Эстәлеккә күсергә

Әзербайжан Милли сәнғәт музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан Милли сәнғәт музейы
әзерб. Azərbaycan Milli İncəsənət Muzeyi
Нигеҙләү датаһы 1936
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Azərbaycan Dövlət İncəsənət Muzeyi һәм Azərbaycan Milli İncəsənət Muzeyi
Кем хөрмәтенә аталған Мустафаев, Рустам Мамед оглы[d]
Менеджер/директор Чингиз Фарзалиев[d]
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Баҡы, Әзербайжан
Бағышланған сәнғәт
Архитектор Николай Августович Нонне[d]
Рәсми асылыу датаһы 6 май 1937
Адрес Niyazi küç. һәм 9-11
Рәсми сайт nationalartmuseum.az/?la…
nationalartmuseum.az/?la…
nationalartmuseum.az/?la…
Тасуирлау биттәре bakupages.com/pages/muse…
Страница учреждения на Викискладе National Art Museum of Azerbaijan
Карта
 Әзербайжан Милли сәнғәт музейы Викимилектә

Рөстәм Мостафаев исемендәге Әзербайжан Милли сәнғәт музейы[1] (әзерб. Rüstəm Mustafayev adına Azərbaycan Milli İncəsənət Muzeyi) — Әзербайжандың иң ҙур сәнғәт әҫәрҙәре музейҙарының береһе, унда 17000 берәмек сәнғәт әҫәре һаҡлана[1]. Музей 1936 йылда нигеҙләнә[2], 1943 йылда уға Әзербайжандың театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, күренекле әзербайжан театр рәссамы Рөстәм Мостафаевтың исеме бирелә[3].

Әлеге ваҡытта музей Баҡылағы XIX быуат аҙағында төҙөлгән ике иҫке бинала урынлашҡан. Музей залдарына Әзербайжан, Көнбайыш Европа, Рәсәй, Көнсығыш сәнғәт өлгөләре ҡуйылған. Музей тупланмаһы экспонаттары Канадала (1966), Кубала (1967), Сүриәлә (1968), Францияла (1969), Чехословакияла (1970), Алжирҙа (1970), Ираҡта (1971) күрһәтелә[4]. Музей шишәмбенән йәкшәмбегә тиклем 10:00—18:00 сәғәттәрҙә асыҡ.

Әзербайжан тарих музейында Тагиевтың кабинеты, башта һынлы сәнғәт бүлеге ошонда урынлашҡан була

1920 йылда Әзербайжан дәүләт музейында һынлы сәнғәт бүлеге асыла. 1936 йылда уның нигеҙендә үҙ аллы музей — Әзербайжан дәүләт сәнғәт музейы асырға ҡарар ителә[5]. Тәүҙә һынлы сәнғәт бүлеге элекке миллионер Ғаджи Зәйнәләбдин Тагиевтың йортон биләй, әле унда Әзербайжан тарих музейы урынлашҡан. Музей 1937 йылда асыла[4]. Һуңыраҡ музейға Низами Гәнжәүи исемендәге Әҙәбиәт музейының бишенсе ҡаты тапшырыла[6].

1943 йылда музейға театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, күренекле әзербайжан театр рәссамы Рөстәм Мостафаевтың исеме бирелә. Оҙаҡ йылдар буйы музейға Әзербайжандың халыҡ рәссамдары, СССР Дәүләт премиялары лауреаттары Сәләм Сәләмзадә, Кәзим Кәзимзадә, Ибраһим Зәйнәлов етәкселек итә.

1951 йылда сәнғәт музейына «Дебур йорто» тип йөрөтөлгән бина тапшырыла[7], уның адресы: Чкалов урамы, 9 (элекке Баҡса урамы, хәҙер — Ниязи), заманында был бинала «Каспий ширҡәте» йәмғиәтенең контораһы, Әзербайжан революцион комитеты һәм Әзербайжан Совнаркомы урынлашҡан була[8]. Музей сәнғәт ғилеме үҙәгенә әүерелә. Бында төрлө саралар — рәссамдарҙың юбилей күргәҙмәләре, музыкаль кисәләр, зыялылар менән осрашыуҙар һәм башҡалар — үткәрелә[5].

СССР тарҡалғас, музейға 1885 йылғы тағы бер бина тапшырыла, элек унда Мария ҡыҙҙар гимназияһы, унан һуң КПСС-тың Баҡы ҡала комитеты уранлашҡан була.

Музей директорҙары: 1994—2003 йылдарҙа — скульптор Ибраһим Зәйнәлов[9], 2003—2010 — сәнғәт ғилеме докторы Исрафил Исрафилов, 2010 йылдан алып әлегә тиклем — Әзербайжандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Чыңғыҙ Фарзалиев.

2013 йылдың 7 июнендә сәнғәт музейының яңы корпусы асыла.

Музей коллекцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙың 60 бүлмәһендә 3000-дән ашыу экспонат бар. Беренсе корпустағы ете бүлмә — Европа рәссамдары, ун бүлмә — рус рәссамдары ижадына, ә ҡалғандары иран, төрөк һәм япон сәнғәтенә бирелгән. Икенсе корпустағы 30 бүлмәнең бөтәһен дә әзербайжан рәссамдарының эштәре алып тора. Экспозицияла әзербайжан һынлы сәнғәте һәм биҙәү сәнғәте әҫәрҙәре, төрлө тарихи осорҙарҙағы халыҡ ижады өлгөләре бар.

Антик һәм Урта быуаттар сәнғәте тупланмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжандың антик һәм Урта быуаттар сәнғәте коллекцияһына Әзербайжан территорияһында табылған антик һәм Урта быуаттар сәнғәте әҫәрҙәре инә. Улар араһында Нахчивандан Манна дәүеренә ҡараған ҡош һындары, Баҡынан, Шәкиҙән беҙҙең эраға тиклем III—I быуаттарҙың ҡатын-ҡыҙ һындары, беҙҙең эраның I—III быуаттарынан кеше һындары, Гәнжәнән, Бейлаҡандан, Ғабаланан, Мингечаурҙан һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр бар.

Һынлы сәнғәт тупланмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжан сәнғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙа әзербайжан реалистик сәнғәтенә нигеҙ һалған Мирза Ҡадим Эривани, М. Навваб, Б. Кәнгәрле, А. Азимзадә (XIX быуат — XX быуат башы) һәм әзербайжан совет рәссамдары Сәләм Сәләмзадә, Микаил Абдуллаев, Әмир Ғаджиев, Таги Тагиев, Тоғрул Нариманбәков, Таир Сәләхов, Видади Нариманбәков, Ғазанфар Халыҡов, скульптор Омар Эльдаровтың иң яҡшы эштәре һаҡлана. Бер залды тулыһынса Саттар Баһлулзадә эштәре биләй[6].

Урыҫ сәнғәте секцияһында XVIII быуаттың мәшһүр рәссамдарының эштәре бар. Улар араһында Ф. С. Рокотов, В. Л. Боровиковский, Н. И. Аргуновты атарға була. XIX быуат рәссамдарынан К. П. Брюллов, А. А. Иванов, В. А. Тропинин, А. Венецианов, И. И. Шишкин, С. Ф. Щедрин, И. К. Айвазовский, И. И. Левитан, А. П. Боголюбов, А. И. Корзухин, К. В. Лемох, В. Д. Поленов, Ф. А. Васильев эштәре ҡуйылған. XIX быуат әҫәрҙәренең ҡайһы берҙәрендә Кавказ һәм Әзербайжан тәбиғәте, тормошо һүрәтләнә.

Музейҙа шулай уҡ XX быуат башы авангардсы рәссамдары Лазарь Лисицкий, А. В. Лентулов, И. Машков, А. Куприн, В. Кандинский, Ф. Боткин әҫәрҙәре һаҡлана. XX быуат башы рәссамдарынан В. Е. Маковский, К. А. Коровин, И. Э. Грабарь картиналары ҡуйылған[10].

Көнбайыш Европа сәнғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей коллекцияһында XVIXIX быуаттарҙағы Европа рәссамдары әҫәрҙәре бар.

Итальян рәссамдарынан Леандро Бассано, Франческо Солимена, Джованни Гверчино, Луини Бернардино, Андреа дель Сарто һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре бар. Улар араһында — Луиниҙың «Изге Катерина», Бассаноның «Ҡатын-ҡыҙ портреты», билдәһеҙ рәссамдың «Венеция күренеше», Бартоломео Шедониҙың «Иоанн Креститель», Гверчиноның «Йоҡоға сумған Эндимион», Андреа дель Сартоның «Сабый менән мадонна» һәм «Гарпиялар менән мадонна» картиналары.

Шулай уҡ итальян скульпторҙары Лоренцо Бартолини һәм Бартолоне Скеноде эштәре бар[6].

Фламанд һәм голланд живописы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фламанд һәм голланд сәнғәте ике залды алып тора. Коллекцияла фламанд рәссамдарынан Адраиан Браувер, Кесе Давид Тенирс, Юстус Сюстерманс, голланд рәссамдары Франс Халс, Адриан ван Остаде, Питер Клас, Михиль ван Миревельт, Бальтазар Бешей, Бальтазар Поль Оммеганк әҫәрҙәре ҡуйылған.

XVII—XIX быуаттарҙың француз рассамдарынан Гаспар Дюге, Жюль Дюпре, Паскаль Даньян-Бувре, Жан-Батист Грёз, Бенжамен-Констан, Жан Оноре Фрагонар, Луи Эрсан, Луи Ласалль һәм башҡалар әҫәрҙәре ҡуйылған.

Немец һәм испан живописы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙа немец рәссамдарының, Иоганн Генрих Роос һәм Фридрих Август фон Каульбахтың эштәре бар. Шулай уҡ испан рәссамы Бартоломе Эстебан Мурильоның «Мысырға барғанда ял» картинаһының күсермәһе һаҡлана.

Келәмдәр тупланмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙа Ҡарабах, Гәнжә, Ҡазах, Губа, Тәбриздең иҫке келәмдәре һәм келәм изделиелары бар.

Боронғо Мысыр сәнғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей коллекцияһында Боронғо Мысыр скульптуралары һәм барельефтары һаҡлана.

  1. 1,0 1,1 Интервью директора музея Чингиза Фарзалиева. Наша коллекция насчитывает свыше 17 тысяч экспонатов // газета : «Азербайджанские известия». — 2 марта 2012.
  2. В. Г. Власов. Большой энциклопедический словарь изобразительного искусства. — Лита, 2000. — Т. 1. — С. 534. — ISBN 5933630020.
  3. Мустафаев Рустам Мамед оглы // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. 4,0 4,1 Азәрбајҹан инҹәсәнәт музеји / Под ред. Дж. Б. Кулиева. — Азербайджанская Советская Энциклопедия: Главная редакция АСЭ, 1976. — Т. 1. — С. 144.  (әзерб.)
  5. 5,0 5,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Рагимова төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. 6,0 6,1 6,2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Зейналов төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  7. Шамиль Фатуллаев. Градостроительство Баку XIX—начала XX веков / Под ред. проф. В. И. Пилявского. — Ленинград: Стройиздат, 1978. — 215 с.
  8. Тамара Гумбатова. Дебуровский дворец // литературный портал : Проза.ру. — 2012.
  9. İbrahim İsmayıl oğlu Zeynalov (әзерб.) // Azərbaycan. — 2008. — С. 4.
  10. Азербайджанский музей искусств // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.


  • Б. Алекперова. Азербайджанский Государственный Музей Искусств им. Р. Мустафаева. Постоянная экспозиция. Каталог. — Советский Художник, 1961. — 98 с.
  • Азербайджанский государственный музей искусств имени Р. Мустафаева. Путеводитель. — Художник РСФСР, 1971. — 135 с.