Хафса бинт Ғүмәр
Хафса бинт Ғүмәр | |
ғәр. حَفْصَة بِنْتْ عُمَرْ بْنْ اَلْخَطَّابْ اَلْعَدَوِيَّة اَلْقُرَشِيَّة | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 604 |
Тыуған урыны | Мәккә, Хижәз |
Вафат булған көнө | ноябрь 665 |
Вафат булған урыны | Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
Ерләнгән урыны | Әл-Баҡый |
Атаһы | Ғүмәр ибн Хәттаб |
Әсәһе | Зайнаб бинт Мазун[d] |
Бер туғандары | Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр, Асим ибн Умар[d] һәм Убайдуллах ибн Умар[d] |
Хәләл ефете | Хунайс ибн Хузайфа[d] һәм Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |
Хафса бинт Ғүмәр Викимилектә |
Хафса (Хафса бинт Ғүмәр) (ғәр. حفصة بنت عمر بن الخطاب) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең өсөнсө хәләл ефете, мосолмандарҙың Инәһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хафса бинт Үмәр Ғүмәр ибн әл-Хаттабтың ҡыҙы булған. Ул Мөхәммәт Пәйғәмбәргә үәхи инә башлағанға тиклем 5 йыл элек донъяға килгән һәм атаһы менән бер ваҡытта Мәккәлә Ислам ҡабул иткән. Мосолмандарҙы иҙеү башланғас, ире Хүнәйс ибн Хүҙәйфә менән башта Хәбәшстанға (Эфиопияға), шунан Мәҙинәгә һижрәт ҡылған. Хунайс Бәдр һәм Үхүд һуғышында ҡатнашҡан. Үхүдтәге яуҙа ул ауыр яралана һәм һәләк була.Егермеһе лә тулмаған Хафса тол ҡала. [1].
Хафса тол ҡалғас, атаһы Үмәр уны Ғүҫмән ибн Ғәффәнгә, шунан Әбү Бәкр әс-Сиддиҡҡа димләп ҡарай. Береһе лә ризалашмағас, Үмәр Мөхәммәт Пәйғәмбәргә мөрәжәғәт итә. Рәсүл иһә Хафсаға үҙе өйләнәсәген, ә хәҙрәте Уҫманға үҙенең ҡыҙы Өммөгөлсөмдө (Үмм Күлсүм) хәләл ефетлеккә биәрсәген әйтә. Был ваҡытҡа инде Мөхәммәт с.ғ.с. Ғәйшә һәм Сәүҙә Инәләребеҙгә өйләнгән була[1]. Һижрәнең өсөнсө йылында шәғбән айында Хафса Инәбеҙ өсөнсө ҡатын булып Пәйғәмбәребеҙ йортона инә.
Хафса бик тәҡүә ҡатын булған. Ул күп ваҡытын ғибәҙәттәргә бағышлаған, шул уҡ ваҡытта көслө рухлы, ныҡлы ихтыярлы булыуы менән айырылып торған. Хафса р.ғ. 60 -лап хәҙис ҡалдырған. Ул шулай уҡ Она также хранила тот самый первый экземпляр Ҡөрьәндең Әбү Бәкр хәлифә булған сағында тупланған тәүге нөсхәһен һаҡлаған. Уҫман р.ғ хәлифә булған саҡта уға тапшырған, шул дана күсереп күбәйтелеп ҡулланышҡа сығарылған.[2]. Хафса 60 йәшендә Мәҙинәлә вафат булған, Йәннәт әл-Баҡый зыяратында ерләнгән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Хафса бинт Омар (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Ҡалып:ЭИ/2
- Rubin U. Ḥafṣa // Encyclopaedia of the Qurʾān / General Editor: Jane Dammen McAuliffe. — Washington DC: Brill.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хафса бинт Умар, хранительница священных свитков . Islam на Неве. Дата обращения: 25 июнь 2013. Архивировано 30 июнь 2013 года. 2016 йыл 9 август архивланған.
Был ислам шәхесе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- 604 йылда тыуғандар
- Мәккәлә тыуғандар
- 665 йылда вафат булғандар
- Мәҙинәлә вафат булғандар
- Әл-Баҡый зыяратында ерләнгәндәр
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡатындары
- Мөхәммәт ғаиләһе
- Мөһәжирҙәр
- Ҡорайыштар
- Сәхәбәләр
- Бәнү Ғәди
- 660-сы йылдарҙа вафат булғандар