | I Дума | II Дума | III Дума | IV Дума |
---|---|---|---|---|
РСДРП | (10) | 65 | 19 | 14 |
Эсерҙар | - | 37 | - | - |
Халыҡ социалистары | - | 16 | - | - |
Трудовиктар | 107 (97)[8] | 104 | 13 | 10 |
Прогрессив партияһы | 60 | - | 28 | 48 |
Кадеттар | 161 | 98 | 54 | 59 |
Автономистар | 70 | 76 | 26 | 21 |
Октябристар | 13 | 54 | 154 | 98 |
Милләтселәр | - | - | 97 | 120 |
Уңдар | - | - | 50 | 65 |
Партияһыҙҙар | 100 | 50 | - | 7 |
Барыһы | 511 | 500 | 441 | 442 |
Дума тарҡалған ваҡытта фракциялаы һаны | 6 | 10 | 11-12 | 11-16 |
I саҡырылыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы законға ярашлы, 1905 йылдың 11 декабрендә саҡырыла, әлеге закон буйынса һайлаусыларҙың 49 % крәҫтиәндәр булырға тейеш була. Беренсе Дәүләт думаһына һайлауҙар 1906 йылдың 26 мартынан 20 апрелгә тиклем үтте.
Дума депутаттарының һайлауҙары туранан-тура үтмәй, һайлау дүрт курия буйынса үтте — ер хужалары, ҡала, крәҫтиән һәм эшсе. Тәүге ике курия өсөн һайлауҙар — ике баҫҡыслы, өсөнсөһө өсөн — өс баҫҡыслы, дүртенсеһе өсөн дүрт баҫҡыслы була. РСДРП, милли социал-демократик партиялар, социалист-революционеҙар партияһы, Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы Думаның беренсе саҡырылышы һайлауҙарына бойкот иғлан иттеләр.
I саҡырылыш Дәүләт думаһының 448 депутаты иҫәбенән — 153 кадет, автономия яҡлылар (Поляк, украин, эстон, латыш, литва һәм башҡа этник төркөмдәре ағзалары) — 63, октябристар — 13, трудовиктар — 97, партияһыҙҙар — 105 һәм башҡалар — 7.
Дәүләт думаһының беренсе ултырышы үтте 1906 йылдың 27 апрелендә (10 майында) Санкт-Петербургта, Таврия һарайында, үтте(Николай II Ҡышҡы һарайҙан күҙәтеүе аҫтында). Саҡырылыш рәйесе итеп кадет С. А. Муромцев һайланды. Рәйес иптәштәре — кенәз П. Д. Долгоруков һәм Н. А. Гредескул (икеһе лә кадеттар). Секретарь итеп— кенәз Д. И. Шаховской (кадет).
Беренсе дума 72 көн дауамында эшләне. Аграр мәсьәләһе буйынса ике проект ҡаралды: кадеттарҙан (42 ҡултамға) һәм Думаның хеҙмәт төркөмө (трудовиктар) депутаттынан (104 ҡултамға). Крәҫтиәндәрҙе ер менән тәьмин итеү өсөн дәүләт ер фондын булдырырға тәҡдим иттеләр. Кадеттар фондҡа ҡаҙна, удел, монастырҙар, алпауыт ерҙәренең бер өлөшөн индерергә теләнеләр. Өлгөлө алпауыт хужалыҡтарын һаҡлап ҡалыу һәм уларҙың ҡуртымға (арендаға) бирелгән ерҙәрен баҙар хаҡына тартып алыуҙы яҡлап, сығыш яһанылар. Трудовиктар крәҫтиәндәрҙе тәьмин итеү өсөн уларға ҡаҙна, удел, монастырҙар һәм шәхси биләмә ерҙәр иҫәбенә хеҙмәт нормаһын бүлеп биреүҙе, тигеҙ ер файҙаланыу тәртибен индереүҙе, сәйәси амнистия иғлан итеүҙе, Дәүләт советын юҡҡа сығарыуҙы, Думаның закондар сығарыу хоҡуҡтарын киңәйтеүен талап иттеләр.
13 майҙа ерҙе мәжбүри рәүештә тартып алыуҙы тыйған хөкүмәт декларацияһы иғлан ителә. Шулай уҡ сәйәси амнистия һәм Думаның прерогативтарын киңәйтеү мәсьәләләре лә ыңғай хәл ителмәй. Дума хөкүмәткә ышанысһыҙлыҡ белдерә. 6 июндә тағы ла киҫкенерәк эсер проекты барлыҡҡа килә «33-тәр проекты». Проектта шәхси милектәге ерҙе кисекмәҫтән һәм тулыһынса бөтөрөү ҡарала һәм уны бөтә байлыҡтары менән Рәсәйҙең бар халҡының дөйөм милке тип иғлан ителә.
1906 йылдың 8 июлендә батша хөкүмәте, Думаны, халыҡты тынысландырыу урынына фетнә ҡуптара тигән сәбәп менән, тарҡата.
Депутаттар Думаны бөтөрөү тураһындағы манифесты Таврия һарайы ишегендә 9 июлдең иртәһендә күреп ҡала. Бынан һуң депутаттарҙың бер өлөшө Выборгта йыйыла һәм 9-10 июлдә 200 депутат Выборг өндәмәһенә ҡул ҡуялар.
I Дәүләт думаһына һайлауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һайлауҙар алдынан эске эштәр министрлығы земство етәкселәренә күрһәтмәләр ебәрә, уларға ярашлы земство етәкселәре социал-демократ, социал-революционер, конституцион демократтар һәм башҡа партиялар артынан күҙәтергә тейеш була. Бынан тыш, крәҫтиәндәр менән шәхси һөйләшеүҙәр алып барырға, уларға һайлауҙарҙа ҡатнашыу — бурыс икәнен, әммә шул уҡ ваҡытта халыҡты төп дәүләт ҡоролошон үҙгәртеүгә өндәгән программаларға һаҡ ҡарарға кәрәклеген аңлатырға. Һайлауҙар барышында земство етәкселәре ышаныслы кешеләр аша крәҫтиәндәрҙе ер мәсьәләләрендә ташҡа яҙмаған өмөттәр менән яңылыштармауын күҙәтеп торорға тейештәр һәм ундай ораторҙарҙы һайлау йыйылыштарынан сығарып ебәрергә. Һайлауҙар үткәрелгән бүлмәләрҙә ышанысһыҙ кандидаттарҙың исемлеген элеп ҡуйырға, һайлау йыйылыштарын шәхси хужалыҡта булған ерҙәрҙе бүлешеү тураһында һүҙ алып барған агитаторҙарҙы ҡулға алыу өсөн хәрби көстө ҡулланырға һәм һалар, ундай йыйылыштарҙа законһыҙ тип иғлан итергә. шул уҡ ваҡытта земство етәкселәре әлеге күрһәтмәне халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырмай башҡарырға тейеш була[9]
Ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған күп кенә земство мәктәптәре уҡытыусылары, фельшерҙар, крәҫтиәндәр ҡулға алына. Күп кенә ауылдарҙа мәктәптәр буш тора, был хәл крәҫтиәндәрҙең ризаһыҙлығын тыуҙыра. Түбәнге Новгородта һайлау кампанияһы шул тиклем һүүлпән бара, хатта полиция етди рәүештә забастовканан ҡурҡа башлай. Полтава губернаһының Гатчина өйәҙендә земство етәкселәреауылдарға сығып, 1905 йылдың 17 октябрендәге Манифестың йөкмәткеһе буйынса аңлатыу эшен алып баралар, тәртипкә саҡыралар. Курскиҙа полиция белемле крәҫтиәндәре артынан бик ныҡ күҙәтә. Полиция өйәҙҙәрҙә ҡаланан алып киленгән гәзиттәрҙе һәм листовкаларҙы тартып ала. 5-6 кешелек йыйылыштарҙы ҡыуып тараталар. Алдан күрһәтелгән кандидаттар бөтә урындарҙа тиерлек эҙәрлекләнә. Вятка губернаһының Слобода өйәҙендә Дурново циркуляры ғәмәлдә була: ауыл писары ауылдар буйлап йөрөп, уң йүнәлешле партиялар яҡлы агитация үткәрә.
Чернигов губернаһында крәҫтиәндәрҙең вәкилдәренә эҙәрлекләү ойошторола. Бөтә ерҙә тентеүҙәр үткәрелә, күпләп кеше ҡулға алына. Айырыуса күп ҡулға алыуҙар Нежин өйәҙендә күҙәтелә, унда хатта төрмә артығы менән тулы була, 50 кеше урынына 120 кеше иҫәпләнә. Хөкүмәт өсөн ышанысһыҙ йәки шикле күренгән һәр кем репрессияға дусар була. Гәзиттәр властар һәм ҡара груһсылар фирҡәләренең һайлаусыларҙы ирекһеҙләүе тураһында ялыуҙар менән тула. Һайлау алды йыйылыштары рөхсәт ителмәй йәки ҡыуып таратыла. Айырыуса халыҡ азатлығы партияһы эҙәрлекләнә, шул уҡ ваҡытта уң партиялар айырыуса ҡурсалау менән файҙалана, уларға йыйылыштар, митингтар, әңгәмәләшеүҙәр үткәреү, өндәмәләр таратыу тыйылмай.
Тамбов, Ярославль, Одесса һәм башҡа ҡалаларҙан да конституцион-демократик партияһы ағзаларың йыйылыштары рөхсәт ителмәүе, уның программаларын һәм афишаларын таратыу тыйылыу тураһында мәғлүмәттәр була. Төрмәләр кадет программаһын ҡабул иткән крәҫтиәндәр менән тула. Тверҙә 24 февралгә тиклем чиновниктарға кисекмәҫтән кадет партияһынан сығырға йәки отставкаға китергә тәҡдим ителә. Тамбовта ла конституцион-демократик партияһы тыйыла. Владимир губернаһында һайлау кампанияһы бик һүлпән бара. Административ репрессиялар халыҡты тамам йонсота. Земство етәкселәре улус старшиналарын саҡыртып, һайлау сходтары ойоштороу буйынса аңлатыу эштәрен алып бара. Тимер юлы оҫтаханаларында урындағы етәкселәр тарафынан һайлау хоҡуғы булған кешеләрҙең исемлеге төҙөлә. Өйәҙ күҙәтеүселәренә сиркәү-мәхәллә мәктәптәре уҡытыусылары өсөн һайлауҙарҙы ойоштороу буйынса күрһәтмәләр ебәрелә.
Хөкүмәт баҫымы арҡаһында күп кенә губерналарҙа крәҫтиәндәрһәм ваҡ ер хужалары һайлаҙарҙа ҡатнашыуҙан тарталар. Мәҫәлән, съездарҙа яҙылған ваҡ ер хужаларҙың дөйөм һаны 249 258 кеше тәшкил итә, шулар иҫәбенән һайлауҙарға 38 309 кеше килә (15,4 %). Иң юғары процент Һамар губернаһында (Һамар өйәҙендә) күҙәтелә — 50,2 %. Һайлауҙарға килеүселәрҙең 30 % ашыу — Подольск (45 %), Пенза (43,0 %), Воронеж (41,2 %), Псков (39,2 %), Бессараб (34,8 %), Пермь (32,4 %), Могилёв (31,4 %) губерналарында; иң түбән процент — Вологда губернаһында, йәғни 0,7 % (27 917 яҙып алынғандарҙан 208 кеше егнә ҡатнаша). 10%-тан кәм Өфө губернаһында (3,2 %), Рязань (3,7 %), Орел (4,8 %), Вилена (5,9 %), Харьков (6,8 %), Кострома (7,1 %), Курск (8,3 %), Калуга (9 %), Тула (9,2 %), Таврия (9,2 %), Екатеринослав (9,5 %) губерналарында күҙәтелә. Мәскәү губернаһында һайлаусыларҙың 10,7 % килә. Тамбов губернаһының Козлов ҡалаһында 14 мартта выборщиктар һайлау буйынса эре ер хужаларының съезы үткәрелә. 350 һайлаусынан 85 кеше кил, шул иҫәптән 30 священник, 15 крәҫтиән һәм 40 алпауыт. Полиция һайлауҙарҙа бик әүҙем ҡатнаша. Выборщиктарға ныҡ баҫым яһала, уларға ҡулға алыныу менән янайҙар, көсләр реакцион кандидаттар өсөн тауыш бирҙертәләр. Владимир губернаһының Ставра өйәҙендә старшина урна эргәһендә тороп, ҡайҙа шарҙы һалырға кәрәклеген күрһәтеп тора. Крәҫтиәндәр һайлауҙарға телмәйенсә генә баралар. Старостаға ауылдар буйлап йөрөп, выборщиктарҙы алып килергә тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, сходтар уҙғарыла һәм һөҙөмтәләре бик насар булмай. Петербургта халыҡ азатлағы партияһы еңеп сыға. Элекке, барыһын ла ялҡытҡан режимды яҡлаған уң партиялар бөтә урындарҙа тиерлек еңелеүгә дусар була. Һайлаусылар күпләп үҙ тауыштарын конституцион демократтарға бирә. Уң партияларҙың тупаҫ агитацияһы кире һөҙөмтәләргә килтерә (айырыуса Санкт-Петербург, Одесса, Киев, Севастополь, Брянск, Харьков, Екатеринослав, Рига, Либава, Түбәнге Новгород ҡалаларында).
II саҡырылыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]II саҡырылыш Дәүләт думаһы 1907 йылдың 20 февраленән 3 июнгә тиклем эшләй (бер сессия).
Дөйөм алғанда, составы буйынса, беренсе саҡырылыш менән сағыштырғанда, күпкә һулыраҡ була, сөнки һайлауҙарҙа социал-демократтар һәм эсерҙәр ҡатнаша. 1905 йылдың декабрендәге һайлау законына ярашлы саҡырыла. 518 депутаттан социал-демократтар — 65, эсерҙар — 37, халыҡ социалистары — 16, трудовиктар — 104, кадеттар — 98 (беренсе дума менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәмерәк), уңдар һәм октябристар — 54, автономистар — 76, партияһыҙҙар — 50, казактар төркөмө 17 кеше тәшкил итә, демократик реформалары партияһынан — 1 кеше. Рәйес итеп кадет Ф. А. Головин һайлана. Рәйес иптәштәре — Н. Н. Познанский (һул партияһыҙ) һәм М. Е. Березин (трудовик). Секретары — М. В. Челнок (кадет). Кадеттар алпауыт ерҙәренең бер өлөшөн тартып алыу һәм уны крәҫтиәндәргә һатып алыуғатапшырыу яҡлы сығыш яһауын дауам итәләр. Крәҫтиән депутаттары ерҙе национализациялауҙы талап итәләр.
1907 йылдың 1 июнендә премьер-министр Столыпин 55 депутатты батша ғаиләһенә ҡаршы заговорҙа ғәйепләй. Николай II 3 июндәге указға ярашлы дума таратыла (Өсөнсө июнь түңкәрелеше).
1907 йылдың 2 мартында Дәүләт думаһында түшәмдең емерелеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2 мартта Дәүләт думаһының ултырышында министрҙар советы рәйесе декларация уҡырға тейеш була. Таңғы 5 сәғәт 40 минутта ултырыш үткәрелә торған залда түшәм емерелә. Башта шартлатыу тигән версия булһа, һуңынан бер йыл элек үткәрелгән ремонт ваҡытында ебәрелгән хаталар арҡаһында түшәмдең емерелеүе асыҡлана. Ғәҙәттән тыш хәлде тикшереү буйынса комиссияға архитекторҙар Л. Н. Бенуа, А. И. фон Гоген һәм башҡалар индерелә. Кискә табан катастрофаның сәбәбе асыҡлана — бер йыл алда үткәрелгән ремонттың сифатһыҙ булыуы. Өҫтәүенә, алдағы көн, Думаға Столыпин килеүен күҙ уңында тотоп, һаҡ агенттары һәм яңғынды һүндереүселәр сарлаҡты тикшерәләр. Ун бишләп кеше сарлаҡ буйлап йөрөп, емерелеүҙе тиҙләтәләр. Депутаттар фажиғәнән ҡотолоу айҡанлы рәхмәт ғибәҙәте ҡыла.
