Эстәлеккә күсергә

Фәсхетдинов Ридик Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәсхетдинов Ридик Әхмәт улы
Төп мәғлүмәт
Тыуған

16 март 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Темәс ауылы

Үлгән

16 май 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (82 йәш)

Үлгән урыны

Өфө

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

баянсы

Хеҙмәттәшлек

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1989

Фәсхетдинов Ридик Әхмәт улы (16 март 1940 йыл15 май 2022 йыл) — баянсы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1982) артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).

Ридик Әхмәт улы Фәсхетдинов 1940 йылдың 16 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған.

1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай (П. С. Петрова класы). Унан һуң Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) концертмейстеры була.

1975 йылда Башҡорт телевидениеһында музыкаль программалар режиссеры була.

1975 йылдан алып Башҡорт филармонияһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының баянсы-солисы, 2004 йылда солисы итеп тәғәйенләнә.

Музыкант 2022 йылдың 16 майында Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Репертуарында Н. Я. Чайкиндың баян менән оркестр өсөн концерты, башҡорт халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәре, донъя халыҡтары музыкаль әҫәрҙәре.

Хөсәйен Әхмәтов, Нур Дауытов, Заһир Исмәгилев, Александр Ключарёв, Рим Хәсәнов һәм башҡа композиторҙар әҫәрҙәре һәм баян өсөн эшкәртмәләре.

Башҡорт, татар, рус, афган, венгр, монгол, пакистан халыҡ музыка темаларына попурри.

Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙнаһында (1961) ҡатнаша.

Мәскәү—Дрезден—Рим—Флоренция—Венеция—Варшава маршруты буйынса «ЮНЕСКО-ның донъя мәҙәни ҡаҙаныштары. Цивилизациялар диалогы» экспедицияһында (2002) ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә.

СССР, Рәсәй буйлап һәм донъяның 24 илендә гастролдәрҙә була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Салауат Юлаев ордены (2015)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989)
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1982)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1974)
  • Халыҡ-ара халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурс-фестивале дипломанты (Магнитогорск, 2007).