Агалакова Жанна Леонидовна
Агалакова Жанна Леонидовна | |
рус. Жанна Леонидовна Агалакова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 декабрь 1965 (58 йәш) |
Тыуған урыны | Киров, РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | журналист, алып барыусы, актёр, телетапшырыуҙар алып барыусы |
Эш урыны |
НТВ Беренсе канал |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Агалакова Жанна Леонидовна Викимилектә |
Агалакова Жанна Леонидовна (6 декабрь 1965 йыл, Киров, РСФСР, СССР) — Рәсәй журналисы, махсус хәбәрсе, телетапшырыуҙар алып барыусы. 1999 йылдан 2022 йылға тиклем Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналында эшләй
Дуҫлыҡ ордены һәм II дәрәжә «Ватан алдында ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2006)[1] менән бүләкләнгән. «Төп мәғлүмәттәр программаһын алып барыусы» номинацияһында ТЭФИ милли телевизион премияһы лауреаты (2002).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жанна Леонидовна Агалакова 1965 йылдың 6 декабрендә Кировта тыуа
Атаһы инженер, әсәһе — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
1979 йылдан алып 1983 йылға тиклем ата-әсәһе менән Монголияла йәшәй[2].
Бала сағында тәфтишсе, композитор, архитектор, тәрбиәсе һәм тәржемәсе булырға, шулай уҡ циркта сығыш яһарға хыяллана. Һуңынан был һөнәрҙәрҙең барыһын да журналистика менән бергә алып барыуы мөмкин икәнлеген аңлай[3].
Үҙ карьераһын Киров «Комсомольское племя» гәзитенең баш мөхәррире секретары булып башлай. Был ваҡытта гәзиттең баш мөхәррире булып эшләгән Смирнов Василий Васильевич шулай уға «тормошҡа юллама» бирә. Мәктәпте тамамлағас Жанна Ленинград дәүләт университетының филология факультетына юллана, әммә имтихандарҙы бирә алмай. Бер йыл буйы буш ятмаҫ өсөн эш эҙләй башлай. Тап ошо мәлдә «Комсомольское племя» гәзитендә секретарь урыны бушай һәм Жаннаның ата-әсәһенең дуҫтары баш мөхәрриргә уның кандидатын тәҡдим итә. Оҙайлы әңгәмәнән һуң Смирнов уны эшкә ала. Гәзиттә Жанна секретарь булып ҡына түгел, шулай уҡ «Музыкаль киоск» рубрикаһына ноталар ҙа төшөрә. Тиҙҙән ул үҙенең беренсе ҡыҫҡа мәҡәләһен яҙа[4][5]. 1986 йылда тәүге тапҡыр Мәскәү телевидениеһында тәүге тапҡыр «До 16 и старше…» тапшырыуы репортажында күренә башлай. («Үҙаллы» сығарылышы). («Самостоятельность» сығарылышы).
1991 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика бүлеген тамамлай[6][7]. Студент практикаһын ул популяр булған «Ҡараш» телетапшырыуында үтә[8]. Университеттан һуң йыл ярым СССР ЭЭМ телестудияһында хәбәрсе булып эшләй. «Кеше һәм закон» программаһы өсөн сюжеттар яҙа[2]. Һуңынан бер йыл Наркоманияға һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара ассоциацияның матбуғат атташеһы булып эшләй.
1992 йылдан — РИА «Новости» донъяуи хроникаһы бүлеге хәбәрсеһе[3][9].
Тележурналист һөнәрен ул 1995 йылда, Александр Акопов етәкселегендәге «РТР» телеканалының «Эшлекле Рәсәй» мәғлүмәттәр каналына барып эләккәс аңлай башлай. Элек уйлап та ҡарамаған темаларҙы тиҙ арала өйрәнергә тура килә. Уның тәүге эше - ядро яғыулығы тураһындағы ун минутлыҡ ике репортаж була[10]. Күп тә үтмәй Агалакованы «ватаныбыҙҙың телевидениеһы остазы» Игорь Кириллов күреп ҡала, ул Жаннаға уға үҙен алып барыусы ролендә һынап ҡарарға тәҡдим итә[3]. 1996 йылда НТВ/12 телеканалында иртәнге «Сегодня» мәғлүмәти программаһын алып барырға саҡыралар. Был телекомпанияла үткәргән өс йылын Жанна журналистиканың иң юғары мәктәбе тип иҫәпләй[3][9].
1998 йылда НТВ командаһы составында «Форт Боярд» телеуйынының рус версияһында ҡатнаша[8].
1999 йылдың октябрендә терактта һәләк булғандарҙың һанын яңылыш атағаны өсөн НТВ Мәғлүмәти хеҙмәтенең баш мөхәррире Владимир Кулистиков инициативаһы буйынса «Бөгөн» программаһын алып барыуҙан ситләтелә[11].
1999 йылдың октябрендә ОРТ телеканалына ҡабул ителә (2002 йылдың сентябренән — «Беренсе канал»). «Яңылыҡтар» программаһының көндөҙгө һәм киске сығарылыштарын (1999—2001, 2003—2005)[12][13], шулай уҡ «Ваҡыт»[14][15][16] һәм «Төнгө Ваҡыт» (2001—2002[17], 2005) программаларын алып бара. 2000 йылдың майында Стокгольмда үткән «Евровидение-2000» конкурсында Рәсәй профессиональ жюрийының тауыш биреүҙәре һөҙөмтәләрен иғлан итә.
2000 йылдан 2002 йылға тиклем Владимир Познер бергә «Беренсе каналда» «Ваҡыт» программаһын алып бара[8], ул күп тапҡыр ТЭФИ премияһы лауреаты була. Тура эфирҙап «ут һәм һыуҙарҙы үтә»: 2001 йылдың 11 сентябрендәге теракттар[18], Афғанстанда һуғыш башланыу[19][20], Беслан ҡалаһында теракт, Б Н. Ельциндың отставкаға китеүе, президент һайлауҙары[21][22] һ.б..
2005 йылдың сентябренән — Парижда «Беренсе канал»дың үҙ корреспонденты[23].
2013 йылдың ғинуарынан алып 2019 йылдың авгусына тиклем — Нью-Йоркта «Беренсе каналдың» махсус хәбәрсеһе[24][25][26].
2019 йылдың авгусынан ҡабаттан Парижда эшләй[27], ә 2021 йылдың мартынан башҡа Европа илдәрендә ваҡиғаларҙы яҡтыртыу менән шөғөлләнә.
Агалакованың «Беренсе канал»дағы һуңғы репортажы 2022 йылдың 17 февралендә сыға[28]. 3 мартта Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеүе менән бәйле эштән китеү тураһында ғариза яҙа; 17 мартта рәсми рәүештә эштән бушатыла[29]. 22 мартта Парижда «Репортеры без границ» ойошмаһының матбуғат конференцияһында ул үҙенең эштән китеү сәбәптәре тип үрҙә әйтеп үтелгән ваҡиғаны атай[30].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ире — Джорджо Савона (1971), итальян физигы, Римда тыуып үҫкән. Улар 1991 йылдан бергә булһалар ҙа рәсми никахҡа тик 2001 йылдың 7 апрелендә генә торалар[31]. Савона Джорджо Парижда «Беренсе канал» корпунктында телеоператор сифатында эшләй.
- Ҡыҙҙары — Алиса (10 сентябрь 2002), Римда тыуа. Ҡыҙына исемде Льюистың героиняһы хөрмәтенә атаһы ҡуша[32][33].
Мауығыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жанна Агалакова — командировкаға йөрөгә ярата[8]. Бешеренергә ярата.[3]. Фортепиано һәм тенниста уйнай. Уртаса дистанцияға йүгерә.
Инглиз, француз, испан һәм итальян телдәрендә һөйләшә[34].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2011 — «Всё, что я знаю о Париже»[35][36][37] ISBN 978-5-17-073533-4
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1986 — «Карусель на базарной площади» — ҡала майҙанында эпизодта массовкала ҙур булмаған роль[8]
- 2012 — «Огонь, вода и бриллианты» — мәғлүмәт программаһын алып барыусы[38]
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләт наградалары
- 2018 — Дуҫлыҡ Ордены — ватан телевидениеһын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн[39]
- 2006 — II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы — Ватан телерадиотапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[1]
- Йәмәғәт наградалары
- 2002 —2002 йылда «Беренсе каналда» «Ваҡыттар» программаһында эше өсөн «Мәғлүмәттәр программаһын алып барыусы» номинацияһында ТЭФИ—2002» премияһы финалисы [40]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Указ Президента Российской Федерации В. Путина от 27 ноября 2006 года № 1316 «О награждении государственными наградами Российской Федерации».
- ↑ 2,0 2,1 Конференция с Жанной Агалаковой 8 июля 2004 года на Первом канале. // 1tv.ru
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Жанна Агалакова. Специальный корреспондент Первого канала в США. // 1tv.ru
- ↑ Александр Васильев. «Кто и зачем завернул кота в газету». Главный редактор газеты «Вятский край», председатель кировской организации Союза журналистов России Василий Васильевич Смирнов отмечает 60-летие. Первая заметка Жанны Агалаковой. Архивная копия от 9 декабрь 2014 на Wayback Machine Газета «Вятский край» (№ 122 от 10 августа 2011 года) // vk-smi.ru
- ↑ Алексей Орлов. В Вятку Жанна приезжает. Но редко. Архивная копия от 9 декабрь 2014 на Wayback Machine Газета «Вятский край» // vk-smi.ru (27 апреля 2001 года)
- ↑ Агалакова Жанна Леонидовна. Биография. Клуб выпускников МГУ // moscowuniversityclub.ru
- ↑ Жанна Агалакова. Биография. «Вокруг ТВ» // vokrug.tv
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Вячеслав Русин. Жанна Агалакова: «Для меня самое главное в жизни — любовь» (эксклюзивное интервью известной телеведущей) // интернет-журнал «Зеленоград on-line», 24 ноября 2001
- ↑ 9,0 9,1 Агалакова, Жанна // Большая русская биографическая энциклопедия (электронное издание). — Версия 3.0. — М.: Бизнессофт, ИДДК, 2007. «Большая биографическая энциклопедия» // dic.academic.ru
- ↑ Лариса Левина. Новости от Жанны Агалаковой. Архивная копия от 6 декабрь 2018 на Wayback Machine // Журнал «Профиль», 8 октября 2001
- ↑ Владимир Кара-Мурза-ст.: Что приход Земского сулит НТВ . Собеседник (28 октябрь 2015).
