Абай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Абай — башҡорт ир-ат исеме. Төрки халыҡтарҙа ҡулланыла.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абай боронғо төрки теленән — 1. иғтибарлы, һаҡ, һиҙгер; 2. «оло ир туған» мәғәнәһендәге дөйөм төрки туғанлыҡ термины аба (аға) һүҙенә иркәләү ялғауы ай ҡушып яһалған исем[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абай Ҡонанбаев (ҡаҙ. Абай Құнанбайұлы , 1845—1904) — ҡаҙаҡ шағиры, философ, композитор, мәғрифәтсе, аҡыл эйәһе[2], йәмәғәт эшмәкәре, ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе классигы, мәҙәниәтте мәғрифәтле либераль ислам нигеҙендә рус һәм Европа мәҙәниәтенә яҡынайтыу рухында реформалаусы. Ысын исеме — Ибраһим, өләсәһе Зере биргән Абай (ҡаҙ. Абай «иғтибарлы», «һаҡ») ҡушаматы ғүмерлеккә йәбешеп ҡала. Абайҙың туғаны — Шәкәрим Кудайбердиев шулай уҡ билдәле ҡаҙаҡ шағиры.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абай (Абай районы) (ҡаҙ. Абай; 1961 йылға тиклем — Чурубай-Нур йәки Чурбай-Нура ҡасабаһы (ҡаҙ. Шерубай-Нұра)) — Ҡаҙағстандың Ҡарағанды өлкәһендәге ҡала. 1949 йылда Ҡарағанды күмер бассейнының көнбайыш участкаларын эшкәртеү менән бәйле эшселәр ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килгән. 2002 йылдан — Абай районы үҙәге. Ҡарағандынан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 30 км алыҫлыҡта, Ҡарабас тимер юлы станцияһынан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала аша Ҡарағанды — Еҙҡаҙған — Ҡыҙылурҙа автомобиль трассаһы үтә, ҡала тибындағы Шахтинск, Сарань ҡасабалар менән төҙөк юлдар менән бәйле. Ҡарабас ҡасабаһы Абай янында Жартасс һыу үткәргесе үтә. Абай Ҡонанбаев хөрмәтенә аталған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абай Ҡонанбаев һәйкәле (Алматы) һәйкәле Алматыла Абай майҙанында 1960 йылда ҡуйыла. Авторы: скульптор Х. И. Наурызбаев, архитекторы И. И. Белоцерковский
Абай йылғаһы — Үҙәк Алтайҙа (Рәсәй, Алтай Республикаһы) йылға. Катунь йылғаһы бассейнында урынлашҡан.
«Абай юлы» — Мөхтәр Әүәзов романы.<ref[1]</ref>
Абай Ҡонанбаевтың әҙәби-мемориаль музейы — ҡаҙаҡ шағиры, ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Абай Ҡонанбаевтың 95 йыллығына бағышлап 1940 йылдың 16 декабрендә Семипалатинск ҡалаһында асылған әҙәби-мемориаль музей[3]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
- ↑ Большая советская энциклопедия. — 2-е изд. — М.: Большая советская энциклопедия, 1949. — Т. 1.
- ↑ https://ru.wikipedia.org/wiki/Литературно-мемориальный_музей_Абая
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |