Эстәлеккә күсергә

Юнысов Наил Кәбир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юнысов Наил Кәбир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ғинуар 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (96 йәш)
Тыуған урыны Тәтер-Арыҫлан, Стәрлебаш районы
Һөнәр төрө инженер, геофизик
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Почётный нефтяник СССР Заслуженный геолог РСФСР Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Юнысов Наил Кәбир улы (рус. Юнусов Наил Кабирович; 10 ғинуар 1928 йыл) — ғалим- инженер-геофизик, геология-минерология фәндәре кандидаты (1969), РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1978), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998), Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1998), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Ленин (1981), Октябрь Революцияһы (1986) ордендары кавалеры.

Наил Кәбир улы Юнысов 1928 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны[1] Тәтер-Арыҫлан ауылында тыуған.

1952 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын[2] тамамлағандан һуң «Башнефтегеофизика» производство берекмәһендә: өлкән инженер-интерпретатор, сейсмик партия начальнигы, етештереү-техник бүлеге начальнигы, Көньяҡ-Башҡортостан геофизика экспедицияһының баш инженеры һәм начальнигы, трестың баш инженеры, 1975 йылдан — трест идарасыһы. 1957 йылда — Һиндостанда, 1969—1972 йылдарҙа Мысырҙа геофизика (сейсмик) эштәре етәксеһе. 1993—1998 йылдарҙа — «Башнефтегеофизика» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 1998—1999 йылдарҙа — директорҙар советы рәйесе, бер үк ваҡытта, 1980—1992 йылдарҙа — Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 1998—1999 йылдарҙа — директорҙар советы рәйесе. 2001 йылдан Европа-Азия геофизика йәмғиәтенең Башҡортостанн бүлексәһе рәйесе. 2007—2011 йылдарҙа «MV-ГЕО» ЯСЙ (Өфө) директоры[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни-производство эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау һәм файҙаланыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Уның ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһының геофизика хеҙмәте ойошторола, разведка һәм промысла геофизикаһында геофизика эштәренең һөҙөмтәлелеген күтәрергә булышлыҡ итеүсе алдынғы технологиялар индерелә. Ғалим етәкселегендә геофизик мәғлүмәтте теркәү, эшкәртеү һәм интерпретациялауҙың цифрлы ысулдары эшләнә. Урал алды бөгөлөндә тоҙ аҫты рифоген массивтарын картаға төшөрөү өсөн скважина сейсморазведкаһы ысулы эшләнә һәм булдырыла, был бер нисә нефть ятҡылығын асыуға булышлыҡ итә. Күмертау, Һарытау, Балҡан, Яңы Уҙыбаш нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. Көнбайыш Себерҙә вахта геофизика хеҙмәтен, ике сейсмик экспедицияны ойоштороусы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1978);
  • Ленин ордены (1981);
  • Октябрь Революцияһы ордены (1986);
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998);
  • Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1998)
  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы
  2. хәҙер И. М. Губкин исемендәге нефть һәм газ академияһы
  3. 3,0 3,1 Башҡорт энциклопедияһы / Юнысов Наил Кәбир улы