Һөт
Һөт — туҡлыҡлы эсемлек, инә һөтимәрҙәрҙең биҙҙәре эшләп сығара. Тәбиғи тәғәйенләнеше — башҡа ризыҡ менән туҡланырға һәләтле булмаған үрсемен (шул иҫәптән кеше балаһын) туйындырыу. Хәҙерге ваҡытта һөт кеше ҡулланған күп кенә һөт аҙыҡтары составына инә, ә уны етештереү эре сәнәғәт тармағына әйләнгән.
Һөт — күп компонентлы политарҡалыусан система, уның составындағы матдәләрҙең ваҡ ҡына бөртөксәләргә тарҡалған хәлдә булыуы һөттөң шыйыҡ консистенцияһын тәьмин итә.
Техник регламенты һөттө ауыл хужалығы хайуандарының һөт биҙҙәренең физиологик секрецияһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән аҙыҡ тип билдәләй. Ул бер йөки бер нисә хайуандан һөт биреү (лактация) осоронда һауып алына, был шыйыҡ аҙыҡҡа бер ниндәй өҫтәмә лә ҡушылмай[1].
Һыйыр һөтө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыйыр һөтө — һыйырҙарҙың әсә һөтө — ҙур күләмдәрҙә етештерелә һәм хайуан һөтөнөң иң күп һатылған төрө.
2009 йылда донъяла 701 млн. тонна һыйыр һөтө етештерелгән.
Уртаса химик составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һөттәге минераль матдәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полярография, ионометрия, атом-абсорбция спектрометрияһы һәм башҡа заманса ысулдарҙы ҡулланып, һөт көлөнөң минераль составы тикшерелә, ул һөттә 50-нән ашыу элемент булыуын күрһәтә. Был элементтар макро- һәм микроэлементтарға бүленә.
Микроэлементтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Концентрациялары әллә ни ҙур булмаған һәм 1 кг продуктҡа микрограмдарҙа үлсәнгән минераль матдәләр микроэлементтар тип иҫәпләнелә. Тимер, баҡыр, цинк, марганец, кобальт, йод, молибден, фтор, алюмин, кремний, селен, аҡ ҡурғаш, хром, ҡурғаш һ. б. микроэлемнттарға ҡарай.
Микроэлементтар йәшәү өсөн мөһим булған ферменттар, витаминдар, гормондарҙың төҙөлөшен һәм әүҙемлеген тәьмин итә, шунһыҙ хайуандың (кеше) организмына ингән аҙыҡ матдәләрен үҙләштерелеүе мөмкин түгел. Шулай уҡ көйшәүсе малдарҙың оло ҡарынындағы микроорганизмдарҙың эшләүе уларҙың организмына күп кенә мироэлементтарҙың инеүенә бәйле.
Әгәр ҙә селен етешмәһә, хайуандар бик яй үҫә, уларҙа ҡан тамырҙары патологияһы, ашҡаҙан аҫты биҙенең һәм репродуктив органдарҙың дегенератив үҙгәреше күҙәтелә. Селендың бик мөһим антиоксидант булыуы билдәле — ул глутатионпероксидаза ферменты составына инә һәм күҙәнәк мембраналарында липидтарҙың пероксид окисланыуына юл ҡуймай һәм ирекле радикалдарҙы бөтөрә.
Йод етешмәгән осраҡта хайуандарҙың ҡалҡан биҙе ғәйәт тиҙ эшләй башлай, был һөттөң сифатына кире йоғонто яһай. Калий йодидын, диңгеҙ ылымыҡтары онон һыйырҙарҙың көндәлек рационына индереү ҡалҡан биҙенең эшен яҡшырта һәм һөттә йон миҡдарын арттыра.
Цинк дефициты малдарҙа үҫеште һәи енси өлгөрөштө әкренәйтә, аш һеңдереү процесы боҙола.
