Солтанбаев Шәрифйән Дәүләтбай улы
Солтанбаев Шәрифйән Дәүләтбай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡорт АССР-ы Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 12 июнь 1924 |
Вафат булған көнө | 6 ғинуар 2001 (76 йәш) |
Һуғыш/алыш | Сталинград һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Солтанбаев Шәрифйән Дәүләтбай улы (12 июнь 1924 йыл — 2001 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә «Дан» ордены, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙал кавалеры
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1924 йылдың 12 июлендә Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. 1933 йылда атаһын тимерсе итеп Кейекбайға ебәргәс, Солтанбаевтар ғаиләһе күсенеп китә. 1936 йылда Кейекбай башланғыс мәктәбен тамамлай. 1938 йылда комсомол сафына инә. 1939 йылда Әтек ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай һәм Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 8 класына уҡырға инә. Ярты йыл уҡығас, колхозға хисапсы итеп ҡуялар.
1942 йылдың 17 авгусында Бөйөк Ватан һуғышына китә алына. Сталинград, Воронеж, Дон һәм 2-се Украина фронттарында һуғыша. Хәрби званиеһы — сержант. Төньяҡ Донец, Днепр, Көньяҡ Буг, Днестр, Мурешеп һәм Сергет йылғаларын кискәндә ҡатнаша. Карпат, Трансильвания тауҙарында, Курск дуғаһында Яссы-Киженев группировкаларында барған һуғыштарҙа ҡатнаша[1].
1947 йылдың 30 апрелендә демобилизациялана. 1947—1950 йылдарҙа Мәндәғолда, Әтектә уҡытыусы булып эшләй. 1951—1961 йылдарҙа РК КППСС-та бүлек мөдире булып эшләй.
1984 йылдан пенсияға сыҡҡансы Таң гәзите редакцияла хәбәрсе, пионерҙар йортонда директор, радиотапшырыуҙар бүлегендә, урман хужалығында, дәүләт страховкалау инспекцияһында эшләй.
Шәрифйән Дәүләтбай улы 2001 йылда үлеп ҡала. Иҫке Собханғол ауылында ерләнгән.
Ғаилә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны Ғәфүрә менән 8 малай тәрбиәләп үҫтерәләр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжә «Дан» ордены
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
- «Будапештты алған өсөн» миҙалы
- Хеҙмәт ветераны[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ СУЛТАНБАЕВ ШАРИФЬЯН ДАВЛЕТБАЕВИЧ 2023 йыл 26 август архивланған.
- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 04.02.1985 «О награждении медалью „Ветеран труда“ трудящихся Бурзянского района» 2023 йыл 26 август архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- 12 июндә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- 6 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2001 йылда вафат булғандар
- Дан ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөрйән районында тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Шәхестәр:Бөрйән районы