Смородинцев Анатолий Александрович
Смородинцев Анатолий Александрович | |
рус. Анатолий Александрович Смородинцев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 6 (19) апрель 1901 |
Тыуған урыны | Асҡын, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 6 август 1986 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Богослов зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | вирусология, Бактериология һәм иммунология[d] |
Эш урыны |
Вирион (НПО)[d] НИИ акушерства, гинекологии и репродуктологии имени Д. О. Отта[d] Институт экспериментальной медицины[d] Научно-исследовательский институт гриппа имени А. А. Смородзинцева[d] |
Уҡыу йорто | Томск дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Академия медицинских наук СССР[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Смородинцев Анатолий Александрович (6 апрель 1901 йыл — 6 август 1986 йыл) — СССР бактериологы, вирусолог, иммунолог. СССР Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1966), медицина фәндәре докторы, профессор, СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының киҙеүҙе фәнни-тикшеренеү институтына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатолий Александрович Смородинцев 1901 йылдың 19 апрелендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы) Асҡын ауылында земство табибы ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә барыһы дүрт бала була. Атаһы уларҙа медицинаға һөйөү тәрбиәләй һәм бөтә балалары ла табип булып китә[2]. Башланғыс мәктәпте һәм реаль училищены тамамлағандан һуң, Томск университетының медицина факультетына уҡырға инә.
1923 йылда университетты тамамлағандан һуң Томск Бактериология институтында ассистент итеп ҡалдыралар[3]
1924 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына саҡырыла. Төркөстан фронтында табип булып хеҙмәт итә, басмач бандалары менән һуғышта ҡатнаша.
1926 йылда, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәтен тултырғас, Ленинградта Эксперименталь медицина институтында стажировка үтә, бер үк ваҡытта Акушерлыҡ һәм гинекология үҙәк институтының бактериологик лабораторияһы мөдире була.
1933—1937 йылдарҙа — Л. Пастер исемендәге Ленинград бактериология һәм эпидемиология институтының бактериология бүлеге мөдире
1938—1945 йылдарҙа — Мәскәүҙә Бөтә Союз эксперименталь медицина институтының вирус бүлеге мөдире.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында — Томск институты менән эвакуацияла, Томск ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге баш эпидемиологы (1941—1942).
1946—1967 йылдарҙа — Ленинград эксперименталь медицина институтында вирусология бүлеге мөдире.
1967—1972 йылдарҙа — Бөтә союз гриппты ғилми-тикшеренеү институты директоры.
1972 йылдан — ошо институттың гриппты һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарҙы иҫкәртеү үҙгәлекле бүлеге мөдире
1975 йылдан — СССР Медицина фәндәре академияһының эксперименталь медицина институтында вирусология бүлеге мөдире.
1986 йылдың 6 авгусында Ленинградта вафат була. Богословский зыяратында ерләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]600-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән вирусҡа ҡаршы иммунитетҡа, талпан энцефалитына, геморрагик нефрозонефритҡа, полиомиелитҡа, ҡыҙылсаға, эпидемик паротитҡа, гриппҡа, вируслы инфекцияларҙы үҙенсәлекле профилактикалау ысулына арналған 12 монография авторы һәм авторҙашы.
Полиомиелитҡа ҡаршы вакцина эшләй һәм индерә (М. П. Чумаков менән берлектә) . Гриппкә, талпан энцефалитына, ҡыҙылсаға, эпидемик паротитҡа ҡаршы вакцина эшләй.
А. А. Смородинцевтың туранан-тура етәкселеге аҫтында Л. Пастер исемендәге Ленинград институтында, Л. М. Бойчук, Е. С. Шикина һәм Л. Ю. Тарос ҡатнашлығында, 1960 йылда зыянһыҙ аттенуированный штамм «Ленинград-16» селекциялана һәм ҡыҙылсаға ҡаршы вакцинаны етештереү технологияһы эшләнә, ул 1967 йылдан СССР-ҙың бөтә территорияһында киң ҡулланыла башлай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1941),
- Ленин премияһы лауреаты (1963).
- Ике Ленин ордены[4], Халыҡтар Дуҫлығы ордены[5],
- «Почёт Билдәһе» ордены,
- миҙалдар.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Этиология, эпидемиология и профилактика осенней формы энцефалита в Приморье. — М.—Л., 1941 (с соавторами).
- Этиология и клиника геморрагического нефрозонефрита. — М., 1944.
- Нейровирусные инфекции. — М., 1954 (автор ряда статей и редакция).
- Вопросы патогенеза и иммунологии вирусных инфекций. — Л., 1955 (автор ряда статей и редакция).
- Грипп (совместно с А. А. Коровиным). — Л., 1961.
- Вирусные геморрагические лихорадки (совместно с Л. И. Казбинцевым и В. Г. Чудаковым). — Л., 1963.
- Основы противовирусного иммунитета. — Л., 1975 (с соавторами).
- Факторы неспецифической резистенции при вирусных инфекциях. — Л., 1980.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чумаков М. П. Анатолий Александрович Смородинцев (К 80-летию со дня рождения) // Журн. микр., эпид. и иммун.. — 1981. — № 7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смородинцев Анатолий Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2021)
- Дуэль с вирусом. Спасти человечество 2020 йыл 11 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Смородинцев Анатолий Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ О Смородинцеве А. А. на странице города Уфа
- ↑ Большая Медицинская Энциклопедия / Главный редактор Б. В. Петровский. — издание третье. — 1984.
- ↑ В большинстве источников приводится устаревший перечень наград. В апреле 1986 года в газетах был опубликован Указ Президиума Верховного Совета СССР. За большие заслуги в развитии медицинской науки, народного здравоохранения, подготовке научных кадров и в связи с 85-летием со дня рождения действительный член Академии медицинских наук СССР Анатолий Александрович Смородинцев награждался вторым орденом Ленина (http://beta.bashvest.ru/showinf.php?id=9518(недоступная ссылка)).
- ↑ Этот орден приводится в перечне наград в биографической статье о Смородинцеве А. А. (БМЭ, М., издание третье, 1984, т. 23. С. 461)
- 19 апрелдә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- Бөрө өйәҙендә тыуғандар
- 6 августа вафат булғандар
- 1986 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Томск дәүләт университетын тамамлаусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 6 апрелдә тыуғандар
- Асҡын районында тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар