Эстәлеккә күсергә

Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абдрахман Ғәлләмов битенән йүнәлтелде)
Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 октябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Күсей ауылы, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 февраль 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, методист
Эшмәкәрлек төрө тел ғилеме һәм уҡытыусы
Эш урыны Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[1]
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]

Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы (15 октябрь 1926 йыл19 февраль 1989 йыл) — башҡорт теле ғалимы, методист. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), доцент, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).

Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов 1926 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[2] Күсей ауылында тау эшсеһе ғаиләһендә тыуған. 1943 йылда Темәс педагогия училищеһын, 1947 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты тел һәм әҙәбиәт факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлай.

Шул уҡ йылда Баймаҡ районының ул саҡтағы Сибай ҡасабаһы 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусыһы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, бер үк ваҡытта директорҙың башланғыс синыфтар буйынса урынбаҫары вазифаһын да башҡара. 1948 йылдың авгусында Белорет педагогия училищеһына эшкә күсерелә. Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте, матур яҙыу дәрестәрен алып бара, уҡыусыларҙың педагогик практикаһы менән етәкселек итә, күҙәтеүҙәр үткәрә, тәжрибәһен байыта.

1953—1957 йылдарҙа Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә туған тел, әҙәбиәт, тарих, логика предметтарын уҡыта, ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы булып эшләй. Был йылдарҙа башланғыс синыф уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булараҡ, бөтә педагогтарға ла төплө ярҙам күрһәтергә тырыша.

1958 йылдың ғинуарында Өфөгә Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтына эшкә алына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методист, туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кабинеты мөдире булып эшләй.

1968 йылдың июнь айынан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Абдрахман Ғәлләмов Башҡорт дәүләт университетында доцент вазифаһын башҡара.

Ғалим 1989 йылдың 19 февралендә 63-сө йәшендә Өфөлә вафат була.

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдрахман Ғәлләмовтың тормош юлы һәм педагогик эшмәкәрлеге башҡорт башланғыс мәктәбе, башҡортса уҡытыу тарихы һәм уның үҫеш баҫҡыстары менән туранан-тура бәйләнгән. Ул үҙе лә илебеҙҙә дөйөм башланғыс белем биреүҙе ғәмәлгә ашыра башлауҙың тәүге йылында мәктәпкә уҡыуға төшә. Тәүге баҫҡыс белемде уға Баймаҡ районының абруйлы уҡытыусылары Әсмә Баймырҙина, Мостафа Зәйнәғәбдинов, Ғәҙел Әҙеһәмовтар бирә. Темәс педагогия училищеһында Ә. Ғәлимов, С. Алсынбаев, Ә. Ниғмәтуллин, К. Ғәлимов, Г. Измайлова, З. Зөбәйеров кеүек юғары квалификациялы оҫта педагогтарҙың йоғонтоһонда төплө белемгә эйә була. Башҡорт дәүләт педагогия институтында 3. Шакиров, Х. Зиннәтуллина, У. Хөсни, Н. Чижов, Х. Еникеев, Б. Мәғәсүмова, Б. Кипарисов кеүек күренекле ғалим-педагогтарҙың һабаҡтарын тыңлап, фәһем ала.

Абдрахман Ғәлләмовҡа бигерәк тә башланғыс синыфтар буйынса методист У. Хөснөтдиновтың (У. Хөсни, Х. Усман) йоғонтоһо көслө була. Белорет педагогия училищеһының алдынғы уҡытыусылары ла йәш белгескә тейешенсә ярҙам күрһәтә. Был йылдарҙа Абдрахман Ғәлләмов тәү башлап дөрөҫ уҡырға, матур яҙырға өйрәтеү, туған телдең грамматик төҙөлөшө, синыфта һәм синыфтан тыш уҡыу, телмәр үҫтереү мәсьәләләре өҫтөндә ныҡышмалы эшләй. Уның туған тел һәм әҙәбиәт методисы булып китеүендә һәм үҙ аллы ғилми хеҙмәттәр яҙа башлауында училищела уҡытыуҙың әһәмиәте айырыуса ҙур була — уны эҙләнергә һәм сағыштырыуҙар яһарға өйрәтә.

Ғалим башҡорт грамотаһына өйрәтеү проблемаһы өҫтөндә ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. Ул — башҡорт «Әлифба»һы, грамотаға өйрәтеү тарихы буйынса ғилми хеҙмәттәр, методик әсбаптар авторы. 1967 йылда атаҡлы башҡорт ғалимы, профессор Жәлил Кейекбаевтың ғилми етәкселегендә грамотаға өйрәтеү проблемаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

Белорет педагогия училищеһында, уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында эшләгән осорҙа Абдрахман Ғәлләмов алты йәшлек балалар өсөн дә «Әлифба», башҡа уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар төҙөй.

«Әлифба» — ғалимдың төп ғилми-ғәмәли эш һөҙөмтәһе. Уның исеме башҡортса «Әлифба», тәүге уҡыу китаптары яҙған Василий Катаринский, Александр Бессонов, Закир Айыуханов кеүек әлифбасылар менән бер рәттә тора. Күренекле методистың «Әлифба»һы 1962 йылдан бирле йәш быуынды грамотаға тиҙ һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өйрәтергә ярҙам итә. Был китап төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, дипломдар һәм дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ була.

Мәғариф өлкәһендә һәм ғилми-тикшеренеү эштәрендә өлгәшкән уңыштары өсөн Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, 1975 йылда К. Д. Ушинский миҙалы менән бүләкләнә.

Абдрахман Әбдрәхим улы — билдәле ғалим, башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһында гипотезаның, башҡорт теленең боронғо һәм хәҙерге Европа телдәренә йоғонтоһо һәм башҡорт эпостарының боронғо һинд философияһына йоғонтоһо тураһында гипотезалар авторы Салауат Ғәлләмовтың һәм Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Азамат Ғәлләмовтың атаһы.

  • Романов В. Видные ученые Башкортостана: Абдрахман Галлямов (К 90-летию со дня рождения ученого-языковеда). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 15 октябрь[3].
  • 1997 йылдан юашлап Баймаҡ районында йыл һайын Ғәлләмов исемендәге призға педагогик хеҙмәткәрҙәр конкурсы үткәрелә.
  • Өфөлә Абдрахман Ғәлләмов йәшәгән йортҡа һәм уның тыуған ауылындағы мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы
  3. , 2016, 15 октябрь (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2016) (рус.)