Эстәлеккә күсергә

Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Агадуллина Лиза Киямовна битенән йүнәлтелде)
Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы
Тыуған көнө

1 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылы

Вафат булған көнө

20 июнь 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (82 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

педагог

Тормош иптәше

Фәнил Ғабдулла улы Әғәҙуллин

Наградалары һәм премиялары
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
 Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы Викимилектә

Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы (1 ғинуар 1942 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй педагогы; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм халыҡ уҡытыусыһы[1][2], Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәбенең маҡтаулы хеҙмәткәре[3], Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы» (2008).

Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина (ҡыҙ фамилияһы Мөхәмәтдинова) 1941 йылдың 7 декабрендә (рус.)[4], рәсми теркәү буйынса 1942 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуған.

1959—1961 йылдарҙа шул уҡ райондың Арыҫлан һәм Абзай урта мәктәптәрендә өлкән пионервожатый булып эшләй[3].

1966 йылдан, Бөрө педагогия институтын тамамлап, «химия һәм биология уҡытыусыһы» дипломын ҡулына алғас, Малаяҙҙа (Салауат районы, 1966—1968), Түбәнге Ҡыйғыла (1968—1970; бер үк ваҡытта — синыфтан тыш эштәрҙе ойоштороусы) уҡыта. 1970—1971 йылдарҙа Ҡыйғы районы мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире була[3].

1971 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй: 27-се мәктәп уҡытыусыһы, 1996 йылдан — Октябрь районының айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәтеүсе 42-се мәктәптең химия уҡытыусыһы[3]. Бер үк ваҡытта 1996 йылдан алып Республика башҡорт-төрөк лицейында (2003 йылдан — Республика Башҡорт лицей-интернаты)химия буйынса олимпиада дәрестәре алып бара[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» юбилей миҙалы (1970)
  • БДБ илдәре Химик белем биреү буйынса ассоциацияһының «Мәктәптәрҙең химия олимпиадаларын үҫтереүгә индергән өлөшө һәм юғары педагогик оҫталығы өсөн» дипломы (1998)
  • Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы (2002)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004)
  • Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәбенең маҡтаулы хеҙмәткәре (2004)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2008)
  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы (2016)[3].

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Нәбиева Ғ. Өфө педагогы Рәсәй Президентына Мәскәүҙә Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте[6].
  • Шерстобитова А. Лизин хлеб // Республика Башкортостан : газета. — 2007. — № 111.