Ултырыш Екатерина залы һәм вестибюль араһында урынлашҡан түңәрәк залға күсерелә.
III саҡырылыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер үк ваҡытта 1907 йылдың 3 июнендәге II саҡырылышты бөтөрөү тураһындағы указына ярашлы Думаға һайлауҙар буйынса яңы положение баҫтырыла[10], йәғни яңы һайлау законы. Әлеге яңы законға ярашлы яңы дума саҡырыла. Һайлауҙар 1907 йылдың көҙөндә үтә. III саҡырылыш Дәүләт думаһында 441 депутат иҫәпләнә: иң уң депутаттар — 50, уртаса-уң һәм милләтселәр — 97, октябристар һәм уларға ҡушылғандар — 154, «прогрессистар» — 28, кадеттар — 54, трудовиктар — 13, социал-демократтар — 19, мосолман төркөмө — 8, литва-белорус төркөмө — 7, Поляк колоһы — 11. Әлеге дума алдағылар менән сағыштарғанда күпкә уңыраҡ була.
3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһының рәйестәре: Н. А. Хомяков (октябрист) — 1907 йылдың 1 ноябренән 1910 йылдың 4 мартына тиклем, А. И. Гучков (октябрист) 1910 йылдың 29 октябренән 1911 йылдың 11 мартына тиклем, М. В. Родзянко (октябрист) 1911 йылдың 22 мартынан 1912 йлдың 9 июненә тиклем.
Рәйес иптәштәре — кенәз В. М. Волконский (уртаса уң ҡараштарҙа), барон А. Ф. Мейендорф (октябрист) 1907 йылдың 5 ноябренән 1909 йылдың 30 октябренә тиклем, С. И. Шидловский (октябрист) 1909 йылдың 30 октябренән 1910 йылдың 29 октябренә тиклем, М. Я. Капустин (октябрист) 1910 йылдың 29 октябренән 1912 йылдың 9 июненә тиклем. Секретары — Иван Созонович (уң партия).
барыһы 5 сессия уҙғарыла: с 1907 йылдың 1 ноябренән 1908 йылдың 28 июненә тиклем, с 1908 йылдың 15 октябренән 1909 йылдың 2 июненә тиклем, 1909 йылдың 10 октябренән 1910 йылдың 17 июненә тиклем, 1910 йылдың 15 октябренән 1911 йылдың 13 майына тиклем, 1911 йылдың 15 октябренән 1912 йылдың 9 июненә тиклем. Өсөнсө Дума, һайлауҙар законына ярашлы, тейешле биш йыллыҡ срогын үтәй — 1907 йылдың ноябренән алып 1912 йылдың июненә тиклем.
Октябристар — эре ер хужалары һәм сәнәғәтселәр партияһы — Думаның эше менән идара итә. Әйтергә кәрәк, төрлө фракциялар менән төрлө мәсьәләләр буйынса блоктарға инеү — уларҙың төп ысулы була. Иң уң партияһы менән блокка ингән саҡта улар уң-октябристар күпселеген тәшкил итә, прогресистар һәм кадеттар менән берләшкән саҡта — кадет-октябристар блогына әүереләләр. Әммә бындай блоктарға инеү Думаның эшмәкәрлеген үҙгәртмәй тиерлек.
Думала ҡаты бәхәстәр төрлө сәбәптәр буынса барлыҡҡа килә: армияны реформалау, крәҫтиән мәсьәләһе, «милли окраиналарға» ҡараш мәсьәләһе буйынса һәм шулай уҡ депутат корпусын төрлө яҡҡа тартҡан шәхси амбициялар. Әммә ошондау сетерекле шарттарҙа ла оппозицияла булған депутаттар үҙҙәренең фекерен әйтергә һәм бөтә рәсәй алдында самодержавие ҡоролошон тәнңкитләргә форсат таба. һәм шуға күрә депутаттар һорау ебәреү (запрос) ысулын киң ҡуллана. Ниндәй ҙә булһа ғәҙәттән тыш ваҡиғаға улар интерпелляция (хөкүмәткә талап ебәрәләр, яуапты министрҙарҙың береһе бирергә тейеш була.
Думала төрлө закон проекттарын ҡарау буйынса ҙур тәжрибә туплана. Барыһы Думала яҡынса 30 комиссия эшләй. Ҙур комиссиялар, мәҫәләнЮ, бюджет коммиссияһы, бер нисә тәиҫтә кешенән тора. Комиссия ағзаларын Думаның дөйөм йыйылышында фракцияларҙа алдан килешелгән кандидатуралар буйынса үткәрелә. Комиссияларҙа һәр фракцияның тиерлек вәкилдәре була.
Министрлыҡтарҙан ебәрелгән закон проекттары, иң тәүге нәүбәттә, Дума кәңәшмәһендә тикшереләләр. Кәңәшмә составында уның рәйесе, рәйес иптәштәре, секретарь һәм уның иптәше була. Кәңәшмә һығымтаһы менән закон проекты комиссияларҙың береһенә тәғәйенләнә, артабан закон проекты Дума тарафынан раҫлана.
Һәр проектты Дума өс уҡыуҙа ҡарай. башта дөйөм фекерләшеү үткәрелә, прениелар тамамланыуға рәйес статьялар буйынса ҡарауҙы иғлан итә.
IV саҡырылыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IV Думаға әҙерлек 1910 йылда уҡ башлана: Хөкүмәт үҙенә файҙалы депутаттар корпусын булдырыу өсөн күп көс сарыф итә, шулай уҡ руханиҙарҙы һайлауҙарға йәлеп итә. Шул уҡ ваҡытта илдәге эске сәйәсәттең киҫкенләшеүен булдырмау өсөн көстәрҙе туплай, һулдарҙы мөмкин тиклем һайлауҙарҙан ситләштереүҙе үҙ алдына бурыс итеп ҡуя. Һөҙөмтәлә хөкүмәт изоляцияла ҡала, сөнки октябристар ныҡлап кадеттар менән бергә легаль оппозицияға күсә.
Закондар сығарыу буйынса эшмәкәрлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Самодержавие Рәсәйе тарихындағы һуңғы Дәүләт думаһында биш сессия үткәрелә: икәүһе һуғышҡа тиклемге осорға тура килһә, өсәүһе Беренсе донъя һуғышы осорона тура килә. Беренсе сессия проходила 1912 йылдың 15 ноябренән 1913 йылдың 25 июненә тиклем, икенсе — 1913 йылдың 15 октябренән 1914 йылдың 14 июненә тиклем, ғәҙәттән тыш сессия — 1914 йылдың 26 июлендә. Өсөнсө сессия 1915 йылдың 27 — 29 ғинуарында үтә, дүртенсе — 1915 йылдың 19 июленән 1916 йылдың 20 июненә тиклем, бишенсе — 1916 йылдың 1 ноябренән 1917 йылдың 25 февраленә тиклем.
Руханиҙар һаны артыуҙы иҫәпкә алмағанда, составы буйынса Өсөнсө саҡырылыштан айырмаһы һиҙелерлек булмай.
