Әхмәт (Саҡмағош районы)
Әхмәт | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Әхмәт (рус. Ахметово) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 326 кеше була[1]. Почта индексы — 452225, ОКАТО коды — 80256855002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәт ауылы Баҙы йылғаһынан уң яҡта урынлашҡан. Уға нигеҙ XVII — XVIII быуаттар араһында Ҡыр-Йылан улусының аҫаба башҡорттары тарафынан һалына, әммә уларҙың байтағы XVIII быуат урталарында икенсе урынға күсенеп төпләнә. Ауылда башҡорт-керҙәштәр һәм типтәрҙәр ҡала. Башҡорт-керҙәштәр 1700 йылда Ҡыр-Йылан улусының аҫаба башҡорттары менән килешеү нигеҙендә килеп төпләнгән була. Уларға аҫаба башҡорт Туйҡа Иҫәнғолов үҙ ерҙәренә инергә рөхсәт бирә. Типтәрҙәр иһә XVIII быуаттың беренсе сирегендә бер ниндәй ҙә документтарһыҙ килеп төпләнә. 1785 йылда аҫаба башҡорт Азамат Йәнәбирҙин алпауыт П. Ф. Квашнин- Самаринға Йылан улусының аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн һата. Ауыл халҡы 1773 -1774 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында әүҙем ҡатнаша[2].
Кантон системаһы осоронда йорт старшинаһы Ҡыҙрас Атдимасов, поход есаулы Ибраһим Үмәрбаев, поход хорунжийы Шаһиәхмәт Ибраһимов, йорт есаулы Смағил Үмәрбаев, поход старшинаһы Әхтәм Үмәрбаев, йорттоң йөҙ башы Ноғоман Атдимасов, мөәзин Ардыуан Зәбировтар ауылдың юғары ҡатламына ҡарай, тип билдәләргә була[2].
1870 йылда Әхмәт ауылы төрлө исем аҫтында йөрөй: Рафиҡ, Дөмәй. 1795 йылда Әхмәт ауылында 70 башҡорт һәм 14 типтәр, 1816 йылда - 100 башҡорт һәм 28 типтәр, 1834 йылда 117 башҡорт һәм 26 типтәр йәшәй. Ә 1859 йылдағы рәүиз документтарында ауылда йәшәгән 196 кеше башҡорт булараҡ теркәлә. 1870 һәм 1920 йылда ауыл халҡы тулыһынса башҡорт булараҡ теркәлә, һәм ауыл Бәләкәй Әхмәт тип атала[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 326 | 168 | 158 | 51,5 | 48,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 30 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Тайнаш): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 89 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исхаҡов Нәжип Сәхипзада улы (1930—2015), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1959—1990 йылдарҙа Бөрйән район үҙәк дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1974), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Елан. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 9. — С. 117—118. — 720 с. — 3 500 экз. — ISBN 978-5-85051 605 5.
- ↑ Состоялось открытие мемориальных досок Заслуженным врачам Башкирской АССР. Администрация Бурзянского района РБ, официальный сайт. 11 февраля 2019 года 2022 йыл 1 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2020)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2020)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2020)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәт (Саҡмағош районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2020)