Эстәлеккә күсергә

Сәлмән Рөшд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәлмән Рөшд
урду سلمان رشدی
Тыуған көнө

19 июнь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1][2][3][…] (77 йәш)

Ил

 Бөйөк Британия[4]
 Америка Ҡушма Штаттары
 Һиндостан

Тормош иптәше

Marianne Wiggins[d][5], Падма Лакшми[d], Elizabeth West[d], Clarissa Luard[d] һәм Rachel Eliza Griffiths[d][6]

 Сәлмән Рөшд Викимилектә

Сэр Әхмәт Сәлмән Рөшд (ингл. Ahmed Salman Rushdie, урду أحمد سلمان رشدی, һинд अहमद सलमान रुश्‍दी; 19 июнь 1947 йыл — 12 август 2012 йыл) — һинд сығышлы британ яҙыусыһы[7]. 1981 йылғы Букер премияһы лауреаты — «Төн уртаһы балалары» романы өсөн. Тәнҡитселәр яҙыусыны магик реалистар араһына индерә.

Уның дүртенсе «Иблис шиғырҙары» исемле романы (1988) бер нисә ил мосолмандары яғынан ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм ҙур ғауғаға сәбәпсе була. Уға хәүеф янай башлай, бигерәк тә Ирандың юғары етәксеһе Хөмәйни аятолла 1989 йылдың 14 февралендә уға ҡарата фәтүә әйткәндән һуң. Британия хөкүмәте Сәлмән Рөшдиҙы үҙ ҡанаты аҫтына ала.

1983 йылда Рөшд Бөйөк Британияның Король юғары әҙәби ойошмаһы ағзаһы итеп һайлана. 1999 йылдың ғинуарында француз Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены командоры итеп тәғәйенләнә. 2007 йылдың июнендә Королева Елизавета II әҙәбиәттәге ҡаҙаныштары өсөн уны рыцарлыҡҡа ҡабул итә. 2008 йылда «Таймс» 1945 йылдан 50 бөйөк британ яҙыусылар исемлегенә индерә, әлеге исемлектә Рөшд 13-сө урын биләй.

2000 йылдан Рөшд Америка Ҡушма Штаттарында йәшәй. 2015 йылда Нью-Йорк университетының Артур Л. Картер исемендәге Журналистика институты уны күренекле яҙыусы тип атай[8]. Элегерәк ул Эмори университетында уҡыта. Америка сәнғәт һәм әҙәбиәт академияһына һайлана. 2012 йылда, «Иблис шиғырҙары» тураһындағы бәхәстән һуң, «Джозеф Антон: мемуарҙар» исемле хикәйәһен баҫтыра, был хикәйәлә ул үҙенең тормошо тураһында бәйән итә. 2022 йылдың 12 авгусында Нью-Йорк штатында лекция уҡыу алдынан Рөшдигә һөжүм ителә, һөҙөмтәлә ул ҡаты яралана.

Әхмәт Сәлмән Рөшд 1947 йылдың 19 июнендә[9] Бомбей ҡалаһында мосолман ғаиләһендә тыуа, сығышы менән Кашмирҙан[10][11]. Рөшд тыуғандан һуң Һиндостан бойондороҡһоҙлоҡ ала һәм штаттарға һәм территорияларға бүленә. Уның олатаһы урду телендә ижад иткән шағир[10]. Атаһы, Әнис Әхмәт Рөшд, һөнәре буйынса юрист, Кембрижда белем алған, һуңғараҡ бизнесмен булып китә. Әсәһе, Негин Бхатт, уҡытыусы булып эшләй. Һиндостан дәүләт хеҙмәтенән Әнис Рөшд тыуыу тураһында таныҡлыҡта йәшен кәметкән өсөн эштән бушатыла[12]. Рөшдиҙың өс апа-һеңлеләре бар[13]. 2012 йылғы мемуарҙарында ул атаһы Ибн Рөшд (шулай уҡ Аверро́э) хөрмәтенә Рөшд исемен алыуы тураһында яҙа.

14 йәшендә Англияға уҡырға китә, шунда уҡ һуңғараҡ Кембридж университетының Король колледжында тарихты өйрәнә[9]. Театрҙа эшләй, һуңынан журналист була. 1964 йылда британ гражданлығын ала.

Рөшд Ogilvy & Mather реклама агентлығында копирайтер булып эшләй, унда ул «Аero» шоколад плиткаһы һәм «Naughty but Nice» крем торттары өсөн «irresistibubble» уйлап таба. Шулай Уҡ Ayer Barker агентлығында эшләй, унда эшләгән осорҙа American Express өсөн «That 'll do nicely» слоганын яҙа. Музыкант Ронни Бонд менән хеҙмәттәшлектә Рөшд хәҙерге ваҡытта ғәмәлдә булмаған Бернли Төҙөлөш йәмғиәте өсөн рекламаға һүҙҙәр яҙа, ул Лондондағы Good Earth Studios студияһында яҙыла. Йыр «Иң яҡшы хыялдар» тип атала, уны Джордж Чендлер башҡара[14]. Рөшд Ogilvy & Matherҙа эшләгән ваҡытта «Төн уртаһы балалары» романын яҙа. Ул ваҡытта әле яҙыусы булараҡ билдәле булмай[15].

2001 йылда ул «Бриджит Джонс көндәлеге» кинофильмында үҙен-үҙе уйнай[16].

2004 йылдан 2006 йылға тиклем АҠШтың Халыҡ-ара ПЕН үҙәге президенты була. 2004 йылда дүртенсе тапҡыр һинд-американ актрисаһы Падма Лакшмиға өйләнә, улар 2007 йылда айырылыша.

2007 йылдың 16 июнендә Бөйөк Британия королеваһының тыуған көнө уңайынан Сәлмән Рөшд рыцарь дәрәжәһенә лайыҡ була, был мосолман донъяһында ҙур протест тыуҙыра.

2008 йылдың 10 июлендә Лондонда, интернетта уҡыусыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, Салман Рөшд 40 йыл тарихы дауамында Букер премияһы лауреаттары араһында иң яҡшыһы тип таныла. Уның балаларына (Рөшд үҙе тантанаға килә алмай) Букер махсус премияһы һәм 50 мең фунт тапшырыла.

Рөшд һүҙҙәренә U2 «The Ground Beneath Her Feet» («Ер уның аяҡтары аҫтында») төркөмөнөң йыры яҙылған[17]. Рөшд видеоклипта ла күренә.

2016 йылда АҠШ гражданлығын ала.

2019 йылда Рөшд «Йыл гуманисы» премияһы менән бүләкләнә.

Үлтерергә маташыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2022 йылдың 12 авгусында Шатокуа ҡалаһында лекция башланыр алдынан бер кеше сәхнәгә һикереп менә һәм Рөшдигә һөжүм итә, уның ҡорһағына һәм муйынына 10-15 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Һөжүм итеүсе тотола, Рөшд ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатыла[18][19][20][21].

Сәлмән Рөшдиҙең ярым ғилми фантастика жанрында яҙылған «Гримус» тигән дебюты киң билдәлелек яуламай, әммә киләһе романы — «Төн уртаһы балалары» — Рөшдигә дан килтерә һәм уның иң яҡшы романы тип һанала. 1993 йылда был китап «Букерҙарҙың букеры» призына лайыҡ була, ә 2008 йылда (премияның 40 йыллығы айҡанлы) иң яҡшы әҫәр тип таныла[22]. Һораулама уҡыусылар араһында үткәрелә.

«Төн уртаһы балалары» китабында Британия Һиндостаны бойондороҡһоҙлоҡ алған саҡта, төн уртаһында тыуған бала тормошо тураһында бәйән итә. Һиндостан субконтинентының дауыллы быуат башында тыуған балаға һәм ошо осорҙа тыуған башҡа балаларға айырым вәкәләттәр бирелә. Сәлим Синайҙың характерын Рөшд характерына оҡшаталар[23]. Шуға ҡарамаҫтан, автор бының менән риза булмай һәм былай тип белдерә: «Кешеләр, характерҙағы ҡайһы бер нәмәләр үҙ тәжрибәңдән алынғанға күрә, ул һин үҙең, тип уйлай. Был йәһәттән мин бер ҡасан да үҙемде автобиографик персонажым тип тойманым»[24]. 2012 йылда «Төн уртаһы балалары» романы һинд сығышлы Канада кинорежиссеры Дипа Мехта тарафынан экранлаштырыла.

Әлеге уңышынан һуң Рөшд ошо уҡ магик реализм стилендә Пакистан тураһында «Оят» романын (1983) яҙа. Унда ул Пакистандағы сәйәси сыуалыштарҙы һүрәтләй, үҙенең геройҙарын Зөлфикәрә Али Бхутто һәм генерал Мөхәммәт Зыя-үл-Хаҡҡа нигеҙләй. Рөшд француз Сәнғәт һәм әҙәбиәт орденына лайыҡ була.

Сәлмән Рөщд — Букер премияһының икенсе лауреаты: «Оят» романы иң яҡшы сит ил китабы өсөн премияһына лайыҡ була.

Рөшд 1987 йылда Никарагуа тураһында «Ягуар йылмайыуы» тигән фәнни-популяр китап яҙа. Был китап сәйәси йүнәлештә яҙыла, авторҙың шәхси тәжрибәһенә һәм сандинистарҙың сәйәси экспериментары урынындағы тикшеренеүҙәргә нигеҙләнә.

«Иблис шиғырҙары», мосолмандар протесы һәм үлем хөкөмө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның «Иблис шиғырҙары» (1988) исемле романы мосолмандар яғынан бик ҙур ярһыу тыуҙыра, сөнки персонаждарҙың береһе Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе һүрәтләй. Иранда Хөмәйни аятолла Рөшдиҙе үҙенең фәтүәһендә халыҡ алдында ҡәһәрләй һәм уны, шулай уҡ китапты баҫтырыуҙа ҡатнашы булған кешеләрҙе, үлем язаһына хөкөм итә һәм бөтә донъя мосолмандарын хөкөм ҡарарын үтәргә саҡыра. Бөйөк Британия менән Иран араһында дипломатик мөнәсәбәттәр өҙөлә. 15-Khordad Foundation тигән Иран фонды Рөшдиҙе үлтергән өсөн $2 млн вәғәҙә итә, һуңыраҡ $2,5 млн тиклем арттырыла. Фонд етәксеһе Санэй аятолла 1997 йылда «Йомхури Ислами» гәзитенә биргән интервьюһында, награда мотлаҡ мосолманға бәйле түгел: уны Рөшдиҙы үлтергән һәр кем аласаҡ тип белдерә[25].

Фарсы теленә тәржемә ителгән Иблис шиғырҙары.

Яҙыусы күп йылдар дауамында йәшеренеп йәшәй, халыҡ араһында бик һирәк күренә. Хөмәйни вариҫы Али Хәменей аятолла яҙыусының тәүбәгә килеүен кире ҡаға һәм, Рөшдигә ҡарата үлем хөкөмө, «хатта ул үкенһә лә, үҙ заманының иң изге кешеһенә әүерелһә лә», үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ тип белдерә[26]. 1998 йылда, Мөхәммәт Хатами президентлыҡ иткән осорҙа, Иран хөкүмәте, «Иблис шиғырҙары» авторының «ғүмеренә янаған бер ниндәй ҙә сара күрергә йыйынмай», тип ышандыра[27]. Өс йылдан һуң Хатами үҙе Сәлмән Рөшдиҙың «эше ябыҡ тип иҫәпләнергә тейеш» тип белдерә[28]. Әммә 2003 йылда «Революцион гвардия» ойошмаһы Рөшдиҙың үлем хөкөмө үҙ көсөндә ҡала тип иғлан итә[27]. Унан да бигерәк, Бынан тыш, 2005 йылда Хаменей аятолла Рөшдиҙы үлтереү «Аллаһу Тәғәлә хуп күргән эш» булыр ине, тип белдерә[29]. 2012 йылдың сентябрендә 15-Khordad Foundation Рөшдиҙы үлтергән өсөн награданы 3,3 миллион доллар тиклем арттыра[29].

2016 йылдың 21 февралендә Иран киң мәғлүмәт саралары Сәлмән Рөшдиҙы үлтергән өсөн 600 000 АҠШ доллары күләмендә өҫтәмә билдәләй. Яҙыусыны үлтергән өсөн премияның артыуы Хөмәйни аятолланың фәтеүһенең йыллығына тап килә, ул 1989 йылда Рөшдиҙы «Иблис шиғырҙары» романы өсөн ҡәһәрләй[30].

Ғауғалы «Иблис шиғырҙары» романынан һуң Рөшд әкиәттәр яҙа башлай, үҙенең иң яҡты әҫәрҙәренең береһен — ҙур булмаған «Гарун Һәм Диңгеҙ Тарихы» романын — яҙа.

Рөшдиҙың «Маврҙың хушлашыу һулышы» (1995) һәм «Ер уның аяҡтары аҫтында» (1999) романдары эмигранттар миҫалында үҙ-үҙен танытыу, шулай уҡ хәҙерге глобалләшеүсе заманда танылыу культы темаларын дауам итә.

2005 йылда баҫтырылған «Клоун Шалимар» романы Кашмирҙағы ҡатмарлы хәлдәрҙе һүрәтләй. Рөшд клоун-акробат Шалимарҙың ялланма үлтереүсегә әкренләп әүерелеүен күрһәтә. Дүрт төп герой — Шалимар, актриса Бунья, Америка илсеһе Макс Офалс һәм уның ҡыҙы Һиндостан/Кашмира — образдарында Рөшд мосолман, һинд һәм көнбайыш мәҙәниәттәренең бәрелешеүен күрһәтә.

2010 йылда Рөщдиҙың «Лука һәм тормош уты» тигән икенсе әкиәте донъя күрә, был әкиәттең сюжеты уның тәүге «Гарун һәм Тарих Диңгеҙе» әкиәте менән бәйле.

  • «Гримус» (ингл. Grimus, 1975)
  • «Төн уртаһы балалары» (ингл. Midnight’s Children, 1981)
  • «Оят» (ингл. Shame, 1983)
  • «Иблис шиғырҙары» (ингл. The Satanic Verses, 1988)
  • «Маврҙың хушлашыу һулышы» (ингл. The Moor's Last Sigh, 1995)
  • «Ер уның аяҡтары аҫтында» (ингл. The Ground Beneath Her Feet, 1999)
  • «Ярһыу» (ингл. Fury, 2001)
  • «Клоун Шалимар» (ингл. Shalimar the Clown, 2005)
  • «Флоренция тылсымсыһы» (ингл. The Enchantress of Florence, 2008)
  • «Ике йыл, һигеҙ ай һәм егерме һигеҙ төн» (ингл. Two Years Eight Months and Twenty-Eight Nights, 2015)
  • «Алтын йорт» (ингл. The Golden House, 2017)[31]
  • «Кишотт» (вар. «Кихот») (ингл. Quichotte, 2019)

Балалар өсөн китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Гарун һәм Тарих Диңгеҙе» (ингл. Haroun and the Sea of Stories, 1990)
  • «Лука Һәм Тормош Уты» (ингл. Luka and the Fire of Life, 2010)

Хикәйәләр йыйынтығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Көнсығыш-Көнбайыш» (ингл. East, West, 1994)

Эссе йыйынтыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Ягуар йылмайыуы» (ингл. The Jaguar Smile: A Nicaraguan Journey, 1987)
  • «Ялған Ватан» (ингл. Imaginary Homelands, 1992)
  • «Һыҙыҡ аша аҙым» (ингл. Step Across This Line: Collected Nonfiction 1992–2002, 2002)

Автобиографиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Джозеф Антон» (ингл. Joseph Anton: A Memoir, 2012)
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118873520 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Sir Salman Rushdie // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. Salman Rushdie // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. https://www.oxfordreference.com/view/10.1093/oi/authority.20110803100433765
  5. Who's who (билдәһеҙ)(untranslated), 1849. — ISSN 0083-937X
  6. https://www.newyorker.com/magazine/2023/02/13/salman-rushdie-recovery-victory-city
  7. "That the world that you knew, and that in a way made you— that world vanishes. I don't think I'm alone in that," says Salman Rushdie (2 август 2019). Дата обращения: 4 ғинуар 2020. Архивировано 5 август 2019 года.
  8. Archived copy. Дата обращения: 4 апрель 2017. Архивировано 5 апрель 2017 года. 2017 йыл 5 апрель архивланған.
  9. 9,0 9,1 Salman Rushdie – Literature. literature.britishcouncil.org. Дата обращения: 24 декабрь 2018. Архивировано 29 август 2019 года.
  10. 10,0 10,1 Atlantic Companion To Literature In English. — Atlantic Publishers & Dist, 2007. — С. 453. — ISBN 978-81-269-0832-5.
  11. Robin Banerji. Sir Salman Rushdie: Pakistan on the road to tyranny  (рус.), BBC (18 сентябрь 2012). 21 февраль 2013 тикшерелгән.
  12. Revealed after 76 yrs: Rushdie's dad's secret humiliation in London (15 декабрь 2014). 13 сентябрь 2018 тикшерелгән.
  13. YouTube сайтында Salman Rushdie Discusses Creativity and Digital Scholarship with Erika Farr
  14. Glaister, By Dan After the Satanic Verses, the romantic lyrics (22 ғинуар 1999). Дата обращения: 24 декабрь 2018. Архивировано 24 декабрь 2018 года.
  15. «The birth pangs of Midnight’s Children 2022 йыл 6 июль архивланған.», 1 April 2006
  16. Salman Rushdie. Filmography. — IMDb. Дата обращения: 18 декабрь 2011. Архивировано 20 ноябрь 2011 года.
  17. U2: главное — Аудиогид — Современная музыка — OpenSpace.ru. Дата обращения: 20 август 2012. [no Архивировано] 21 июнь 2013 года.
  18. Chappell, Peter. Salman Rushdie stabbed on stage in New York  (инг.), The Times (12 August 2022).
  19. Author Salman Rushdie attacked on lecture stage in New York (ингл.). AP News (12 август 2022). Дата обращения: 12 август 2022.
  20. Author Salman Rushdie attacked on stage in New York (en-GB), BBC News (12 August 2022).
  21. Goodman, Joshua. Author Salman Rushdie attacked on lecture stage in New York (12 August 2022). 12 август 2022 тикшерелгән.
  22. Readers across the world agree that Salman Rushdie's Midnight's Children is the Best of the Booker. Man Booker Prizes (2008). Дата обращения: 10 июль 2008. Архивировано 11 октябрь 2008 года.
  23. Nina Martyris, TNN. The Times of India 20 July 2008
  24. Meer, Ameena Interview: Salman Rushdie (билдәһеҙ) // Bomb (инг.)баш.. — 1989. — Т. 27. — № Spring. Архивировано из первоисточника 2 апрель 2015.
  25. ИЯ Ъ-МОЦКОБИЛИ. Рушди  (рус.), Газета "Коммерсантъ", №73 (1476) (24 апрель 1998). 21 февраль 2013 тикшерелгән.
  26. 1990: Iranian leader upholds Rushdie fatwa  (рус.), BBC. 21 февраль 2013 тикшерелгән.
  27. 27,0 27,1 Салман Рушди возглавил международный ПЕН-центр  (рус.), Лента.Ру (9 март 2004). 21 февраль 2013 тикшерелгән.
  28. Президент Ирана: дело Салмана Рушди "должно считаться закрытым"  (рус.), NEWSru.com (5 июнь 2001).(недоступная ссылка)
  29. 29,0 29,1 В Иране увеличили награду за голову Салмана Рушди  (рус.), Московский Комсомолец (17 сентябрь 2012). 21 февраль 2013 тикшерелгән.
  30. Salman Rushdie: Iranian state media renew fatwa on Satanic Verses author with $600,000 bounty. independent.co.uk (21 февраль 2016). Дата обращения: 30 сентябрь 2017. Архивировано 29 сентябрь 2017 года.
  31. «The Golden House» Архивная копия на Wayback Machine by Salman Rushdie, Random House

Ҡалып:Букер премияһы