Иҫке Ҡаражерек

From Википедия
Jump to navigation Jump to search
Ауыл
Иҫке Ҡаражерек
татар. Иске Каразирек
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Ютазы

Ауыл биләмәһе

Иҫке Ҡаражерек

Халҡы

497 человек (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423965 

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 254 835 001

Код ОКТМО

92 654 435 101

Иҫке Ҡаражерек — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Иҫке Ҡаражерек ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

География[edit | edit source]

Ауыл Бәйрәкә йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан төньяҡ-көнсығышҡа табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих[edit | edit source]

Иҫке Ҡаражерек — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Заһит түбәһенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Чекан улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда 2 мәсет теркәлгән; шаршамбы һайын баҙар, йәрминкә үткәрелгән[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].

Халҡы[edit | edit source]

1795 йылда ир енесле 169 йән башҡорт; 1834 йылда — 256 башҡорт; 1859 йылда — 559 башҡорт йәшәй[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859188918971920192619381949195819701979198920022008
55916641275136910961020797610749533413509497

Инфраструктура[edit | edit source]

Игенселек, малсылыҡ, йәшелсәлек үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Иҫкәрмәләр[edit | edit source]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
  2. История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — Б. 126. — 808 б. — ISBN 978-5-85051-640-6.
  3. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — Б. 581-582. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1.