Эстәлеккә күсергә

Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 23 ноябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Яманһары, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 ғинуар 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Ырымбур башҡорт педагогия техникумы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы (23 ноябрь 1903 йыл — 2 ғинуар 1975 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, педагог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1955), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). Ике Ҡыҙыл Байраҡ (икеһе лә 1943), 1-се (1945) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.

Сәғит[1](ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — Сәғид[2]) Рәхмәт улы Әлибаев 1903 йылдың 23 ноябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Яманһары ауылында тыуа (хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы).

1926 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай.

19261928 йылдарҙа БАССР-ҙың Йылайыр кантонында Баймаҡ һәм Мөхәмәтйәр мәктәптәре директоры була.

19291932 йылдарҙа «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең мәҙәниәт бүлеге мөдире.

1932 йылда Н. К. Крупская исемендәге коммунистик тәрбиә академияһын тамамлай.

19321936 йылдарҙа Ырымбур башҡорт педагогия техникумы директоры була. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә — уҡытыусы.

19361937 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы мәктәптәр бүлеге инструкторы.

19371938 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссары.

19411945 йылдарҙа 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары, полк командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары.

19461954 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының мәғариф министры.

19541959 йылдар — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты директоры.

1959—1966 йылдарҙа — РСФСР Педагогия фәндәре академияһының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы директоры.

СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1974 йылдың 2 ғинуарында вафат була. Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән[3].

Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Яманһары ауылында Сәғит Әлибаев урамы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960);
  • Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (икеһе лә 1943);
  • 1-се (1945) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949) һәм башҡалар.
  • Школы Башкирской АССР (Прошлое, настоящее и пути дальнейшего развития). Уфа, 1966.