Дәүләт думаһының 442 депутаты араһында националистар һәм уртаса уңдар — 120, октябристар — 98, уңдар — 65, кадеттар — 59, прогрессистар — 48, өс милли төркөм (поляк-литва-белорус төркөмө, Поляк колоһы, мосолман төркөмө) 21 депутат тәшкил итә, социал-демократтар — 14 (большевиктар — 6, меньшевиктар — 7, фракцияның тулы хоҡуҡлы булмаған бер депутаты меньшевиктарға ҡушыла), трудовиктар — 10, партияһыҙҙар — 7. Думаның рәйесе итеп октябрист М. В. Родзянко һайлана. Рәйес иптәштәре: кенәз Д. Д. Урусов (прогрессист) 1912 йылдың 20 ноябренән 1913 йылдың 31 майына тиклем, кенәз В. М. Волконский (партияһыҙ, уртаса уң) 1912 йылдың 1 декабренән 1913 йылдың 15 ноябренә тиклем, Н. Н. Львов (прогрессист) 1913 йылдың 1 июненән 15 ноябргә тиклем, А. И. Коновалов (прогрессист) 1913 йылдың 15 ноябренән 1914 йылдың 13 майына тиклем, С. Т. Варун-Секрет (октябрист) 1913 йылдың 26 ноябренән 1916 йылдың 3 ноябренә тиклем, А. Д. Протопопов (һул октябрист) 1914 йылдың 20 майынан 1916 йылдың 16 сентябренә тиклем, Н. В. Некрасов (кадет) 1916 йылдың 5 ноябренән 1917 йылдың 2 мартына тиклем, граф В. А. Бобринский (милләтсе) 1916 йылдың 5 ноябренән 1917 йылдың 25 февраленә тиклем. IV Думаның секретары итеп октябрист И. И. Дмитрюков билдәләнә.
1915 йылдан Думала төп урынды Прогрессив блогы биләй. Дүртенсе Дума Беренсе донъя һуғышына тиклем һәм уның барышында йыш ҡына хөкүмәткә ҡарата оппозицияла була..
IV Дәүләт думаһы һәм Февраль революцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың 25 февралендә император Николай II думаның эшмәкәрлеген ағымдағы йылдың апреленә тиклем туҡтатыу тураһында указға ҡул ҡуя; Дума буйһонорға теләмәй һәм шәхси кәңәшмәләрҙә йыйылыша.
Николай Икенсегә ҡаршы торған оппозиция үҙәктәренең береһе булараҡ, Дума Февраль революцияһы барышында төп ролде уйнай: уның ағзалары 27 февралдә Дәүләт думаһының Ваҡытлы комитетын булдыра, һуңғараҡ был комитет, Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәтен ойоштороп, үҙ өҫтөнә юғары хакимлыҡ функцияларын ала.
Дәүләт думаһының Ваҡытлы комитеты даими рәүештә ултырыштарын үткәреүгә ҡарамаҫтан, монархия ҡолатылғандан һуң, Дума бер тапҡыр ҙа тулы составында йыйылмай.
1917 йылдың 6 (19) октябрендә, Ойоштороу йыйылышын әҙерләү сәбәбе менән, Ваҡытлы хөкүмәт Дәүләт думаһын тарҡата, ә 1917 йылдың 18 (31) декабрендә Халыҡ Комиссарҙары Советы үҙенең декреты менән Ваҡытлы комитетты ла юҡҡа сығара[11]. Хәҙерге ваҡытта Дәүләт думаһы тип Рәсәй федерацияһы Федераль йыйылышының түбәнге палатаһы исемләнә.
Һайлауҙар ҡануниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Манифест от 6 августа 1905 года
- Положение о выборах в Государственную думу от 6 августа 1905 года
- Учреждение Государственной Думы
- Манифест от 17 октября 1905 года
- Об изменении положения о выборах в Государственную думу от 11 декабря 1905 года
- Положение о выборах в Государственную думу от 3 июня 1907 года
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список членов Государственной думы Российской империи
- Политические партии Российской империи
- Государственный совет Российской империи
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Высочайший манифест от 6 августа 1905 г.
- ↑ Петергофские совещания 1905 г. 2019 йыл 6 март архивланған. //Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия . Под ред. Е. М. Жукова. 1973—1982
- ↑ Высочайше утвержденное положение о выборах в Государственную думу.//Полное собрание законов Российской Империи. Собрание Третье. Том XXV. Отделение 1. 1905 г. С. 645. С.- Петербург, Государственная типография, 1908 г.
- ↑ Государственная Дума // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Манифест 17 октября 1905 г. 2007 йыл 12 октябрь архивланған.
- ↑ Парламентская библиотека Российской Федерации 2012 йыл 6 март архивланған.
- ↑ 1906 год. 10 мая (27 апреля ст.ст.) была созвана Первая Государственная дума Российской империи. Руниверс. Проверено 27 апреля 2017.
- ↑ 10 человек выделилось из фракции и организовала свою фракцию социал-демократов (Аврех А. Я. П. А. Столыпин и судьбы реформ в России. М., 1991. с. 16)
- ↑ Моисей Кроль. Какъ прошли выборы въ Государственную Думу. Типолитография Р. С. Вольпина, СПБ. 1906
- ↑ Из «Положений о выборах в Государственную Думу от 3 июня 1907 года» (Именной высочайший указ правительствующему сенату от 3 июня 1907 г.)
- ↑ [1] 2019 йыл 5 ғинуар архивланған.
==
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Водовозов В. В. Дума государственная // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Таганцев Н. С. Пережитое. Учреждение Государственной Думы в 1905—1906 гг.. — Пг.: 18-я гос. тип-я, 1919. — 224 с.
- Аврех А. Я., Грунт А. Я. Государственная дума // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Кирьянов И. К., Лукьянов М. Н. Парламент самодержавной России: Государственная Дума и её депутаты (1906—1917). Пермь: Изд-во ПГУ, 1995. — 168 с.
- Государственная Дума в России (1906—1917): Обзор / РАН, ИНИОН; Ред. Твердохлеб А. А., Шевырин В. М. — М.: Наука, 1995. — 92 с.
- Дёмин В. А. Государственная Дума России (1906—1917): механизм функционирования. М.: РОССПЭН, 1996.
- Смирнов А. Ф. Государственная Дума Российской империи (1906—1917): историко-правовой очерк. М.: Книга и бизнес, 1998.
- Соловьёв К. А. Думская монархия: общественный диалог на фоне реформы // Родина. 2006. № 11.
- Государственная Дума Российской империи 1906—1917: Энциклопедия / РОССПЭН; Ред. Иванов Б. Ю., Комзолова А. А., Ряховская И. С. — М.: РОССПЭН, 2008. — 735 с.
- Кирьянов И. К. Российские парламентарии начала XX в.: новые политики в новом политическом пространстве / Диссертация на соискание степ. д.и.н. На правах рукописи. — Пермь, 2009. — 537 с.(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Учреждение Государственной Думы от 20 февраля 1906 года 2018 йыл 11 октябрь архивланған.
- Государственная дума Российской империи в энциклопедии «Кругосвет»
- Манифест об учреждении Государственной думы
- Известные депутаты
- Из «Положений о выборах в Государственную Думу от 3 июня 1907 года» (Именной высочайший указ Правительствующему сенату)
- Вторая Государственная Дума. 20 февраля — 2 июня. Стенограммы заседаний 2012 йыл 24 ғинуар архивланған.
- Государственная дума Российской империи 1906—1917 гг.
- О чем писали «северяне» 100 лет назад
- История государства и права. Сборник очерков из истории государства и права Руси // Allpravo.ru — 2004 2016 йыл 22 март архивланған.
- Обвал в Государственной Думе 2 марта 1907 года (фото)(недоступная ссылка)
- В 1907 году в здании Госдумы рухнул потолок
- Когда рушится потолок
- Учреждение Государственной Думы 2017 йыл 13 сентябрь архивланған.. 20.02(05.03).1906. Проект Российского военно-исторического общества «100 главных документов российской истории».
- Первая государственная дума(видео) — Лекция Кирилла Соловьева, доктора исторических наук, ведущего научного сотрудника Института российской истории РАН. (также на радиостанции «Маяк» [2], [3])