Эстәлеккә күсергә

Өҫән-Ивановка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Өҫән-Ивановка
рус. Усень-Ивановское
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бәләбәй районы

Ауыл биләмәһе

Өҫән-Ивановка ауыл Советы (Бәләбәй районы)

Координаталар

54°11′17″ с. ш. 54°20′24″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1741

Халҡы

882[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452033

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 209 840 001

ОКТМО коды

80 609 440 101

ГКГН номеры

0517925

Өҫән-Ивановка (Рәсәй)
Өҫән-Ивановка
Өҫән-Ивановка
Өҫән-Ивановка (Башҡортостан Республикаһы)
Өҫән-Ивановка


Өҫән-Ивановка (рус. Усень-Ивановское) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 882 кеше[2]. Почта индексы — 452033, ОКАТО коды — 80209840001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 882 399 483 45,2 54,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Бәләбәй): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксаков): 29 км

Өҫән-Ивановка ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа 18 саҡрым һәм Аксаков тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 29 саҡрым алыҫлыҡта Өҫән йылғаһы буйында урынлашҡан. Өҫән-Ивановка ауылына старообрядсылар тарафынан 1741 йылда нигеҙ һалына. Түбәнге Новгород губернаһы Балахнин өйәҙенең Городец ҡасабаһынан һәм Кама йылғаһы буйындағы Шуран ауылынан күсеп килгәндәр. Өҫән-Ивановка ауылы урынында мең башҡорт ҡәбиләһе йәшәгән Ырыҫлы тип аталған тораҡ пункт булған. Һуңынан башҡорттар Ҡыҙрас ауылына күсенәләр. 1761 йылда Урал сәнәғәтсеһе Иван Петрович Осокин Өҫән йылғаһы буйында үҙенең сираттағы баҡыр иретеү заводын төҙөй. Иоанн Предтеча Раштыуаһы көнөндә уны яҡтырта, шуға күрә үҙ исемдәренең ҡушылыуынан «Өҫән-Иваново заводы» исеме тыуа. 1761 йылда быуа төҙөлә, уның ресурстары баҡыр иретеү заводының эшен тәьмин итә. Завод 1761 йылдың 29 ноябрендә эш башлай. 1864 йылда завод ябыла. Быуа йәшәүен дауам итә һәм «Барский пруд» исемен һаҡлап ҡала. Өҫән йылғаһы буйында 12 һыу тирмәне төҙөлгән. Беренсе тирмән 1905 йылда элекке («Барский пруд») быуаһында төҙөлгән. 1911 йылдың июль башында Сергей Эфрон менән Марина Цветаева ҡымыҙ менән дауаланырға килә. Ауылда ағалы-ҡустылы Баязит менән Шәңгәрәйҙең 2 ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булған. Улар Квашниндарҙың түбәнге урамындағы бүлмәһен ҡуртымға алған. Марина Цветаева Өҫән-Ивановка ауылында бер айҙан ашыу йәшәгән. Улар туҡтаған йорт һаҡланмаған, был урында мемориаль таҡтаташ тора, ә урам уның исемен йөрөтә. 1992 йылда Цветаеваға Рәсәйҙә беренсе һәйкәл ҡуйыла. 1993 йылда урман хужалығы бинаһында М. Цветаеваның музейы асылған. 1910 йылда ауылда 1500 йорт, 5 урам иҫәпләнә: Шишовка, Үрге, Урта, Квашнинка, Заречная. Ике сиркәү — старообрядсылыҡ ғибәҙәтханаһы (1906), Раскольниктар ғибәҙәтханаһы (1842), ике мәктәп, медпункт, өс кибет (магазин), ҡабаҡ, һырахана булған. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. Ауылда улус идараһы урынлашҡан. Ауыл эргәһендә Өҫән-Ивановка заказнигы урынлашҡан.

Халҡы: 1795 йылда — 671 кеше, 1865 йылда 276 йортта — 1813 кеше кеше, 1906 йылда — 1083 кеше; 1920 йылда — 3374 кеше; 1939 йылда — 2923 кеше; 1959 йылда — 1518 кеше; 1989 йылда — 916 кеше; 2002 йылда — 926 кеше; 2010 йылда — 882 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, шәфҡәт туташы хеҙмәте бүлеге, мәҙәниәт йорто («Рябинушка» урыҫ халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, сиркәү, Цветаева М. музейы бар; Цветаеваның тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй[3][4][5].

Марина Цветаева музейы

Исемдәре:[6]

  • Йылға арты урамы (рус. Заречная (улица))
  • Комсомол урамы (рус.  Комсомольская (улица))
  • Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))
  • М.Цветаева урамы (рус. М.Цветаевой (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Пушкин посадкаһы — 1899 йылда А. С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ултыртылған ҡарағай, шыршы, ҡарағас ағастары.
  • Цветаева аллеяһы — 1992 йылда М. Цветаеваның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ултырталған ҡарағай ағастары.
  • Пушкин аллеяһы — 1999 йылда А. С. Пушкиндың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы күк шыршы һәм йүкә ағастары.
  • Барский пруд (Бай быуаһы) — 12 гектар майҙанлы матур һыуһаҡлағыс.
  • Девичий ключ (Ҡыҙҙар шишмәһе) — таҙа һыулы шишмә..
  • Өҫән-Ивановка заказнигы — уның территорияһында ҡарағай урмандары, ҡайын сауҡалығы урынлашҡан. 1869 йылда бында В. И. Даль килә.
  • Старообрядсылар сиркәүе — 1895 йылда төҙөлгән.
  • «Аслыкүл тәбиғәт паркы» — тоҙло һыулы күл, Башҡортостандың иң ҙур күле, М. Цветаева музейынан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан
  • Марина Цветаеваның йорт-музейы — 1993 йылдың 2 октябрендә үҙ эшен башлай, 1992 йылда Рәсәйҙә М.Цветаеваға беренсе һәйкәл ҡуйыла.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1911 йылдың йәйендә Марина Цветаева, уның буласаҡ ире Сергей Эфрон Өҫән-Ивановкала ҡымыҙ менән дауалана. 1993 йылда ауылда Марина Цветаева музейы асыла.