Әнүәр Ходжа
Әнүәр Хәли Ходжа | ||||
алб. Enver Halil Hoxha | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
8 ноябрь 1941 — 11 апрель 1985 | ||||
Алдан килеүсе: | вазифа бөтөрөлгән | |||
Дауамсы: | Рәмиз Әлий | |||
| ||||
1 ғинуар 1946 — 23 июль 1954 | ||||
Алдан килеүсе: | вазифа булдырылған | |||
Дауамсы: | Мәхмәт Шеху | |||
| ||||
22 март 1946 — 23 июль 1953 | ||||
Алдан килеүсе: | Омер Нишани | |||
Дауамсы: | Бехар Штюла | |||
| ||||
1944 — 1953 | ||||
Дине: | (атеист) | |||
Тыуған: | 16 октябрь 1908 Гирокастра, Ғосман империяһы | |||
Үлгән: | 11 апрель 1985 (76 йәш) Тирана, Албания Халыҡ Социалистик Республикаһы | |||
Ерләнгән: | Мемориальное кладбище «Павших героев нации» в Тиране, в мае 1992 года перезахоронен на общественном кладбище на окраине Тираны[1] | |||
Ҡатыны: | Неджимие Руфи | |||
Балалары: | Илир Ходжа, Сокол Ходжа, Пранвера Ходжа | |||
Партия: | 1) Француз коммунистар партияһы 2) Бельгия коммунистар партияһы 3) Албания хеҙмәт партияһы (с 1941) | |||
Белеме: | 1) Монпелье университеты 2) Марксизм-ленинизм институты 3) Мәскәү сит телдәр институты | |||
Хәрби хеҙмәт | ||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1939 — 1985 | |||
Принадлежность: | Албания | |||
Ғәскәр төрө: | Партизан | |||
Звание: | Армия генералы | |||
Командир булған: | Албанияның Милли-азатлыҡ армияһы Албания Ҡораллы Көстәре | |||
Бәрелештәр: | Икенсе донъя һуғышы | |||
Автограф: | ||||
Наградалары: |
| |||
Әнүәр Хәли Ходжа (алб. Enver Halil Hoxha; 16 октябрь 1908 йыл, Гирокастра, Ғосман империяһы — 11 апрель 1985, Тирана, Албания Халыҡ Социалистик Республикаһы) — Албанияның сәйәси эшмәкәре, социалистик Албанияның 1944—1985 йылдарҙағы ғәмәлдәге етәксеһе. Албанияның Халыҡ Геройы.
Албания хеҙмәт партияһы Үҙәк комитетының Беренсе секретары (1941—1985), илдең Министрҙар Советы Рәйесе (1946—1954), Сит ил эштәре (1946—1953) һәм Оборона министры (1944—1953), бер үк ваҡытта Албания Ҡораллы Көстәренең Баш главнокомандующийы вазифаларын биләй (1944—1985)[2].
Әнүәр Ходжаның ҡырҡ йылдан артыҡ хакимлек итеү осоронда ил иҡтисадын, мәғарифын һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүҙә уңыштарға өлгәшелә. Эҙмә-эҙлекле сталинсы булараҡ, ул эске сәйәсәттә ҡаты методтар ҡуллана: сәйәси оппозиция баҫтырыла һәм етәкселек итеүсе партия ағзалары араһындағы лояллеккә шик тыуғандар юҡ ителә. Йәшерен сәйәси полиция Сигурими — Дәүләт именлеге директораты эшләй.
Власҡа килгәнсе тормош юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ходжа 1908 йылдың 16 октябрендә ул ваҡытта Ғосман империяһы составына ингән Албанияның көньяғында урынлашҡан Гирокастра тигән ҙур булмаған (халҡы 2004 йылда 22,8 мең кеше) ҡалала тыуған.
1926 йылда башланғыс мәктәпте, 1930 йылдың йәйендә Корча ҡалаһындағы лицейҙы тамамлай. Музыка менән мауыға, шиғырҙар яҙа, диспуттар һәм әҙәби кисәләр ойоштора. 25 йәшенә француз һәм төрөк телдәрен үҙләштереп өлгөргән Әнүәр матбуғатта баҫыла һәм Маркс, Энгельс һәм Ленин хеҙмәттәре менән таныша башлай.
1930 йылдың октябрендә Ходжа Францияның көньяғында урынлашҡан Монпельет ҡалаһы университетының тәбиғи фәндәр факультетына уҡырға инә, дәүләт стипендияһы ала, әммә тиҙҙән вуздан ҡыуып сығарыла. Партия тарихнәмәһе буйынса — социалистик идеяларға бирелгәнлеге өсөн. 1934—1936 йылдарҙа Албанияның Брюсселдәге консуллығында секретарь булып эшләй, урындағы университетта хоҡуҡ фәне өйрәнә һәм студенттарҙың албан революционеры Лазар Фундо етәкләгән түңәрәгенә йөрөй.
Ходжа Франция коммунистар партияһының албан секцияһы һәм коммунистик хәрәкәттең Марсель Кашен, Морис Торез, Анри Барбюс һәм Луи Арагон кеүек күренекле эшмәкәрҙәре менән таныша. Франция коммунистарының гәзите «Юманите» менән хеҙмәттәшлек итә, албан телендәге коммунистик бюллетенде мөхәррирләй. Ул Сталин һәм ВКП(б) эшмәкәрлеге менән һоҡлана, Албанияға нәҡ шундай партия кәрәк тип һанай. Әнүәр Сталиндың мөһим телмәрҙәрен, большевиктар партияһы ҡарарҙарын, Коминтерн лидерҙары сығыштарын албансаға тәржемә итә. Франция коммунистар партияһы ағзаһы булған Әнүәр Ходжа 1935—1936 йылдарҙа Бельгияла була һәм унда Бельгия коммунистар партияһы сафына инә, уның матбуғатында баҫыла.
Үҙенең мәҡәләләрендә троцкистарҙы, бухаринсыларҙы һәм «албан монархо-фашистарын» (Зогу режимы) тәнҡитләй. Коминтерндың грек һәм итальян секциялары Ходжаға Албаниялағы үҙ коммунистик партияһын ойошторорға ынтылған коммунистик подполье менән бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итә.
1936 йылдың яҙында Әнүәр Албанияға ҡайта һәм Корчала француз теле уҡыта башлай. Уны урындағы һәм Тираналағы коммунистик төркөмдәрҙең етәксе составына һайлайҙар, ә үҙенең тыуған ҡалаһы Гирокастрала шундай төркөм башында тора.
1938 йылда Корча коммунистары башлығы А. Кельменди Париж дауаханаһында үпкә сиренән вафат була. Коминтерндың грек һәм француз секциялары яҡлауы һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре Георгий Димитровтың шәхсән булышлығы менән ошо төркөмдө етәкләй.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ходжа Э. Хрущёвцы
- Ходжа Э. Титовцы. Издательство РКПО «Русь». Санкт-Петербург (в выходных данных указан «Ленинград»). 1997.
- Ходжа Э. Хрущёв убил Сталина дважды [Текст] / Э. Ходжа. — М. : Алгоритм : Эксмо, 2010. — 224 с. — (Загадка 1937 года). — ISBN 978-5-699-42714-7
- Архив произведений Э. Ходжи (инг.)
- Выступление на Совещании коммунистических и рабочих партий, 1960 г. (исп.)
- Энвер Ходжа. Его жизнь и работа. Архивные материалы. Произведения, переведённые на русский язык (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Раздел «Вопросы — ответы» сайта «Энвер Ходжа. Его жизнь и работа». Страница 2
- ↑ Ходжа Энвер 2014 йыл 11 декабрь архивланған.. БСЭ. — 1969—1978
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Албанский сайт, посвящённый Энверу Ходже 2006 йыл 3 февраль архивланған. (инг.)
- Энвер Ходжа. Его жизнь и работа. Сайт на русском языке (рус.)
- http://www.enver-hoxha.net/
- Человек, отменивший религию
- Броз Тито, Энвер Ходжа, Иосиф Сталин и НАТО в битве за Косово 2016 йыл 9 март архивланған.
- Албания: страна «мерседесов» и пулемётных бункеров