Хайуанды һауыуҙа ҡулланылған ҡорамалдарҙан, һауыттарҙан һәм ул ҡорамалдарҙы йыуғанда ҡулланылған һыуҙан һөткә төрлө сит микроэлементтар эләгеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә һөттә сит тәм, еҫ барлыҡҡа килә, һөттө һаҡлау ҡыйынлаша, өҫтәүенә һөттөң ағыулы элементтар һәм радионуклидтар бысраныуы кеше һаулығына ҡурҡыныс менән янай.
Һөт продукттарында холестерин 100 г аҙыҡта холестерин миҡдары.
Контаминант
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һөттө контаминанттарҙың — гормондарҙан алып пестицидтарға тиклем төрлө ҡушылмаларҙың булыуы ихтимал. Атап әйткәндә, һөттә һыйыр тәнендә эшләп сығарылған гормондар һәм үҫеш факторҙары була; һөткә эстрогендарҙың һәм уға оҡшаш гормондарҙың эләгеүе мөмкин; улар тик яңы һауылған һөттә генә үтә күп миҡдарҙа була, шуға күрә яңы һауылған һөттө үтә йыш ҡулланыу ҡыҙҙарҙың бик иртә енси өлгөрөүенә, ә малайҙарҙа енси өлгөрөүҙең тотҡарланыуына килтерә. Бынан тыш, һөткә һыйыр малында булған рекомбинант үҫеш гормоны кеүек синтетик гормондың эләгеүе ихтимал, сөнки ул фермаларҙа йыш ҡына һауым арттырыу өсөн ҡулланыла[2]. Заводтарҙа эшкәртеү үткәндән һуң һөттә был гормон миҡдары бик ныҡ түбәнәйә.
Һыйырҙарҙы төрлө сирҙәрҙән (мәҫәлән, маститтан) дауалағанда антибиотиктар (левомицетин, тетрациклин төркөмө, стрептомицин, пеницилин, низин) ҡулланыла, уларҙың эҙе һөт һәм һөт аҙыҡтары өлгөләрендә осрай[3])
Пестицидтар, полихлорирланған бифенилдар (ПХД) һәм диоксиндар ҙа һөт составында булыуы ихтимал. Һөт аҙыҡтары аша дөйөм диоксиндарҙың байтаҡ өлөшө кеше организмына инеүе ихтимал.
Һөт аҙыҡтарын эшкәрткәндә ҡулланылған матдәләр араһында — меламин да бар, уны ҡулланыу бөйөрҙөң һәм һейҙек юлдарының эшенә кире йоғонто яһай, сөнки меламин составында азот бар[4]. Шулай уҡ һөттө эшкәрткәндә уның составына канцероген афлатоксиндарҙың (атап әйткәндә, M1 афлотоксин) эләгеүе ихтимал, улар пастеризация мәлендә таркалып юҡҡа сыҡмай[5].
Башҡа төрлө контаминанттар
- ағыулы элементтар — ҡурғаш (0,1 мг/кг артыҡ түгел ), мышаяҡ ( 0,05 мг/кг артыҡ түгел), кадмий (0,03 мг/кг), терегөмөш (0,005 мг/кг)
- йыуыу һәм дезинфекциялау саралары, ят антибиотиктар, сода);
- радионуклидтар — цезий-137, стронций-90;
- бактериялар.
Лактация осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лактация осоро — ул һөттөң барлыҡа килеү һәм һөт биҙҙәренән бүлеп сығарылыу процесы. Һыйырҙарҙа ул уртаса 305 көн дауам итә. Уны өс стадияға айыралар:
- ыуыҙ осоро — быҙаулағандан һуң яҡынса 7-10 көн тирәһе;
- Нормаль һөт алыу осоро — 280 көн;
- Әскелт тәмдәге һөт алыу осоро — лактация тамамланырға 7-14 көн ҡалғас.
Яңы һауылған һөт өҫтөнә бер ике сәғәттән һуң ҡаймаҡ ултыра, ул үҙе айырым һөт аҙығы булып тора.
Һөт аҙыҡтары:
Башҡа хайуандар һөтө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Болан һөтө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эвенкылар борондан һәм өле лә боландарҙы һауа, уларҙың һөтө аҙыҡ булараҡ та, йола үтәү маҡсаттарында ла ҡулланыла.
Төньяҡ боланы һөтөнөң составы:
- ҡоро матдәләр — 34,4 %
- май — 19,1 %
- аҡһым — 10,4 % (шул иҫәптән казеин — 8,8 %)
- лактоза — 3,3 %
- минераль матдәләр — 1,6 %
Мышы һөтө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә һәм Скандинавия илдәрендә мышыларҙы ҡулға эйәләштерергә тырышып ҡарайҙар, әммә аҫырау бик ауыр булғанға был идеянан баш тарталар. СССРҙа 7 мышы фермаһы була, әлеге ваҡытта тик береһе генә һаҡланып ҡалған — Кострома өлкәһендәге «Сумароков мышы фермаһы[en]».
Тәме буйынса мышы һөтө һыйыр һөтөнә яҡын, ләкин ул ҡуйыраҡ һәм шәкәрһеҙерәк. Дауалау туҡланыуында ҡулланыла. Туңдырып һаҡлана.
Кәзә һөтө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәзә һөтөнөң химик составы һәм үҙенсәлектәре һыйыр һөтөнөкөнә яҡын. Тик аҡһым, май һәм кальций күп булыуы менән генә айырыла; каротин да күп, шуға күрә ул аҡһыл һары төҫтә була. Кәзә һөтөнөң майында каприн кислотаһы һәм линолй кислотаһы күп, май бөртөксәләре лә вағыраҡ, был кеше организмының уны яҡшыраҡ үҙләштереүенә булышлыҡ итә. Уның аҡһымындағы аминокислоталар составы его белков близок к аминокислотному составу белков әсә һөтөндәге аминокислоталар составына яҡын, ләкин казеин мицеллалары эрерәк, 133 нм һәм унан да юғарыраҡ. Кәзә һөтө казеинында α-фракцийлар аҙыраҡ (10—15 %), шуға ла ҡаты булып эремәй. Кәзә һөтөнөң ҡуйылығы 3,6 проценттан 6 процентҡа етә һәм малдың тоҡомона ҡарап унан да артығыраҡ булып китә.
Кәзә һөтө А витаминына һәм ниацинға бай, һыйыр һөтөндәгенә ҡарағандан унда тимер һәм магния ҙа байтаҡҡа күберәк.
Кәзә һөтөнөң әселеге — 17—19 °Т (рН = 6,4÷6,7), тығыҙлығы — 1033 кг/м³. Составында ионлаштырылған кальций булғанға күрә кәзә һөтө тиҙ генә йылына.
Бейә һөтө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бейә һөтө күкһел-аҡ төҫтәге эсемлек, тәме үҙенсәлекле — теште бер аҙ ҡамаштыра. Уны диетик һәм ҡиммәтле дауалау аҙығын — ҡымыҙ етештереү өсөн файҙаланалар.
Бейә һөтөндә аҡһым, майҙар һәм минераль матдәләр һыйыр һөтөндәгенә ҡарағанда ике тапҡырға тип әйтерлек аҙыраҡ, ә бына лактоза яҡынса 1,5 тапҡырға күберәк[6]. Бейә һөтө юғары биологик ҡиммәткә эйә. Уның аҡһымдарын һәм майын организм тиҙ үҙләштерә. Аҡһымдарында аминокислоталар составы бик яҡшы балансланған.
Дөйә һөтө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйә һөтө — продукт, көнсығыш илдәрендә ул көн дә ҡуллана торған аҙыҡ (Урта Азия, Яҡын Көнсығыш, Ғәрәп ярымутрауындағы ғәрәп илдәрендә мәктәптәрендә һәм Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә балалар баҡсаларында туҡланыу рационына индерелгән). Шулай уҡ сырҙар, туңдырма, какао һәм башҡа аҙыҡтарҙы әҙерләүҙә ҡулланыла. Ҡаҙағстане, Төркмәнстан дөйә һөтө нигеҙендә милли ризыҡ һәм эсемлек шубат әҙерләнелә.
