Эзбизташ
Эзбизташ | |
Грозящая опасность | limestone exposure[d] |
---|---|
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | кальцит[d] һәм арагонит[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тарҡалыу температураһы | 2442 ± 1 ℉ һәм 1517 ± 1 ℉ |
Давление пара | 0 ± 1 mm Hg |
Растворимость | 0,001 ± 0,001 g/100 g |
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ | 3[1] |
PGCH коды | 0369 |
Временное среднее значение предела допустимого воздействия | 5 ± 1 mg/m³, 10 ± 1 mg/m³ һәм 15 ± 1 mg/m³ |
Эзбизташ Викимилектә |
Эзбизташ — ултырма тау тоҡомо. Кальций карбонатынан (CaCO3) хасил булған органик материал.
Диңгеҙ ҡабырсыҡтарынан һәм уларҙың ҡалдыҡ киҫәктәренән барлыҡҡа килгән күҙәнәктәр ҡабырсаҡ тоҡомло эзбизташтар тип атала. Унан башҡа нуммулит, мшанка һәм мәрмәр эзбизташтар — ҡалын ҡатламдар һәм йоҡа ҡатламдар ятҡылыҡтары була. Эзбизташ метаморфизм арҡаһында эсендәге төҙөлөш матдәләр күләме алмашынып мрамор кристаллына әүерелә.
Эзбизташ күләмендәге кальций карбонаты һыу эсендә насар ирей. Эзбизташ һыуҙа иреп, тау тоҡомонда ҡыуышлыҡтар, мәмерйәләр барлыҡҡа килә. Ер аҫтындағы тәрән эзбиз ятҡылыҡтары, йылылыҡ тәъҫиренән тарҡалып, минираль һыу барлыҡҡа килә.
Табылған урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эзбизташ — киң таралған ултырма тау тоҡомдары, диңгеҙ төбөндә тере организмдан барлыҡҡа килә.
Альп тауҙары эзбизташҡа бай. Пермь крайында ла күп ундай урындар. Башҡортостан биләмәләре эзбизташ күпләп сығарыла, Урал тауҙарында, Шәкетау, Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау тауҙарында ҙур ятҡылыҡтар бар.
Пугачёв карьеры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белорет ҡалаһында урынлашҡан металлургия комбинаты ихтыяждары өсөн 65 йыл инде Пугачёв карьеры тигән урында эзбизташ сығарыла. Уға Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыһы исеме юҡҡа ғына бирелмәгән — риүәйәт ителеүенсә, 1774 йылда Бүгәсәү бында тоғро дуҫы Хлопуша менән Белокаменск тигән ҡала төҙөргә лә ниәтләнгән булған. Хатта яҡында аҡҡан Ағиҙел йылғаһының йырҙаһын үҙгәртеп ҡаҙған булғандар. Икенсе бер риүәйәттә Бүгәсәү ошо урындан йыраҡ түгел урынлашҡан мәмерйәлә батша ғәскәрҙәренән ҡотолоп ҡалған тип бәйән ителә[2].
65 йыл эсендә Пугачёв ятҡылығынан ҡулланыусыларға 15 миллион тоннанан ашыу бик юғары сифатлы продукция сығарылған һәм ҡулланыусыларға оҙатылған. Әлеге ваҡытта бында ай һайын 100—120 мең тонна, йәғни тәүлегенә 4-4,5 мең тонна самаһы эзбизташ сығарыла, был уртаса 50-60 вагон тәшкил итә. Карьер продукцияһының төп өлөшө — Мечел Төркөмөнөң металлургия предприятиеларына һәм Белорет металлургия комбинаты акционерҙар йәмғиәтенә ебәрелә[3].
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эзбизташ төҙөлөш материалы, ваҡ күҙәнәкле айырым бер төрлө скульптура эшләүҙә ҡулланыла.
Хлорлы эзбиз медицина өлкәһендә файҙалана, һүндерелгән эзбиз — төҙөлөштә, ҡырсын урынына, юл төҙөлөшөндә, металлургияла флюс формаһында ҡулланыла. Айырым сортлы эзбиз сода сығарыу Берекмәләре менән күп күләмдә файҙаланыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.steine-und-minerale.de/atlas.php?f=3&l=K&name=Kalkstein
- ↑ 65 лет в строю 2021 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ 65 лет в строю 2021 йыл 28 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексеев А. А. Известняк // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
известняк Викиһүҙлектә | |
Эзбизташ Викимилектә |
- Известняк // Энциклопедия «Кругосвет».
- Известняк — горная порода: Описание, фото, месторождения // Сайт проекта «Каталог минералов».
- Ракушечник — экологичный материал для строительства дома 2020 йыл 20 февраль архивланған. // dom-tips.ru.