Әбсәләм (ауыл, Татарстан)
Ауыл | |
Әбсәләм татар. Әбсәләм | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423957 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Әбсәләм — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Ютазы районы ауылы. Әбсәләм ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан көньяҡ-көнбайыштараҡ 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбсәләм — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVII быуаттың икенсе яртыһында нигеҙләнгән[1]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.
1859 йылда мәсет, ХХ быуат башында 2 һыу тирмәне теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда ир енесле 72 йән башҡорт һәм 74 йән типтәр; 1816 йылда — 61 йән башҡорт һәм 67 йән типтәр; 1834 йылда — 92 йән аҫаба башҡорт, 92 йән керҙәш башҡорт һәм 115 йән типтәр; 1859 йылда — 673 башҡорт йәшәй. Керҙәш башҡорттар сығышы менән Бүләр улусы Биксәнтәй ауылының элекке аҫабаларынан[2].
1795 | 1859 | 1886 | 1897 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
135 | 637 | 604 | 807 | 925 | 1098 | 728 | 724 | 689 | 757 | 941 | 909 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән; төҙөлөш конструкциялары һәм материалдары комбинаты эшләй. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].