Микроэлементтар үтә күп булғанға күрә дөйә һөтө һыйыр һөтөнә ҡарағанда тәмлерәк, бер аҙ тоҙ тәме лә килә унан.
Ул бик файҙалы: составына кальций, фосфор, тимер, көкөрт һәм башҡа бик күп микроэлементтар инә, дөйә һөтөндә шөкөр лактозаһы һәм аминокислоталар күберәк, казеин аҡһымы аҙыраҡ. Дөйә һөтө.
Һарыҡ һөтө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙәттә һарыҡ һөтөн сыр етештереүҙә ҡулланалар. Һарыҡ һөтөнән етештерелгән сыр һыйыр һөтөнән етештерелгәнгә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ баһалана.
Ишәк һөтө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишәк һөтө аҙыҡ булараҡ ҡына ҡулланылып ҡалмай, ә кремдар, майҙар, һабын һәм башҡа кометика саралары әҙерләүҙә лә файҙаланыла.
Һөт аҙыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был аш йә эсемлектәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Литература
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [ Молоко] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- Молочная промышленность // Энциклопедия «Кругосвет».
- [1] 2019 йыл 31 июль архивланған.Кисломолочные продукты / В. Д. Харитонов, В. Ф. Семенихина, И. В. Рожкова // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- 2019 йыл 31 июль [https://web.archive.org/web/20190731060544/http://bigmeden.ru/article/%25D0%259C%25D0%25BE%25D0%25BB%25D0%25BE%25D0%25BA%25D0%25BE архивланған. Молоко — статья из Большой медицинской энциклопедии]
- Болезни молока // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Крусь Г. Н., Храмцов А. Г., Волокитина Э. В., Карпычев С. В. Технология молока и молочных продуктов / Под ред. А. М. Шалыгиной. — Москва: КолосС, 2006. — 455 с. — (Учебники и учебные пособия для студентов высших учебных заведений). — ISBN 5-9532-0166-4.
- Твердохлеб Г. В., Сажинов Г. Ю., Раманаускас Р. И. Технология молока и молочных продуктов. — Москва: ДеЛи принт, 2006. — 616 с. — ISBN 5-94343-104-7.
- Бредихин С. А., Космодемьянский Ю. В., Юрин В. Н. Технология и техника переработки молока. — Москва: КолосС, 2003. — 400 с. — ISBN 5-9532-0081-1.
- Гисин И. Б., Сирин В. И., Чепулаева Л. В., Шалыгина Г. А. Технология молока и молочных продуктов. — Москва: Пищевая промышленность, 1983. — 376 с.
- ↑ Федеральный закон Российской Федерации от 12 июня 2008 г. N 88-ФЗ «Технический регламент на молоко и молочную продукцию»
- ↑ Outwater JL1, Nicholson A, Barnard N. Dairy products and breast cancer: the IGF-I, estrogen, and bGH hypothesis. PubMed. https://www.ncbi.nlm.nih.gov+(1997 Jun).
- ↑ Откуда в молоке антибиотики? Интервью с технологом молочного отдела компании «Chr. Hansen» Татьяной Куликовой 2022 йыл 31 март архивланған.
- ↑ Fischer WJ, Schilter B, Tritscher AM, Stadler RH. Contaminants of milk and dairy products: contamination resulting from farm and dairy practices. (Английский) // Fuquay JW, ed. Encyclopedia of Dairy Sciences. 2nd ed. San Diego, CA : Academic Press. — 2011. — С. 887–897. — ISSN 10.1016/B978-0-12-374407-4.00104-7.
- ↑ Prandini A, Tansini G, Sigolo S, Filippi L, Laporta M, Piva G. On the occurrence of aflatoxin M1 in milk and dairy products. (Английский) // Food Chem Toxicol. — 2009. — С. 984–991..
- ↑ Prof. Dr. Kielwein. Leitfaden der Milchkunde und der Milchhygiene. Pareys Studientexte Blackwell Wissenschafts-Verlag- Berlin. 1994. 213 Seiten. ISBN 9783826330124 (нем.)