Эстәлеккә күсергә

Тыйыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тыйыу (от лат. veto — «тыям») — бер кешенең йәки кешеләр төркөмөнөң теге йәки был ҡарарҙы ҡабул итеүҙе бер яҡлы туҡтатыу вәкәләтен аңлатҡан хоҡуҡ[1].

Вето абсолют (мәҫәлән, БМО-ның Именлек Советында, даими ағзалар Совет ҡабул иткән теләһә ҡайһы ҡарарҙы тыйырға мөмкин[2][3]) йәки суспензив (кисектерелгән) (мәҫәлән, АҠШ-тың закондар сығарыу системаһында Вәкилдәр палатаһы һәм Сенат өстән ике тауыш менән президент ветоһын үтеп китә ала[4], йәки Польшала ветоны үтер өсөн биштән өс тауыш кәрәк) булырға мөмкин.

Шартлы вето «көслө» һәм "көсһөҙ"гә айырыла. Вето көсһөҙ булғанда, парламент ҡанун проектын бары тик ҡабаттан ҡарарға тейеш. Уны үтеү өсөн шулай уҡ ябай закон ҡабул иткәндәгесә күпселек тауыш ҡына кәрәк. Мәҫәлән, Франция һәм Италия президенттары көсһөҙ суспензив ветоға эйә.

Көслө ветоны бары тик квалификациялы күпселек кенә үтә ала, ҡайһы бер осраҡта ҡатмарлы процедура ҡулланыла. Мәҫәлән, АҠШ президенты көслө ветоға эйә. Вето ҡарар ҡабул итеү һәм үҙгәрештәрҙе туҡтатыу мөмкинле бирә, әммә ниндәйҙер реформалар үткәреү өсөн файҙаланыла алмай. Вето статус-квоны тотоп тороу механизмы, ә сәйәсәт формалаштырыу түгел.

Ҡайһы бер илдәрҙә (Германия, Япония) дәүләт башлығы, закондарҙы раҫларға тейеш булһа ла, парламент ҡабул иткән законды кире ҡағыу хоҡуғына эйә түгел[5].

Вето хоҡуғы, йәмәғәт институты булараҡ, Боронғо Римда барлыҡҡа килгән. Рим республиканда ике консулдың һәр береһе икенсеһе ҡабул иткән хәрби йәки граждан ҡарарын тормошҡа ашырыуҙы туҡтата алған. Шулай уҡ, һәр халыҡ трибуныы Сенат ҡабул иткән законды шәхсән кире ҡайтарыу хоҡуғына эйә булған.

Рәсәй Федерацияһында вето

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ Дәүләт Думаһында ҡаралған һәм хупланған закон проекттарын РФ Федерация Советы һәм Президент ҡарай. Президент вето һалғандан һуң закон Дәүләт Думаһына кире ҡайтарыла һәм ҡабаттан ҡаралып, төҙәтеүҙәр индерелә. Артабан РФ Президенты ветоһын үтеү өсөн законды Дәүләт Думаһының һәм Федерация Советының өстән ике өлөшө тауыш бирергә тейеш. Был һуң, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы, ил президенты бераҙна эсендә законға ҡул ҡуйырға бурыслы[6][7].

Б. Н. Ельцин бик йыш үҙенең вето хоҡуғын файҙалана. 1996—2000 йылдарҙа ул 273 законды кире ҡаға. 2000—2003 йылдарҙа 36 тапҡыр вето һала. Шул уҡ ваҡытта, 1996—2004 йылдарҙа Дәүләт Думаһы 38 процент булған осраҡта ветоны уңышлы үтеп сыға[8].

  • Vetoes (неопр.). Virtual Reference Desk. United States Senate.