Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы
Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы | ||
Тыуған ваҡыты | ||
---|---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Силәбе өйәҙе, Күбәкәй ауылы | |
Үлгән ваҡыты | ||
Вафат урыны |
РСФСР, Башҡортостан АССР-ы, Өфө ҡалаһы | |
Хеҙмәт иткән урыны | ||
Ғәскәр төрө | ||
Хеҙмәт итеү йылдары |
Рәсәй империяһы ? — 1918 | |
Хәрби звание | ||
Командалыҡ итеү | ||
Хәрби алыш/һуғыш |
Беренсе донъя һуғышы, | |
Наградалар һәм премиялар |
|
Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы (1892 — 27 ноябрь 1937) — хәрби эшмәкәр. Майор (28.01.1936).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы 1892 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы) Күбәкәй (Бахарево) ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].
Батша армияһы составында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.
1918 йылдың октябренән 1919 йылдың февраленә ҡәҙәр Башҡорт армияһы составында, артабан Ҡыҙыл Армияның башҡорт частары составында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша[2].
1920—1921 йылдарҙа Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы 1-се Башҡорт кавалерия полкының командиры булып хеҙмәт итә, Совет-поляк һуғышында ҡатнаша. Алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1930-сы йылдарҙа Башҡортостан АССР-ы Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары вазифаһын башҡара[2].
1937 йылдың 7 сентябрендә ҡулға алына, 15 ноябрҙә милли-буржуаз ойошмала ҡатнашып ихтилал күтәреүгә йыйыныуҙа ғәйепләнә. 1937 йылдың 27 ноябрендә атыла. 1956 йылдың 21 майында аҡлана[1].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1921)[3]
Публикациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-й Башкирский кавалерийский полк на Польском фронте // Гражданская война в Башкирии : воспоминания участников / под ред. П. А. Кузнецова ; Испарт Башобкрма ВКП(б). Комис. по изуч. истории гражданской войны в Башкирии. — Уфа : Башкир. гос. изд-во, 1932. — 198 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Шарипов Рамазан Шарипович // Книга памяти Республики Башкортостан
- ↑ 2,0 2,1 Күскилдин Д. Ғ. // Ватандаш : журнал. — 1997. — № 5. — С. 124. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Ярмуллин А. Ш. Комбриг М. Л. Муртазин и боевой путь Отдельной Башкирской кавалерийской бригады (к 120-летию со дня рождения) // Проблемы востоковедения : журнал. — 2011.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1892 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 27 ноябрҙә вафат булғандар
- 1937 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Майорҙар (СССР)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Сафакүл районында тыуғандар
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Совет-поляк һуғышында ҡатнашыусылар
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- СССР-ҙа атылғандар
- СССР-ҙа аҡланғандар