Толстиков Александр Генрихович
Толстиков Александр Генрихович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 16 август 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Алматы, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | химик |
Эшмәкәрлек төрө | Химия природных соединений[d] |
Эш урыны |
Институт катализа имени Г. К. Борескова СО РАН[d] Архив Российской академии наук[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Толстиков Александр Генрихович Викимилектә |
Толстиков Александр Генрихович (16 август 1957, Алматы) — Рәсәй рәссамы һәм ғалим-химигы, Рәсәй художество академияһының (Рәсем сәнғәте бүлеге) мөхбир ағзаһы (академигы), Рәсәй Фәндәр академияһының (Материалдар фәне тураһында химия бүлеге) ағза-корреспонденты. Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Генрихович Толстиков Рәсәй Фәндәре академияһының буласаҡ академигы Г. А.Толстиков (1933—2013) ғаиләһендә тыуған, һеңлеһе Татьяна (1960) — биохимик, Новосибирск дәүләт университеты профессоры[1][2].
1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлай.
1980 йылдан 1983 йылға тиклем А.Г. Толстиков Өфө сәнғәт институтында уҡый.
1986 йылда «Синтез лейкотриенов серий А,С,Е и их аналогов» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын, 1993 йылда «Синтез природных биорегуляторов ацетогенинового типа и их аналогов» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (рәсми оппоненттары А. Н. Касаткин, И.В.Торгов һәм В.Н.Чарушин).
1989 йылдан 1993 йылға тиклем — СССР Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә липидтар синтезы лабораторияһы мөдире.
1993 йылдан 2000 йылға тиклем — Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлегенең Г.К. Боресков исемендәге Катализ институтында (Новосибирск) биологик актив ҡатнашмаларҙың металл комплексы һәм биохимия каталитик синтезы бүлеге мөдире. 2000 йылдан - Катализ институтының баш ғилми хеҙмәткәре.
2000 йылда профессор дәрәжәһе бирелә, шул уҡ йылдың 26 майында Рәсәй Фәндәр академияһы Материалдар тураһында фән һәм химия бүлегенең ағза-корреспонденты.
2000 йылдан алып 2003 йылға тиклем РФА Урал бүлегенең (Пермь) техник химия институты директоры. 2001 йылдан алып 2004 йылға тиклем Пермь дәүләт университетының химия факультетында Тәбиғи ҡушылмалар химияһы кафедраһы мөдире.
2003 йылдан 2013 йылға тиклем — РФА Президиумының (Мәскәү) баш ғилми секретары урынбаҫары.
2005 йылдан ике урында РФА Өфө ғилми үҙәгенең Нефть химияһы һәм катализ институтының төп ғилми хеҙмәткәре (ике урында эшләүсе).
2013 йылдан ике урында РФА Арихивында эшләй. 2015 йылдан — РФА Архивының Музей-күргәҙмә эшмәкәрлеге үҙәгендә етәксе (Мәскәү), Архивтың директоры вазифаһын башҡарыусы (2018—2019).
2013 йылдан алып — Рәсәй художество академияһы академигы. 2014 йылдан 2016 йылға тиклем — Рәсәй художество академияһы президентының ғилми-ойоштороу эше буйынса урынбаҫары. 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Украинала һәм Ҡырымда сәйәсәтенә ярҙам йөҙөнән РФ мәҙәниәт эшмәкәренең коллектив мөрәжәғәтенә ҡул ҡуя[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Органик синтез, ассиметрик металл комплекслы катализ, медицина химияһы, шәкәр-гликалейҙар химияһы, тәбиғи һәм биологик актив берләшмәләр химияһы, гетероциклик берләшмәләрҙең химияһы өлкәһендәге белгес.
Медицина һәм ветеринария өсөн «Клатрапростин», «Эстуфалан», «Клатирам» кеүек простагландин беренсе ватан препараттарын булдырыуҙа әүҙем ҡатнашыусы.
Хирургия өсөн өр-яңы йөй елеме материалдарын сәнәғәтле алыу ысулдарында әүҙем ҡатнаша. Үҫемлектәрҙең юғары терпеноидтары нигеҙендә ассиметрик гидрирлауҙың яңы катализаторҙарын эшләй. Составында азот булған гетероциклик берләшмәләрҙең биологик активлыҡ менән асимметрик синтезлауҙың яңы ысулдарын эшләй.
Ватан һәм сит ил баҫмаларында 370-тән ашыу ғилми баҫма, 6 коллектив монография, фән һәм мәҙәниәт тарихы буйынса 15 фәнни-популяр электронһәм матбуғат баҫмалары авторы һәм авторҙашы.
«Вопросы истории естествознания и техники» журналы редколлегия ағзаһы»[4].
- * Толстиков А. Г., Толстиков Г. А. Обзор. Гликали в энантиоспецифическом синтезе. Успехи химии, 1993г., Т.62, Вып.6.С.621-643.
- Толстиков А. Г., Толстиков Г. А. Обзор. Природные алифатические непредельные кислоты, содержащие кислородные функции. Синтез и биологическая активность. Обзор. Успехи химии, 1996 г., Т.65, Вып.5. С.474-495.
- Толстиков А. Г., Хлебникова Т. Б., Толстикова О.В., Толстиков Г. А. Обзор. Природные соединения в синтезе хиральных фосфорорганических лигандов. Успехи химии. Т.72, Вып. 9. С.902-922. 2003 г.,
- KhlebnikovaT. B., Karpyshev N. N., Tolstikova O. V., Tolstikov A. G. «Synthesis of New Chiral Phosphorous – and Nitrogen - Containing Ligands From Resin Asids», Rew., Chirality, № 16, S.40-50, 2004
- Глушков В. А., Толстиков А. Г. Обзор, Хиральные 1,2,3-оксазаборолидины в асмметрическом синтезе: последние достижения, Успехи химии, Т.73, №6, С.632-661, 2004г.
- Толстиков А. Г., Толстикова Т. Г., Сорокина И. В., Толстиков Г. А., Флехтер О. Б. Обзор. Терпеноиды ряда лупана – биологическая активность и фармакологические перспективы. Биоорганическая химия. Т.32. №3. С.300-316. 2006г.
- Vorobeva A. I., Gorbunova M. N., Kuznetsov S. I., Muslukhov R. R., Kolesov S. V., Tolstikov A. G., Monakov Yu. B. Rew., Watersoluble Polymers Based On N,N,-Diallil-N’-Acetylhydrazine, In: Order and Disormerin Polimer Reactivity, Editors: G.E. Zaikov and B.A. Howell, pp.125-135, 2006, Nova Science Publishers. Inc.
- Толстиков А. Г., Толстиков Г. А. Обзор, Непредельные сахара в энантиоспецифическом синтезе природных низкомолекулярных биорегуляторов и их структурных аналогов, Биоорганическая химия, Т. 33, № 1,С.7-27, 2007 г.
- Шкляев Ю. В., Ельцов М. А., Рожкова Ю. С., Толстиков А. Г. «Новый подход к получению производных 3,3-диалкил-3,4-дигидроизохинолина» В кн.: Изохинолины: Химия и биологическая активность. Т.7.-Изд. Международный благотворительный фонд «Научное партнерство» - Москва, С. 340-356, 2008г.
- Толстиков А. Г., Глушков В. А. Обзор, «Синтез замещенных 1,2,3,4- тетрагидрохинолинов с использованием реакции Поварова. Новые возможности классической реакции», Успехи химии, Т. 77, № 2, С.138-158, 2008 г.
- Толстиков Г. А., Джемилев У. М., Толстиков А. Г. Монография, «Алюминийорганические соединения в органическом синтезе», «Гео», Новосибирск, 2009 г., 644 с.
- Толстикова Т. Г., Толстиков А. Г., Толстиков Г. А. Монография, «Лекарства из растительных веществ», «Гео», Новосибирск, 2010 г 206 с..
Һынлы сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми эшмәкәрлегенән тыш А.Г. Толстиков һынлы сәнғәт менән дә мауыға. Музейҙарға йыш йөрөй. Музейҙа Толстиковтың Башҡортостанда майлы рәсем сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Юрий Тимофеевич Игнатьев (1937—1999) менән дуҫлаша. Шуға күрә бөгөнгө көндә Александр Толстиков — РФА Архивы реставрация үҙәгенең етәксеһе лә булып тороу осраҡлы түгел[6].
Бөгөнгө көндә А.Г.Толстиков майлы һынлы сәнғәттең традицион техникаһында эшләй. 1986 йылдан — Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә күп һанлы күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
- Рәсәй Художество академияһы академигы (Һынлы сәнғәт бүлеге, 2013)
- Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы (2008)
- Рәсәйҙең Профессиональ рәссамдар ижади союзы ағзаһы, (2005)
- ЮНЕСКО ҡарамағында Рәсәй профессиональ рәссамдар союзы ағзаһы.
2017 йылда А.Г. Толстиков М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына күренекле ғалимдарҙың, рәссамдарҙың һәм сәнғәт белгестәренең үҙе яҙған ун өс портретын бүләк итә. Бүләк Өфөлә тыуған, күренекле рәссам М.В. Нестеровтың тыуыуының 155-йыллығына арнала. Портреттарының күбеһе 2016 йылдың апрелендә РФА Архив залдарында Александр Толстиковтың «Йөҙҙәрҙә сәнғәт һәм фән. Замандаштар портреттары» документаль-нәфис күргәҙмәһендә ҡуйыла.
А.Г. Толстиков музейға бөтәһе 60-тан ашыу авторлыҡ полотноларын бүләк итә.
Александр Толстиковтың күп һанлы шәхси күргәҙмәләре Рәсәйҙең ҡалаларында (Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Екатеринбург, Новосибирск һ. б.) һәм сит илдәрҙә — Франция, АҠШ, Финляндия, Көньяҡ Корея, Эстонияла үтә.
Г. А. Толстиковтың 2008—2018 йылдар осоронда төп күргәҙмәләре:
- «Сергей Краснов һәм дуҫтар». Рәсәй художество академияһының күргәҙмәләр залы. Мәскәү, 2008 й.
- «Реализм сиктәре» (шәхси күргәҙмәһе). Рәсәй художество академияһының күргәҙмәләр залы. Мәскәү, 2011 й.
- «Петербург сецессионы-1». СПб АХ күргәҙмәләре залы. Санкт-Петербург, 2012 й.
- «Петербург сецессион-2».СПб АХ күргәҙмәләр залы. Санкт-Петербург, 2013 й.
- «Фәрештәләр һәм кешеләр» А.Н. Бурганов менән берлектә). РФА Архивының күргәҙмәләр залы. Мәскәү, 2013 й.
- «Петербург сецессион-3». СПб АХ күргәҙмә залы. Санкт-Петербург, 2014
- «Портрет көҙгөһөндә» (шәхси күргәҙмәһе). « С. Т. Коненковтың ижад оҫтаханаһы» мемориаль музейы. Мәскәү, 2014
- Күргәҙмә «18 +» В.Ф.. Волосенков менән берлектә). РФА Архивы күргәҙмәләр залы. Мәскәү, 2015 й.
- «TOP-LIST Александр Толстиков. Мане менән диалог». РФА Архивы күргәҙмәләр залы. Мәскәү, 2016 й.
- «Шәрә натура». Архитекторҙар Үҙәк йортоноң күргәҙмәләр залы (ЦДА). Мәскәү, 2016 й.
- «Йөҙҙәрҙә фән һәм сәнғәт. Замандаштар портреты». РФА Архивы күргәҙмәләр залы. Мәскәү, 2017 йыл
- «Һиңә -иң наҙлы һылыуҡайға» (М.В. Горшунов, Наталия Шушанян, Дмитрий Шеин менән берлектә). Максим Горький исемендәге Ғалимдар йортоноң күргәҙмәләр залы. Санкт-Петербург, 2018 йыл
- «Замандаштар» (шәхси күргәҙмәһе). М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт Дәүләт художество музейы. Өфө, 2018 йыл
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фән һәм техника өлкәһендә Ленин комсомолы премияһы (1986) — «Простаноидтарҙың фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәре» эше өсөн
- Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (төркөм составында, 1992 йыл өсөн) — эйкозаноидтарҙың тулы синтезы, яңы юғары эффектлы простагландин препараттарын эшләү өсөн.
- «Академия алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» Рәсәй художество академияһы миҙалы (2017 йыл)
- Рәсәй художество академияһының көмөш миҙалы (2018 й.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Толстикова Татьяна Генриховна
- ↑ Татьяна Толстикова: «В СО РАН есть все предпосылки, чтобы решить проблему импортозамещения лекарств» 2020 йыл 14 февраль архивланған.
- ↑ Деятели культуры России — в поддержку позиции Президента по Украине и Крыму 2014 йыл 11 март архивланған. // Официальный сайт Министерства культуры Российской Федерации
- ↑ Вопросы истории естествознания и техники » Редколлегия . vietmag.org. Дата обращения: 2017-8-2.
- ↑ Толстиков Александр Генрихович (ИС АРАН) . isaran.ru. Дата обращения: 2017-8-1.
- ↑ Толстиков Александр Генрихович . rah.ru. Дата обращения: 2017-8-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Александра Генриховича Толстикова РФА рәсми сайтында
- Профиль Александра Генриховича Толстикова 2021 йыл 30 октябрь архивланған. на официальном сайте РАХ
- http://yatol.ru/. Официальный сайт Александра Генриховича Толстикова
- Толстиков Александр Генрихович (Башкирская энциклопедия) (неопр.). башкирская-энциклопедия.рф. Дата обращения: 2 августа 2017.
- «Музы в храме науки» Толстиков Александр Генрихович (Архивы Российской академии наук) (неопр.). arran.ru. Дата обращения: 2 августа 2017.
- ACADEMIA / Александр Толстиков. «Фитохимия вчера, сегодня, завтра». 1-я лекция (неопр.). tvkultura.ru. Дата обращения: 2 августа 2017.
- ACADEMIA / Александр Толстиков. «Фитохимия вчера, сегодня, завтра». 2-я лекция (неопр.). tvkultura.ru. Дата обращения: 2 августа 2017.
- А.Г. Толстиков, М.В. Вяжевич. Четыре портрета (Художники) (неопр.). Архив РАН.
- А.Г. Толстиков, В.Ю. Афиани Четыре портрета (Ученые. часть 1) (неопр.). Архив РАН.
- А.Г. Толстиков, М.В. Вяжевич. Четыре портрета (Ученые. часть 2) (неопр.). Архив РАН.
- http://artrussia.ru/Alexandr_Tolstikov ГАЛЕРЕЯ СОВРЕМЕННОГО ИСКУССТВА ARTRUSSIA
- Фиан — 1
- Фиан — 2