Юлаев, Салауат Юлай улы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле
Башҡортостан гербы, Салауат Юлаев һәйкәле
Советтар Союзында сыҡҡан почта маркаһы.

« Салауат — башҡорт үҙаңының нормаһы.
Алексей Иванов. Рәсәйҙең һырты.[1]
»

Салауат Юлаев (17541800) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир. Пугачевтың көрәштәше, 17731775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Юлай Аҙналиндың улы.

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Салауаттың бала һәм үҫмер сағы

1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур виләйәте, Өфө провинцияһы, Шайтан-Көҙөй олоҫо, Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй ауылы 1775 йылда яубаҫыусылар тарафынан яндырылған, хәҙерге выҡытта урыны Башҡортостандың Салауат районына тура килә. Атаһы Юлай Аҙналин Шайтан-Көҙөй олоҫо старшинаһы, халыҡ араһында ихтирам яулаған, ваҡытына күрә алдынғы ҡарашлы кеше. Салауат бала сағында уҡ төрки телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын хәтирәләр бәйән итә. Йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған ырыу ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында туҙҙыра һәм яндыра.

[үҙгәртергә] Крәҫтиәндәр һуғышы

Ырымбур далаларында 1773 йылдың 17 сентябрендә әбей батша – Екатерина ҡаршы халыҡ ихтилалы күтәрелә. Ихтилалды, Петр I исемен ҡулланып, казак Емельян Пугачев етәкләй. 1773 йылдың 12 ноябрендә ихтилалсыларға йәш поход старшинаһы Салауат етәкселегендә бер төркөм башҡорт яугирҙәре килеп ҡушыла. Улар батша ғәскәрҙәре менән беренсе тапҡыр 1773 йылдың 12 ноябрендә, Ырымбур ҡәлғәһе янында, алышҡа инәләр. Салауат ноябрь – декабрь башында Пугачев етәкләгән яуҙарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа, ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн егерме йәше лә тулмаған Салауатҡа Петр III исеменән полковник дәрәжәһе бирелә.

Артабан Салауат етәкләгән айырым корпус Красноуфим-Көнгөр яҡтарына китә. 1774 йылдың ғинуар айында Көнгөр ҡәлғәһе ҡамауға алына. Апрель айында Салауат ғәскәре менән кире Әй-Йүрүҙән буйҙарына ҡайта. 1774 йылдың 3 һәм 5 июнендә Әй буйында урынлашҡан Ҡыйғы ауылы янында батша ғәскәрҙәре менән көслө алыштар була. Был алышта ихтилалсылар ҙур еңеү яулай һәм артабанғы алыштар Көнгөр һәм Оса ҡәлғәләре тирәһенә күсә. Оса ҡәлғәһен 14 июндә ҡамауға алалар, 21 июндә ҡәлғә ихтилалсылар ҡулына күсә.

Пугачев ғәскәренең төп өлөшө Ҡазан тарафтарына юллана, Салауат Юлаев етәкселегендәге төркөм Башҡортостан биләмәлерендә ҡалған батша ғәскәрҙәре менән көрәшеүен дауам итә. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына. Төньяҡтан Салауат Юлаев төркөмө, көньяҡтан – Ҡасҡын Һамаров, көньяҡ-көнбайыштан – Ҡәнзәфәр Усаев, төньяҡ-көнсығыштан – Туктамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора.

Даими хәрби әҙерлек үтҡән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша, шул иҫәптән 11 алышты үҙе етәкләй. Батша ғәскәрҙәре менән һуңғы алышы 1774 йылдың ноябрь айы аҙағында, Ҡатау-Ивановск заводы тирәһендә була.

Салауат Юлаев 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең Троицк сиркәүенең иҙән аҫты зинданында ябып тотола. Тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға, Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайҙарына һәм биттәренә «В», «У» (вор, убийца) тамғалары баҫалар. Икенсе сығанаҡтар буйынса, «З», «Б», «И» (злодей, бунтовщик, изменник) тамғалары баҫылған, тигән мәғлүмәт бар.

1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Юлдары Өфөлә башлана һәм Минзәлә – ҠазанТүбәнге ЯңыҡалаМәскәүТверьБөйөк Яңыҡала – Ревель аша үтеп, Рогервик ҡәлғәһендә тамалана. Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә — Эстонияның Палдиски ҡалаһы. Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә вафат була.

Палдискиҙа Салауат бюсы

[үҙгәртергә] Шағир – сәсән

Башҡорт халҡының Салауат Юлаевҡа ҡарата булған мөнәсәбәте уны шағир – сәсән итеп таныуында, шиғри әҫәрҙәрен быуындан-быуынға тапшырып һаҡлауында яҡты сағыла. Салауат Юлаевтың 500-ҙән ашыу шиғыр юлдары билдәле. Башҡорт халҡын кәмһетеүселергә ҡаршы көрәшкә саҡырыу «Яу», «Уҡ», «Егеткә» исемле шиғырҙарында яңғырай. «Уралым», «Тыуған ил», «Һандуғас» исемле шиғырҙары тыуған ергә ҡарата изге тойғолар менән һуғарылған. Ҡатын-ҡыҙға булған мөхәбәте «Зөләйха» исемле шиғырында яҡты сағыла.

Салауат Юлаевтың шиғырҙарын һәм йырҙарын был сайта уҡырға була Шиғриәт – Салауат Юлаев

[үҙгәртергә] Башҡорт батыры мәңге онотолмаҫ

Башҡорт батыры Салауат Юлаев халҡыбыҙ тарафынан ҙур ихтирамға лайыҡ. Батырҙың һуңғы «Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттарым!» тигән ораны дөрөҫкә сыҡты, Салауат Юлаев әле һаман башҡорт халҡы менән бергә йәшәй.

Салауат Юлаевтың исеме башҡорт,урыҫ, татар һәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәссамдары, скульпторҙары, композиторҙары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән. Башҡортостанда Салауат ҡалаһы, Салауат районы, Өфө ҡалаһында Салауат Юлаев проспекты, спорт һарайы, «Салауат Юлаев» хоккей клубы, башҡа ҡала һәм ауылдарҙа урамдар, ойошмалар Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Батырҙың тыуған яғында, Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы, Әлкә ауылында (элекке Юлай ауылы) музей бүлексәһе эшләй.

1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһында Салауат Юлаевҡа (скульптор Тавасиев) беренсе һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәлдең рәсеме Башҡортостан гербында урын алған. Бөгөнгө көндә башҡорт батырына һәйкәлдәр бик күп.

1967 йылда БАССР хөкүмәте әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙе билдәләү өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия булдырҙы. Был премия 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тип атала.

1999 йылда Башҡортостан Республикаһының иң юғары бүләге – Салауат Юлаев ордены булдырылған.

2005 йылдан башлап, июнь айының икенсе яртыһында, республика күләмендәге халыҡ байрамы – «Салауат йыйыны» үткәрелә.

Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле, тарихи урындарҙы һаҡлай.

Силәбе, Ҡарған, Ҡаҙан, Ырымбур, Лянтор (ХМАО), Донецк (Украина) ҡалаларында Салауат исемен йөрөткән урамдар бар.

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  1. Ф.Д.Нефедов. Салават, башкирский батыр. Ж. “Русское богатство”, СПб., 1880, №10.
  2. В.И.Сидоров. По следам Салавата. Уфа, Башкнигоиздат, 1988, 159 с. (на русск.яз.)
  3. Р.Г.Игнатьев. Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор. – “Известия Общества археологии, истории и этнографии при Казанском университете”, 1893, Т.XI, вып.2
  4. М.Х.Кселобаев. >Юлай улы Салауат. Өфө: Китап, 1995.
  5. Амиров М. В., Черданцев А. А., Библиографический указатель материалов о Салавате Юлаеве, Уфа, 1952; Салават Юлаев. К 200-летию со дня рождения, Уфа, 1952; Наш Салават, Уфа, 1973;

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк.
  1. Иванов Алексей. Хребет России. С-Пб.: Издательская группа "Азбука-классика", 2010. ISBN 978-5-9965-0405-1. стр. 112
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә