Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы
(МО РБ)
Дөйөм мәғлүмәт
Бойһоноусылар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Штаб-квартира Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 йорт
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Хажин Айбулат Вәкил улы
Сайт
https://education.bashkortostan.ru/

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы — Башҡортостандың мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлек менән идаралыҡ иткән башҡарма власть органы.

Министрлыҡтың структураһына инә:

  • Дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге;
  • Урта һөнәри белем биреү бүлеге;
  • Юғары һөнәри белем биреү бүлеге;
  • Мәғарифты мәғлүмәтләштереү секторы;
  • Балаларҙың ялын һәм һауыҡтырыуҙы, уларға тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороу бүлеге.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы Башҡортостан территорияһында белем биреүҙең халыҡ-ара стандарттары юҫығында (ориентация), мәғариф системаһының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берләшмәләре, физик һәм юридик шәхестәр менән, белем биреү учреждегиеларында һәм мәғариф системаһы ойошмаларында идара итеү системаһын фәнни-тикшеренеү эштәрен координациялау буйынса үҙ-ара килешеп эшләүен тәьмин итеү йүнәлешендә берҙәм рәсәй белем биреү арауығында (пространство) республика һәм федераль программаларын тормошҡа ашырыу һәм үҫтереү менән шөғөлләнә.

Мәғариф министрлығы мәғариф системаһының үҫеше буйынса дәүләт сәйәсәтен формалаштырыу һәм тормошҡа ашырыуҙа, белем биреү процесының барлыҡ кимәлдәренең һәм баҫҡыстарының күсәгилешлеген иҫәпкә алып, республика башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген координациялай, белем биреү үҫеше тенденцияларын комплекслы анализлай һәм фаразлай, республика башҡарма власть органдары, мәғариф системаһының белем биреү учреждениелары һәм ойошмалары, йәмәғәт берләшмәләре ҡатнашлығында мәғариф өлкәһендәге, белем биреү системаһындағы фәнни эшмәкәрлектең маҡсатлы, ведомство-ара программалары һәм проекттарын, шулай уҡ мәғарифҡа дәүләт ярҙамы төбәк-ара программаларын әҙерләй.

1917 йылдың ноябрендә Башҡорт Хөкүмәте эргәһендә халыҡ мәғарифы бүлеге төҙөлгән, уның етәксеһе итеп Муса Смаков тәғәйенләнгән.

РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1918 йылдың 26 июне декретына ярашлы, урындағы власть органдары эргәһендә халыҡ мәғарифы бүлектәре ойошторола. Өфө губернаһында урындағы губревком — Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеген (Уфгубоно) булдырған, ә Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы территорияһында, Башревком эргәһендә Мәғариф халыҡ комиссариатын (Башнаркомпрос) булдырған.

1922 йылдың июнендә, һуң уҡыусылар «Оло Башҡортостан» барлыҡҡа килгәндән һуң, Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеген Башҡортостан мәғарифы халыҡ комиссариаты менән берләштергәндәр. Мәғарифтың халыҡ комиссары итеп элек «Бәләкәй Башҡортостан» мәғарифы комиссариатын етәкләгән Һ. С. Сәғәҙиев тәғәйенләнә. Ул ваҡытта мәғариф халыҡ комиссариатына театрҙар һәм музейҙар, мәҙәни-ағартыу учреждениелары һәм китап нәшриәте буйһонған[1].

1946 йылда, СССР Юғары Советы Президиумы указдарына ярашлы, Халыҡ комиссариаттары Министрлыҡ итеп үҙгәртелгән. РСФСР Мәғариф Министрлығына һәм Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советына буйһонған БАССР Мәғариф министрлығы ойошторолған.

1990 йылдан бирле — Башҡорт ССР-ы Халыҡ мәғарифы Министрлығы, ә 1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тип атала.