- ↑ Жанна Агалакова: "Поклонники заваливают меня фотографиями".Русский репортёр (2003).
- ↑ Без«временье» Жанны Агалаковой.Московский комсомолец(16 января 2003).
- ↑ Жанна Агалакова. Специальный корреспондент Первого канала в США. // 1tv.ru
- ↑ Агалакова, Жанна // Большая русская биографическая энциклопедия (электронное издание). — Версия 3.0. — М.: Бизнессофт, ИДДК, 2007. «Большая биографическая энциклопедия» // dic.academic.ru
- ↑ Люди, которые делают «Время»: журналист и ведущая Жанна Агалакова.Первый канал(2 января 2018)
- ↑ Министр культуры против Хрюна Моржова. Названы финалисты телевизионного конкурса ТЭФИ-2002.Коммерсантъ (3 октября 2002).
- ↑ Жанна Агалакова, телеведущая ОРТ: «В нашей редакции чуть не случилась такая же паника, как в Штатах» . Газета «Комсомольская правда» (13 сентябрь 2001).
- ↑ Война продолжается. Оставайтесь с нами . «Новая газета» (11 октябрь 2001). 2020 йыл 15 июль архивланған.
- ↑ Телевидение возмездия . Русский журнал (8 октябрь 2001).
- ↑ Киселев Солженицына не заменит . Аргументы и факты (29 март 2000).
- ↑ Большой передел произошел на информационном рынке . Собеседник (4 май 2000).
- ↑ Жанна Агалакова переезжает в Париж. // КП.ru, 5 сентября 2005
- ↑ Собкором российского Первого телеканала в Нью-Йорке стала Жанна Агалакова. // runyweb.com, 10 января 2013
- ↑ Жанна Агалакова переехала в Нью-Йорк // КП.ru, 10 января 2013
- ↑ Жанна Агалакова. Интервью, взятое Алексеем Осиповым 2015 йыл 14 апрель архивланған. и вышедшее в эфир на волнах русскоязычной радиостанции «DavidzonRadio» в программе «Из звёздных уст» в Нью-Йорке // samaratoday.tv, 4 мая 2013 (аудио)
- ↑ Встреча лидеров «Семерки» завершилась очень скромным итоговым документом и с ворохом разногласий . Первый канал (26 август 2019).
- ↑ Жители Италии собирают подписи в поддержку вакцины «Спутник V». Первый канал (17 февраля 2022).
- ↑ С федеральных телеканалов России начали увольняться журналисты. Среди них — Лилия Гильдеева, Вадим Глускер, Жанна Агалакова, Meduza (15 март 2022).
- ↑ «Россиян зомбировали», «это — война»: Жанна Агалакова рассказала о пропаганде и «вреде санкций», RFI (22 март 2022).
- ↑ Жанна Агалакова: «Спустя двадцать лет мы вместе!» // 7days.ru, 16 марта 2011
- ↑ Жанна Агалакова родила итальянскую графиню. // kp.ru (21 сентября 2002 года)
- ↑ Жанна Агалакова вернулась в эфир, оставаясь кормящей матерью // КП.ru, 15 января 2003
- ↑ Извольте объясниться. Сколько языков знают телеведущие? 2015 йыл 24 ғинуар архивланған. // «Московский комсомолец», 23 марта 2011
- ↑ Всё, что знает о Париже специальный корреспондент Первого канала во Франции Жанна Агалакова // 1tv.ru (20 апреля 2011 года)
- ↑ Интервью. Жанна Агалакова: «В Париже все сидят на диетах». 2014 йыл 11 декабрь архивланған. // volgaru.info, 10 февраля 2012
- ↑ Тележурналист Жанна Агалакова — о выходе своей первой книги и о любви к Франции 2014 йыл 6 июль архивланған. — Интервью в гостях у Радио «Маяк» в рубрике «Неофициальный приём», 18 апреля 2011
- ↑ Трейлер фильма «Огонь, вода и бриллианты» (2012) (видео на YouTube)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 августа 2018 года № 488 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ В Москве наградят победителей ТЭФИ-2002 // РИА, 31 января 2003
- 6 декабрҙә тыуғандар
- 1965 йылда тыуғандар
- Киров өлкәһендә тыуғандар
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса журналистар
- Тележурналистар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Телетапшырыуҙар алып барыусылар
- Актрисалар