Сәләх Кулибай
Сәләх Кулибай | |
Исеме: |
Кулибаев Сәләхетдин Ғәбит (Ғибәҙәт) улы |
---|---|
Псевдонимдары: |
Сәкү |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Нурәли ауылы[1] |
Вафат булған көнө: |
15 октябрь 1976 (66 йәш) |
Вафат булған урыны: |
Башҡорт АССР-ы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Шағир һәм прозаик, драматург һәм тәржемәсе |
Ижад йылдары: |
1930—1976 |
Йүнәлеше: |
шиғриәт, проза, драматургия |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
башҡорт |
Дебют: |
«Эш тауында» йыйынтығы (1930) |
Наградалары: | |
Сәләх Кулибай (2 июль 1910 йыл — 15 октябрь 1976 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1948 йылдан — КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәләхетдин Ғәбит (Ғибәҙәт) улы Кулибаев 1910 йылдың 2 июлендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Нурәли ауылында[2] ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем ҡалған Сәләх байтаҡ ғүмерен төрлө байҙарҙа батраклыҡта йөрөп үткәрә. 1921—1923 йылдарҙа Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924—1925 йылдарҙа Түбә руднигының фабзавучында уҡый, аҙаҡ приискыларҙа эшләй. 1929 йылда Баймаҡ заводының тау-техник мәктәбен тамамлап сыға. Баймаҡ баҡыр иретеү, Свердловск заводтарында практика үтә.
1930 йылда «Башҡортостан» газетаһында Сәләх Кулибайҙы промышленность бүлегенә әҙәби сотрудник итеп эшкә саҡыра. Был йылдарҙа ул «Октябрь» журналының яуаплы секретары, Башҡортостан Пролетариат яҙыусылары ассоциацияһының (БАПП) секретары, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы кеүек вазифаларҙы башҡара.
Сәләх Кулибай 1933 йылдың көҙөнән алып 1937 йылдың яҙына тиклем Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында һәм «Октябрь» журналы редакцияһында эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарынан алып фашистик Германияны еңгән көндәргә тиклем Сәләх Кулибай һуғышта була. Башта ул хәрби училищела уҡый, аҙаҡ Көнбайыш Украина, Карпат, Польша, Чехословакия ерҙәрендә ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша, ҡаты яраланып, байтаҡ ваҡыт госпиталдә ятып сыға. Һуғыш ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[3] һәм миҙалдар менән наградлана.
Кулибай 1945 йылдың көҙөнән алып 1950 йылға саҡлы Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, «Әҙәби Башҡортостан» журналы сотруднигы, СССР Яҙыусылар союзының Литфонд вәкиле булып эшләй. Шунан һуң ун йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы һәм шул бүлектең мөдире вазифаларын башҡара.
Сәләх Кулибайҙың әҙәбиәткә яҡынлашыуында драматург Мирхәйҙәр Фәйзи ҙур роль уйнай. Ул Түбә фабзавучында уҡыған сағында Түбә руднигындағы китапхана менән етәкселек иткән М. Фәйзи менән яҡындан таныша, ул ойошторған драма һәм әҙәбиәт түңәрәгендә актив ҡатнаша. Сәләх Кулибайҙың Мирхәйҙәр Фәйзи тәҡдиме менән «Сәсән» журналына ебәргән тәүге шиғыры 1927 йылда баҫылып сыға. Ул шунан эшсе-хәбәрсе сифатында «Башҡортостан», «Башҡортостан йәштәре» газеталарында, «Сәсән» журналында хәбәрҙәр һәм шиғырҙар менән сығыш яһай башлай.
Кулибайҙың «Эш тауында» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1930 йылда донъяға сыға. Төрлө жанрҙарҙа яҙа һәм 30-ҙан ашыу китабы баҫылып сыға. Көлкөлө хикәйә, мәҫәл, фельетондарҙан торған «Төрлө биҙәктәр» (1958), «Күңелле хикәйәләр» (1964) йыйынтыҡтары авторы. Быуындан-быуынға рухи күсәгилешлек проблемалары «Тау йыры» (1965) повесында сағылыш таба. Драма һәм комедиялары республика театрҙары сәхнәләрендә ҡуйыла. Башҡорт әҙәбиәтендә мемуар жанрын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. «Ватан улдары» китабында (1972) әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади портреттары бирелгән.
Сәләх Кулибай тәржемә эше менән дә шөғөлләнә. Башҡортсаға ул Пушкин һәм Лермонтов шиғырҙарын, Лермонтовтың «Беҙҙең заман геройы» романын, С. Щипачевтың «Павлик Морозов» исемле китабын тәржемә итте.
1948 йылдан КПСС ағзаһы.
1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
1976 йылда вафат була.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эш тауында: Шиғырҙар. — Өфө, 1930, 44 б.
- Суйындар һулышы: Шиғырҙар. — Мәскәү, 1931. — 183 б.
- С. Кулибай шиғырҙары. — Өфө, 1932. — 71 б.
- Цехларда: Шигырьләр. — Казан, 1932. — 84 б.
- Асыу: Поэма һәм шиғырҙар. — Өфө, 1933. — 87 б.
- Йәшлек: Шиғырҙар. — Өфө, 1933. — 22 б.
- Гөлдәр һәм һәйкәлдәр: Шиғырҙар. — Өфө, 1940. — 84 б.