Башҡорт АССР-ының Мәғариф буйынса халыҡ комиссарҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ведомство ҡарамағындағы учреждениелар[3]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
№ п/п Атамаһы Почта адресы
1 Советтар Союзы Геройы Солтан Бикеев исемендәге Өфө профессиональ колледжы РБ, Өфө ҡалаһы, Һ.Дәүләтшина урамы, 3
2 Өфө ҡалаһы Әхмәт Дәүләтов исемендәге 10-сы ПТУ РБ, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 4
3 Башҡорт иретеп йәбештереү-монтаж һәм сәнәғәт етештереүе колледжы РБ, Өфө ҡалаһы, Спартак урамы, 13
4 Стәрлетамаҡ профессиональ-техник колледжы РБ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, А. Невский урамы, 27
5 Салауат ҡалаһындағы 20-се ПТУ РБ, Салауат ҡалаһы, Хмельницкий урамы, 51/23
6 Ишембай ҡалаһындағы 21-се ПТУ РБ, Ишембай ҡалаһы, Ленин урамы, 18а
7 Октябрьский күп профилле профессиональ колледжы РБ, Октябрьский ҡалаһы, 25-се микрорайон
8 Сибай төҙөү һәм сервис колледжы РБ, Сибай ҡалаһы, Таусылар проспекты, 4
9 Белорет төҙөлөш колледжы РБ, Белорет ҡалаһы, Октяюбрҙең 50 йыллығы урамы, 53
10 Нефтекама күп профилле колледжы РБ, Нефтекама ҡалаһы, Ленин урамы, 38
11 Бәләбәй индустриаль колледжы РБ, Бәләбәй ҡалаһы, Красная (Ҡыҙыл) урамы, 101
12 Мәләүез индустриаль колледжы РБ, Мәләүез ҡалаһы, Беренсе Май урамы, 8
13 43-сө ПТУ РБ, Туймазы районы, Собханҡол ауылы, Южная (Көньяҡ) урамы, 5
14 Өфө ҡалаһындағы 44-се ПТУ РБ, Өфө ҡалаһы, Ухтомский урамы, 29
15 Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 54-се ПТУ РБ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Волочаевская урамы, 2
16 Өфө политехник колледжы РБ, Өфө ҡалаһы, Зенцов урамы, 81а
17 Өфө художество-сәнәғәт колледжы РБ, Өфө ҡалаһы, Өфө шоссеһы урамы, 22
18 Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 71-се ПТУ РБ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Туҡай урамы, 2б
19 Салауат ҡалаһындағы 72-се ПТУ РБ, Салауат ҡалаһы, С. Юлаев бульвары, 36
21 Ишембай ҡалаһындағы 76-сы ПТУ РБ, Ишембай ҡалаһы, Геология урамы, 60
22 78-се ПТУ РБ, Баҡалы районы, Баҡалы ауылы, Мәктәп урамы, 1
23 80-се ПТУ РБ, Йылайыр районы, Юлдыбай ауылы, Йылға аръяғы (Заречная) урамы, 1
24 Ауырғазы күп профилле колледжы РБ, Ауырғазы районы, Толбазы ауылы, Ленин урамы, 125
25 Башҡорт агросәнәғәт колледжы РБ, Өфө ҡалаһы, Михайловка ауылы, Баҡса (Садовая) урамы, 6
26 85-се ПТУ РБ, Саҡмағош районы, Саҡмағош ауылы, Парк урамы, 3
27 Башҡорт аграр-технологик колледжы РБ, Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы, Комсомол урамы, 9
28 Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы РБ, Балтасы районы, Иҫке Балтасы ауылвы, Комсомол урамы, 4
30 Нефтекама профессиональ колледжы РБ, Нефтекама ҡалаһы, Тракт урамы, 41
32 94-се ПТУ РБ, Бүздәк районы, Ҡаран ауылы, Яңы (Новая) урам, 7
33 Башҡорт ауыл хужалығы профессиональ колледжы РБ, Асҡын районы, Асҡын ауылы, Ленин урамы, 153
34 Учалы ауылындағы 98-се ПТУ РБ, Учалы районы, Учалы ауылы, Мәктәп урамы, 1
36 101-се ПТУ РБ, Яңауыл районы, Прогресс ҡасабаһы, Механизаторҙар урамы, 24
37 Языково ауылындағы 112-се ПТУ РБ, Благовар районы, Языково ауылы, Пушкин урамы, 25
38 Иҫәнғол ауылындағы 116-сы ПТУ РБ, Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы, Геология урамы, 17
39 148-се ПТУ РБ, Шаран районы, Шаран ауылы, Мәктәп урамы, 3
40 Мишкә агросәнәғәт колледжы РБ, Мишкә районы, Мишкә ауылы, Ленин урамы, 143
41 Өфө художество-гуманитар колледжы РБ, Өфө ҡалаһы, Рыбаков урамы, 6а
42 Дүртөйлө күп профилле колледжы РБ, Дүртөйлө районы, Иҫке Уртай ауылы, Кооператив урамы, 3
43 Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы РБ, Баймаҡ районы, Урғазы ауылы, Коммунистик урам, 1
44 Дыуан күп профилле колледжы РБ, Дыуан районы, Дыуан ауылы, Гагарин урамы,51

2000 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы эргәһендә Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 34 адресы буйынса Республиканың мәғариф үҫеше тарихы музейы эшләй[4].

2014 йылдың 4 авгусында интернетта 2014 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов ҡул ҡуйған барлыҡ мәғариф идаралыҡтары етәкселәренә йүнәлтелгән документ хасил булды. Унда чиновник республиканың мәғариф идаралыҡтарына 2014 йылдың 15 авгусына саҡлы «төрлө провокацион хәрәкәттәр булдырмау маҡсатында, Украинаның көнбайыш өлкәләренән сыҡҡан уҡыусылар контингентының республика мәғариф ойошмаларында уҡытыу мөмкинлегенә анализ яһау» кәрәклегенһыҙыҡ өҫтөнә ала. Был республика президенты Рөстәм Хәмитовтың 2014 йылдың 21 июлендә сыҡҡан РП-160-сы һанлы «Республиканың башҡарма, урындағы үҙидара һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының Украина территорияһын ташлап китергә мәжбүр булған кешеләрҙе ҡабул итеп, ваҡытлыса урынлаштырыуҙы ойоштороу тураһында[5]» күрһәтмәһен тормошҡа ашырыу хаҡына эшләнергә тейеш булған.

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығында документтың ысын булыуын раҫланылар, ләкин асылын тәнҡитләнеләр. РФ мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Вениамин Каганов "инициативаның аптыратырлыҡ икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды, һәм республика мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа ситуацияға төшөнөргә тәҡдим яһаны һәм «алдағы көндә мәғәнәһен төрлөсә аңлатырлыҡ документтар донъя күрергә тейеш түгел» тине. СПЧ ағзаһы һәм «Агора» кеше хоҡуҡтарын яҡлау ассоциацияһы рәйесе Павел Чиков баһалауынса, башҡорт мәғариф министрлығы инициативаһын экстремизм тип атаны, «Өкө» үҙәге директоры Александр Верховский Владимир Аристарховты эшенән сығарырға тәҡдим итте[5].

  • Ергин Ю. В. Педагогические журналы Башкортостана 20-30-х годов XX века. //Педагогический журнал Башкортостана. № 1 (20), 2009. С.135.
  • Кутушев Г. З. Народный комиссариат просвещения Башкирской АССР в 1919—1941 гг.: диссертация … кандидата исторических наук. — Уфа, 2014. — 228 с.
  1. История Башкортостана в ХХ веке: учебник для студентов вузов. / под. ред. М. Б. Ямалова, Р. З. Алмаева. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2007. — 308 с.-С. 154
  2. Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия 2013 йыл 5 июнь архивланған.
  3. Деятельность 2016 йыл 8 апрель архивланған.
  4. Музей истории образования Башкортостана 2008 йыл 14 февраль архивланған.
  5. 5,0 5,1 Перестраховались до экстремизма