Эстәлеккә күсергә

Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 21 сентябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР
Вафат булған көнө 21 июль 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Башҡортостан Республикаhы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы

Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы (21 сентябрь 1916 йыл — 21 июль 1972 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

1916 йылдың 21 сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Мулла ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы эсендә) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт.

Башланғыс белем алған. Колхозда, «Туймазыбурнефть» тресының 1-се быраулау контораһында эшләгән.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың декабрендә Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылған.

1942 йылдың 26 апреленән Бөйөк Ватан һуғышының Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2-се һәм 1-се Белоруссия фронттарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) составында хеҙмəт итə.

1943 йылдың 27 сентябрендә 58-се гвардия полкының ҡылыс взводы командирының ярҙамсыһы, өлкән сержант Шакир Ғәтиәтуллин үҙенең взводы менән Белорус ССР-ның Гомель өлкәһе Брагин районы Нивки ауылы тирәһендә тәүгеләр рәтендә Днепр йылғаһы аша сыға. Ҡул алышында взвод дошман траншеяһын биләгән һәм йылғаның уң ярында нығына. Йылғаның үрге ағымындағы яр буйында ҡыуаҡлыҡтарҙа ултырған немец пулемётсыһы совет подразделениелары йылға аша сыҡҡан урынды бер туҡтауһыҙ утҡа тотоп уларға яр буйына төшөргә мөмкинлек бирмәй. Командир приказына ярашлы, Ғәтиәтуллин немец оборонаһы һыҙығы аша шыуышып үтә, тартып алынған пулемёттан атып дошман пулемёт расчётын юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указына ярашлы, немец баҫҡынсылары менән көрәштә фронт командованиеһының хәрби заданиеларын уңышлы башҡарғаны һәм уны үтәгәндә күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улына «Советтар Союзы Геройы» исеме менән бергә Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3011-се һанлы) бирелә.

Һуғыш тамамланғандан һуң «Туймазыбурнефть» тресының 1-се һанлы быраулау контораһында — быраусы, бырау эштәре идаралығының өлкән механигы була.

1972 йылдың 21 июлендә вафат була. Октябрьский ҡалаһы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Октябрьский ҡалаһының урамына (Мулла ҡасабаһы) һәм урта мәктәбенә уның исеме бирелгән, 11-се урта мәктәбенең скверында уға бюст ҡуйылған.
  • Ш. Й. Ғәтиәтуллиндың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..