Әмиров Тәлғәт Сәбиғйәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әмиров Тәлғәт Сәбиғйәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 ноябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Мөслим ауылы, Яңы Мөслим ауыл Советы, Мәсетле районы
Вафат булған көнө 16 март 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы

Әмиров Тәлғәт Сәбиғйәр улы (27 ноябрь 1920 йыл16 март 1993 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1940 йылдан ВКП (б) ағзаһы. 1969—1981 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитете рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәлғәт Сәбиғйәр улы Әмиров 1920 йылдың 27 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны[1] Яңы Мөслим ауылында тыуған.

1940 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, уны Алыҫ Көнсығышта, хәҙерге Амур өлкәһенең Свободный ҡасабаһында Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының Сик буйы ғәскәрҙәре составында үтә[2]. Милитаристик Японияға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1945 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

1947 йылда лейтенант хәрби званиеһында запасҡа ҡайтарыла.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген ВЛКСМ-дың Мәсетле район комитетының икенсе секретары булып башлай. Артабан ВКП (б)-ның Учалы район комитетының икенсе секретары, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Нуриман район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.

1969—1981 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитете рәйесе вазифаһында хеҙмәт һала.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1967)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]