Стәрлетамаҡ өйәҙе
Стәрлетамаҡ өйәҙе
|
Стәрлетамаҡ өйәҙе — 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1782—1922 йй. Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһы составында ойошторола.
Административ уҙәге — Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының үҙәк өлөшө инә. 1796 йылда алып — Ырымбур губернаһы, 1865 йылдаң — Өфө губернаһы составында. 1919 йылда 5 улус Табын кантоны, 20 улус — Юрматы кантоны, 1920 йылда 16 улус һәм Стәрлетамаҡ — АСБР, 5 улус Өфө губернаһы составына инә. Өйәҙ 1921 йылда бөтөрөлә, территорияһы Стәрлетамаҡ кантонына бирелә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1796 йылдаң алып Ырымбур губернаһы, 1865 йылда — Өфө губернаһы составында. XVIII быуат аҙағында төньяҡта — Өфө өйәҙе, көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Бәләбәй өйәҙе менән сиктәш була. Административ үҙәге — Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Майҙаны — 21 271 км² (1897).
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуат аҙағында — 58277 кеше (шул иҫәптән башҡорттар —25 262), 1897 йылда — 327 382 (башҡорттар — 115 796, латыштар — 1955, мишәрҙәр — 12 295, мордвалар — 15 963, татарҙар — 20 193, типтәрҙәр — 3 800, украиндар — 1 585, урыҫтар — 130 883 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 294 720 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 29 191, дворяндар — 1498 һәм башҡа; мосолмандар — 152586, православие динендәгеләр — 172 796 (шул иҫәптән 7488 старообрядсы), протестанттар — 1679 һәм башҡа. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙҙә 8‑се башҡорт һәм 3‑сө мишәр кантоны ойошторола. 1865 йылда өйәҙ — 4, 1896 йылда 5 станға бүленә. 1873 йылда — 33 (Аҙнай, Архангел, Арыҫлан, Бишҡайын, Богоявленск, Бошман-Ҡыпсаҡ, Васильевка, Верхотор, Воскресенск, Гәрә-Ҡыпсаҡ, Дурас, Дыуан-Табын, Дәүләтҡол, Ергән, Илсек-Тимер, Ишбарс, Кесе Табын, Кәлсер-Табын, Ҡалҡаш, Ҡарағош, Ҡармыш, Ҡуғанаҡ, Левашев, Маҡар, Меркет, Мәләүез, Өршәк-Мең, Петровск, Сытырман, Татьяновка, Үрге Уҫылы, Фёдоровка, Шмит), 1917 йылда 35 улус була. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 1069 торама пункт иҫәпләнә. Халыҡтың төп өлөшө игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1904 йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең дисәтинәләрҙә) 276,9 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 77,4, бойҙай — 53,4, һоло — 48,9, тары — 48,2, борай — 18,1, ҡарабойҙай — 17,4, борсаҡ — 5,8, картуф — 4,1; һыйыр малы — 32 522, йылҡы — 29 000, һарыҡ — 47 081, кәзә — 5 211, сусҡа — 4 187 баш. XX быуатта башында Архангел суйыниретеү заводы, Богоявленск заводы, Верхотор заводы, Воскресенка заводы, 3 шарапҡыуыу заводы, 1 һыра ҡайнатыу, 120 кирбес һуғыу, 20 тире иләү заводы һәм башҡа предприятиелар эшләй. Стәрлетамаҡта, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Түбәнге Ҡарамалы аа. ҙур йәрминкәләр үткәрелгән. 212 мәсет, 23 сиркәү һәм 9 часовня (1877); 273 уҡыу йорто (1912) иҫәпләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стәрлетамаҡ өйәҙе(недоступная ссылка)