- Яратам һине: Шиғырҙар. — Өфө, 1940. — 60 б.
- Бөйөк дуҫ тураһында: Шиғырҙар. — Өфө, 1942. — 40 б.
- Йондоҙ: Өс шаршаулыҡ сәхнә әҫәре. — Өфө, 1942. — 40 б.
- Дәүер әкиәте: Поэмалар һәм шиғырҙар. — Өфө, 1945. — 56 б.
- Дуҫтың өйөндә: Пьеса. — Өфө, 1947. — 40 б.
- Яуҙағы йыр: Шиғырҙар. — Өфө, 1947. — 70 б.
- Ҡоштар: Шиғырҙар. — Өфө, 1948. — 28 б.
- Шиғырҙар һәм поэмалар. — Өфө, 1950. — 142 б.
- Аҫыл таштар: Шиғырҙар һәм баснялар. — Өфө, 1951. — 70 б.
- С. Кулибай: Стихи. — Уфа, 1952. — 88 с.
- Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө, 1953. — 256 б.
- Осрашыу: Шиғырҙар һәм баснялар. — Өфө, 1954. — 68 б.
- Любовь и гнев: Стихи. — Уфа, 1955. — 84 с.
- Төрлө биҙәктәр: Шиғырҙар, баснялар, фельетондар, юмористик хикәйәләр. — Өфө, 1958. — 44 б.
- Хәтреләү: Ике повесть һәм хикәйәләр. — Өфө, 1959. — 167 б.
- Һайланма әҫәрҙәр. Бер томда. — Өфө, 1960. — 554 б.
- Ғүмер юлы: Шиғырҙар. — Өфө, 1963. — 78 б.
- Күңелле хикәйәләр. — Өфө, 1964. — 118 б.
- Тау йыры: Повесть. — Өфө, 1965. — 204 б.
- Яҙһылыу: Шиғырҙар. — Өфө, 1968. — 94 б.
- Родник: Повести. — Уфа, 1968. — 292 с.
- Ҡоштар: Шиғырҙар. — Өфө, 1969. — 14 б.
- Птицы: Стихи. — Уфа, 1969. — 16 с.
- Һайланма әҫәрҙәр: Т. I. Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө, 1970. — 236 б.
- Һайланма әҫәрҙәр: Т. II. Юмористик хикәйәләр, бер шаршаулы комедиялар. — Өфө, 1970, 528 б.
- Ватан улдары: Пограничник яҙмалары, иҫтәлектәр, әҙәби портреттар. — Өфө, 1972. — 190б.
- Память жизни: Стихи. — Уфа, 1972. — 63 с.
- Чудеса привычки: Рассказы и повесть. — Уфа, 1975. — 181 с.
- Үҙе бер ғүмер: Хикәйәләр һәм иҫтәлектәр. — Өфө, 1980. — 283 б.
Әҙәби тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәхитов, Ә. С. Кулибай ижады тураһында / Ә. Вәхитов // Офоҡтар киңәйгәндә. — Өфө, 1979. — Б. 246—247.
- Хөсәйенов, Ғ. Төрлө биҙәктәр / Ғ. Хөсәйенов // Шағирҙар. — Өфө, 1981. — Б. 49—53.
- Ғиләжев Х. Ул тауҙарға ғашиҡ / Х. Ғиләжев // Ҡәләмдәштәр. — Өфө,1984. — Б. 56—63.
- Сәләх Кулибай (1910—1976) / М. Ғәйнуллин, Ғ. Хөсәйенов // Совет Башҡортостаны яҙыусылары: Библиографик белешмә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — Б. 195—197.
- Сәләх Кулибай (1910—1976): Тормош юлы, ижады // Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Т.4. — Өфө. — 1993. — Б. 351—364.
- Ҡолмой Яҡуп. Әҙәби биҙәктәргә бай ижад / Ҡолмой Яҡуп // Хәтер хазинаһы. — Өфө, 1996. — Б. 99—109.
- Любовь поэта // Заман. Башкортостан. — 1997. — 20—26 января. — С. 4.
- Кулибай Сәләх / Баҫманың баш мөхәр. Р. З. Шәкүров // Башҡортостан ҡыҫҡаса энциклопедия. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. — Б. 351.
- Бикбаев, Р. Яҡтылығы ҡалды күңелдә / Р. Бикбаев // Шағир һүҙе — шағир намыҫы. — Өфө, 1997. — Б. 267—271.
- Певец жизни и труда // Заман. Башкортостан. — 1998. — № 5. — С. 7.
- Оло шағир, зирәк юморист // Ағиҙел. — 2000. — № 7. — Б. 164—166.
- Баһуманов А. Кулибай / А. Баһуманов // Һуғыш үтте, һағыш ҡалды. — Өфө: Китап, 2000. — Б. 291—294.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбәнге Таһир ауылы
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбәнге Таһир ауылы
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәләх Кулибай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://www.bashnl.ru/node/382(недоступная ссылка)
- http://baimaklib.ru/node/85 2016 йыл 5 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт шиғриәте антологияһы
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 46-47 с. ISBN 5-295-02294-3.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 2 июлдә тыуғандар
- 1910 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 15 октябрҙә вафат булғандар
- 1976 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡорт яҙыусылары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар