Алабакүл
Ауыл | |
Алабакүл татар. Алабакүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Алабуғакүл |
Халҡы |
423 кеше (2000) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423955 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Алабакүл — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Димтамаҡ ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Димескәй йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан көньяҡ-көнбайышҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алабакүл (Алабуғакүл) — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Байлар улусына ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда ауылда ир затлы 12 йән башҡорт; 1834 йылда — 30 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1886 | 1897 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
221 | 322 | 365 | 461 | 377 | 429 | 457 | 510 | 258 | 389 | 423 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән; кирбес цехы эшләй. Ауылда башланғыс мәктәп, клуб бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 580. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.