Ҡолмөхәмәтов Азамат Рәхмәт улы
Азамат Рәхмәт улы Ҡолмөхәмәтов | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
7 сентябрь 2011 — 22 декабрь 2014 | ||||
Алдан килеүсе: | Кирпиченко Сергей Вадимович | |||
Дауамсы: | Кинщак Александр Александрович | |||
| ||||
4 ғинуар 2003 — 28 ғинуар 2008 | ||||
Алдан килеүсе: | Шишов Владимир Сергеевич | |||
Дауамсы: | Кинщак Александр Александрович | |||
| ||||
декабрь 2000 — 4 ғинуар 2003 | ||||
март 2008 — 7 сентябрь 2011 | ||||
Тыуған: | 6 август 1953 (71 йәш) СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Нуриман районы, | |||
Белеме: | СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты | |||
Профессияһы: | дипломат | |||
Наградалары: |
|
Ҡолмөхәмәтов Азамат Рәхмәт улы (6 август 1953 йыл) — Рәсәй дипломаты. Батырлыҡ ордены кавалеры (2013).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Азамат Рәхмәт улы Ҡолмөхәмәтов 1953 йылдың 6 авгусында Башҡорт АССР-ының Нуриман районында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Өфө ҡалаһында[1]) тыуған. Милләте — башҡорт.
Өфө ҡалаһының 91-се мәктәбен тамамлағандан һуң, СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына (МГИМО) инә. Уны 1976 йылда тамамлай. