Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы
Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
педагог |
Тормош иптәше |
Фәнил Ғабдулла улы Әғәҙуллин |
Наградалары һәм премиялары | |
Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы Викимилектә | |
Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы (1 ғинуар 1942 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй педагогы; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм халыҡ уҡытыусыһы[1][2], Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәбенең маҡтаулы хеҙмәткәре[3], Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы» (2008).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина (ҡыҙ фамилияһы Мөхәмәтдинова) 1941 йылдың 7 декабрендә (рус.)[4], рәсми теркәү буйынса 1942 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуған.
1959—1961 йылдарҙа шул уҡ райондың Арыҫлан һәм Абзай урта мәктәптәрендә өлкән пионервожатый булып эшләй[3].
1966 йылдан, Бөрө педагогия институтын тамамлап, «химия һәм биология уҡытыусыһы» дипломын ҡулына алғас, Малаяҙҙа (Салауат районы, 1966—1968), Түбәнге Ҡыйғыла (1968—1970; бер үк ваҡытта — синыфтан тыш эштәрҙе ойоштороусы) уҡыта. 1970—1971 йылдарҙа Ҡыйғы районы мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире була[3].
1971 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй: 27-се мәктәп уҡытыусыһы, 1996 йылдан — Октябрь районының айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәтеүсе 42-се мәктәптең химия уҡытыусыһы[3]. Бер үк ваҡытта 1996 йылдан алып Республика башҡорт-төрөк лицейында (2003 йылдан — Республика Башҡорт лицей-интернаты)химия буйынса олимпиада дәрестәре алып бара[5].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тормош иптәше — Фәнил Ғабдулла улы Әғәҙуллин.
- Ҡыҙы (табип), улы (Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта)[5].
- Бер туған ағаһы — Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» юбилей миҙалы (1970)
- БДБ илдәре Химик белем биреү буйынса ассоциацияһының «Мәктәптәрҙең химия олимпиадаларын үҫтереүгә индергән өлөшө һәм юғары педагогик оҫталығы өсөн» дипломы (1998)
- Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы (2002)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004)
- Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәбенең маҡтаулы хеҙмәткәре (2004)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2008)
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы (2016)[3].
Ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәбиева Ғ. Өфө педагогы Рәсәй Президентына Мәскәүҙә Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте[6].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шерстобитова А. Лизин хлеб // Республика Башкортостан : газета. — 2007. — № 111.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Путин вручил госнаграды Александру Маслякову и Василию Ливанову. «РИА Новости» сайты, 2017, 26 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2017)
- ↑ Владимир Путин вручил награду учительнице из Уфы. , 2017, 26 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2017)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Зал национальной трудовой славы
- ↑ Лиза Агадуллина. Личная страница в ВК (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2021)
- ↑ 5,0 5,1 А.Шерстобитова, 2007
- ↑ Педагог из Уфы предложила Президенту России поставить в Москве памятник Учителю. , 2017, 26 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2017)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 июнь 2021)
- Агадуллина Лиза Киямовна . Зал национальной трудовой славы. Дата обращения: 8 ноябрь 2016.
- 1 ғинуарҙа тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ҡыйғы районында тыуғандар
- 20 июндә вафат булғандар
- 2024 йылда вафат булғандар
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусылары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусылары
- Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәрҙәре
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса педагогтар
- СССР уҡытыусылары
- Рәсәй уҡытыусылары
- Башҡортостан уҡытыусылары
- XX быуат педагогтары
- XXI быуат педагогтары
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусылары
- 1941 йылда тыуғандар
- 7 декабрҙә тыуғандар