Эстәлеккә күсергә

Фабрика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фабрика
Рәсем
 Фабрика Викимилектә
Зольнхофендағы цемент заводы

Фабрика (лат. fabrica — оҫтахана; завод[1][2]) — машиналар ҡулланыуға нигеҙләнгән[3], ҙур масштаблы етештереү менән ҡылыҡһырланған сәнәғәт предприятиеһы. Ҡағиҙә булараҡ, бер-береһенә яҡын урынлашҡан бер йәки бер нисә ҡаралтынан тора. Уларҙа функцияһы йәки тауар төрө буйынса барлыҡҡа килгән цехтар, шулай уҡ келәт һәм офис биналары бар.

«Фабрика» термины, ғәҙәттә, еңел һәм сеймал табыу сәнәғәтендә (трикотаж фабрикаһы, байыҡтырыу фабрикаһы), башҡа тармаҡтарҙа йышыраҡ «завод» термины ҡулланыла (икмәк заводы, автозавод, механика заводы). Дөйөм территориаль-етештереү комплексы һәм берҙәм тәьмин итеү сылбыры менән берләштерелгән, берҙәм структураға буйһонған заводтар һәм фабрикалар төркөмдәрен комбинаттар (тау-байыҡтырыу комбинаты, металлургия комбинаты) тип атайҙар.

XVIII—XIX быуаттарҙа фабрикалар һәм заводтарҙың барлыҡҡа килеүе, уларҙың ҡул хеҙмәте өҫтөнлөк иткән мануфактураларҙы алмаштырыуы — былар беренсе сәнәғәт инҡилабының төп айырмалы үҙенсәлеге. Ваҡыт үтеү менән, заводтар һәм фабрикалар сәнәғәт предприятиеларының төп формаһына әүерелә.

Фабрика һәм заводтарҙың төп үҙенсәлектәре: тармаҡ йүнәлеше, етештереү тибы, етештереү ҡеүәте, натураль һәм аҡсалата сағылышта ваҡыт берәмегенә ярашлы продукция етештереү, хеҙмәткәрҙәр һаны, төп фондтарҙың хаҡы һәм уларҙың туҙыуы, участканың майҙаны, етештереү биналарының дөйөм майҙаны, энергия ҡеүәте, хеҙмәтте механизациялау һәм автоматлаштырыу кимәле, инеү юлдар.

Аркрайттың Бонфордтағы фабрикаһы — тарихи яҡтан беренсе иләү фабрикаһы

Мануфактуранан фабрика етештереүенә күскән беренсе тармаҡ булып XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башындағы инглиз еңел сәнәғәте тора.

Төп яңылыҡтар — Уайт Уотсондың пар машинаһы (1764), Харгривтың иләү станогы (1770), Картрайттың аяҡ ярҙамында хәрәкәткә килтерелгән механик туҡыу станогы (1785). Улар арҡаһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә тармаҡ тиерлек юғары кимәлдә механизацияланған етештереү формаларына күсә. Донъяла беренсе иләү фабрикаһы булып 1772—1775 йылдарҙа Аркрайт системаһы буйынса Косфордта төҙөлгән фабрика иҫәпләнә.

Ул йылға буйында бер-береһе менән тоташҡан капиталь цех ҡоролмаларының буйға һуҙылыу рәүешендә ҡоролған. Һуңынан уның тирәләй эш һәм офис биналары өсөн торлаҡ ҡаралтылары комплексы, үткәүелдәр һәм һыу үткәргес күперҙәр системаһы төҙөлә. Һуңғараҡ уның өлгөһөндә Деруэнт йылғаһы үҙәнендә фабрикаларҙың ҙур төркөмө барлыҡҡа килә. Күп тә үтмәҫтән, Англияла йылғалар һәм каналдар буйында туҡыу фабрикалары барлыҡҡа килә, тик иләү фабрикалары ғына Англияла 1790 йылда йөҙ ярым самаһы иҫәпләнә, уларҙың һәр береһендә 700 — 800-шәр хеҙмәткәр эшләй[4].

Заводтарҙы һәм фабрикаларҙы производствоны ойоштороуҙың иртә формаларынан дифференциациялауҙа хеҙмәт бүленеше (Адам Смит, 1770-се йылдар) һәм үҙ-ара алмашыныусанлыҡ (Эли Уитни, 1790-сы йылдар) концепцияларын аңлау мөһим осор булып тора. Хеҙмәт бүленеше эре мануфактураларға хас булһа ла, завод һәм фабрикаларҙа машиналар һәм цехтар системаһы башта функцияларҙы һәм операцияларҙы бүлеү юлы менән булдырыла. Шулай итеп, уларҙа хеҙмәт бүленеше тәбиғи техник ихтыяж булып китә[5].

Үҙ-ара алмашыу идеяларының үтеп инеүе үҙ сиратында операцияларҙы ябайлаштырыуға, сеймал һәм ярымфабрикаттар менән тәьмин итеүселәр даирәһен киңәйтеүгә, продукцияны бер төргә килтереүгә, һәм, ахыр сиктә, үҙҡиммәтен кәметеү юлы менән күпләп етештереүҙе арттырырға булышлыҡ итә[6].

XIX быуаттың тәүге яртыһында хеҙмәтте механизациялау машиналар эшләү һәм эшкәртеү тармаҡтарын үҙ эсенә ала — пар сүкештәре, токарь һәм фрезер станоктары барлыҡҡа килә, керамика һәм быяла етештереү фабрика-завод формаларын ала. Етеҙ үҫешкән завод һәм фабрикаларҙың ихтыяжы артыуы арҡаһында яңы тармаҡ — химия сәнәғәте барлыҡҡа килә, уның заводтары сәнәғәт масштабында көкөрт кислотаһы һәм кальцийланған сода етештерә. Эре фабрика һәм заводтар Көнбайыш Европанан алып Рәсәй империяһына һәм АҠШ-ҡа тиклем бөтә донъяла барлыҡҡа килә.

XX быуаттың тәүге ун йыллыҡтарҙа завод һәм фабрикаларҙа етештереүҙе арттырыу электрлаштырыу менән бәйле. Ул электр химияһы ярҙамында алюмин, хлор, натрий гидроксидын киң күләмдә етештереү мөмкинлеген тәьмин итә. Электр двигателдәре барлыҡҡа килеү менән, етештереү линиялары һәм етештереүҙә конвейер булдырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Көсөргәнеште көйләгестәрҙе уйлап табыу механизациялауҙан автоматлаштырыуға күсергә мөмкинлек бирә. Был эш 1920—1930 йылдарҙа башлана һәм 1950—1960 йылдарҙа киң ҡолас ала.

Завод һәм фабрика проекттары күп осраҡта һайланған етештереү схемаһына бәйле була башлай. Үҙенсәлекле миҫалдар — башнялы бетон заводтары һәм 1930 йылдарҙа икмәк бешереүҙә Георгий Марсаковтың ҡулса схемаһы, Мәскәү һәм Ленинград икмәк заводтары цилиндр формаһында эшләнгән[7].

Әгәр беренсе фабрикаларҙы һәм заводтарҙы урынлаштырыуҙың мөһим критерийы һыуға һәм хеҙмәт ресурстарының яҡынлығы булһа, XX быуатта генерациялау ҡеүәттәренең һәм сеймал сығанаҡтарының яҡынлығы билдәләй. Дөйөм технологик процесс менән берләштерелгән заводтар һәм фабрикалар тупланғандан һуң, вертикаль интеграция тенденциялары таралыу ала. Ул ваҡытта завод һәм фабрикалар төркөмдәре вертикаль интеграцияланған холдингтар идаралығында комбинаттарға берләшә.

1970—1990 йылдарҙа төрлө факторҙар арҡаһында ҡайһы бер тармаҡтарҙа һәм төбәктәрҙә деиндустриялаштырыу процестары билдәләнә. Улар фабрика һәм заводтарҙың ябылыуына, ташландыҡ хәлгә килтереүгә йәки профилле булмаған биналар итеп йыһазландырыуға, ә ҡайһы бер осраҡта төбәктә демографик үҙгәрештәргә килтерә. Американың ҡорос һәм машиналар эшләү заводтары тупланған «тут билбауының» («ржавого пояса») бөлгөнлөккә төшөүе сағыу миҫал булып тора.

XX быуаттар аҙағында — XXI быуаттар башында ҡалаларҙан заводтарҙы һәм фабрикаларҙы ҡыҫырыҡлап сығарған тағы бер күренеш — джентрификация: эре мегаполистар үҙәгендә булған участкаларҙы һәм биналарҙы индустриаль булмаған файҙаланыу менән сағыштырғанда, традицион сәнәғәт производстволарының рентабеллелеге сағыштырмаса ҙур булмай. Өҫтәүенә, әгәр элек сәнәғәт тәғәйенләнешен юғалтҡан ҡоролма йыш ҡына һүтелһә, XX быуат аҙағында фабрика биналарын һаҡлау, уларҙы үҙгәртеп ҡороу, яңыртыу (реновациялау) һәм уларҙа офис-сауҙа һәм күргәҙмә үҙәктәре, ҡунаҡханалар, торлаҡ биналар төҙөү тенденцияһы барлыҡҡа килә, ошоға бәйле үҙенсәлекле архитектура стиле — софт формалаша.

Нью-Джерсиҙағы быяла заводында шешә өрөү буйынса автоматик линияла (АҠШ, 1937)
9-сы икмәк заводы - Мәскәүҙә цилиндр формаһындағы икмәк заводтары серияһының береһе, ул айырым етештереү схемаһы өсөн проектланған; шулай уҡ тәүге икмәк заводы-автомат булып иҫәпләнә (1934)
Саппоролағы элекке һыра заводы бинаһында Сауҙа-офис үҙәге

Завод һәм фабрикаларҙың ҡоролошо тармаҡҡа, төбәккә, һайланған етештереү схемаһына ҡарап һиҙелерлек айырыла, ләкин, ҡағиҙә булараҡ, производство предприятиеларының башҡа формалары араһында уларҙы айырып торған уртаҡ һыҙаттары бар. Цех төп сәнәғәт тармаҡтарының бер йәки бер нисә механизацияланған йәки автоматлаштырылған оҫтаханаларға бүленә. Уларҙа продукцияның төп өлөшө эшләнә. Ярҙамсы цехтар һәм оҙатып йөрөүсе операциялар өсөн тәғәйенләнгән участкаларҙа магистраль производство машиналары ҡоралландырыла, ремонтлана һәм хеҙмәтләндерелә, энергия, һыу, газ, пар менән тәьмин ителә. Бынан тыш, заводтарҙа өҫтәмә етештереү менән шөғөлләнгән, мәҫәлән, төп етештереү ҡалдыҡтарынан, цехтар булыуы ихтимал.

Ғәҙәттә, завод һәм фабрикаларҙа цехтарға өҫтәмә рәүештә келәттәр, транспорт колонналары, инә торған юлдарҙы, санитар-техник инфраструктураны хеҙмәтләндереүсе бүлексәләрҙе үҙ эсенә алған дөйөм хужалыҡ блогы ла бар. Күп кенә тармаҡтарҙа завод һәм фабрикаларҙа сеймалға, продукцияға, ҡалдыҡтарға контроллек итеүсе лаборатория бүлексәләре лә мөһим роль уйнай. Ғәҙәттә, завод-фабрикаларҙа хеҙмәткәрҙәр өсөн ашханалар, көнкүреш биналары, ә эре предприятиеларҙа медсанчастар һәм поликлиникалар бар.Ҡаланан алыҫ урынлашҡандарында территориаль-производство комплексы составына шулай уҡ дөйөм ятаҡтар һәм эшселәр өсөн йорттар, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, профилакторийҙар һәм ял итеү клубтары инә.

Фабрика ҡоролмаһын проектлау бурыстарының береһе — биналарҙы, ҡоролмаларҙы, цехтарҙы һәм биналарҙы рациональ урынлаштырыу иҫәбенә һөҙөмтәле етештереү процесын тәьмин итеү. Шул уҡ ваҡытта бер бүлектән икенсеһенә бер-береһенә ҡаршы ағымһыҙ күскәндә хеҙмәт предметтарының тура бәйләнешен тәьмин итеү, энергетика коммуникациялары оҙонлоғон кәметеү, эшселәр маршруттарының транспорт һәм коммуникациялар менән киҫешмәүе, бер төрлө характерҙағы етештереү цехтарын (эҫе, һыуыҡ, энергетика) бүлеү кеүек факторҙар ҙа әһәмиәткә эйә[8].

Уның һөҙөмтәлелек күрһәткестәре — ер участкаһы майҙаны, бүлмәләр майҙаны һәм күләме, коммуникациялар оҙонлоғо: предприятиеның ҡеүәтенә ҡарата был күрһәткестәр ни тиклем түбән булһа, фабрика йәки завод һөҙөмтәлерәк тупланған, тип иҫәпләнә.

Заводтың йәки фабриканың идара итеү аппараты урынлашҡан офис (элек — контора) ғәҙәттә айырым бинала урынлаша, ҙур булмаған заводтарҙа цех ҡоролмаларының береһендә айырым бинала урынлашыуы мөмкин. Завод һәм фабрикалар биләмәһе ғәҙәттә кәртәләп алына, ә эш урындарына хеҙмәткәрҙәр үтеү юлдары йәки үтеү юлдары системаһы аша индерелә.

«Борец» компрессор заводы территорияһында медсанчас бинаһы

(Мәскәү, 1956 йылда төҙөлә)

Виргиниялағы (АҠШ) вискоза фабрикаһының планы, XX быуат уртаһындағы почта открыткаһы )
Сайпан тегеү фабрикаһында инеү урыны
  1. [{{{ссылка}}} Фабрика] — Ҙур энциклопедик һүҙлектән: «С экономической точки зрения между фабрикой и заводом нет различий»
  2. БСЭ, 1978, В политико-экономическом смысле понятие «Ф.» тождественно понятию «завод»
  3. Ҡалып:Словарь Ушакова
  4. Глава XX. Англия в XVIII в. Начало промышленного переворота // Всемирная история. Энциклопедия. — М.: Олма, 2006. — Т. 5. — ISBN 5-373-00632-7.
  5. БСЭ, 1978
  6. Стивенсон, 1999, с. 42
  7. Н. Ф. Гатилин. Проектирование хлебозаводов. — М.: Пищевая промышленность, 1975. — 375 с. — 18 000 экз.
  8. Л. М. Синица. Организация производства. — Минск: ИВЦ Минфина, 2003. — С. 38—39. — 512 с. — ISBN 985-6648-24-6.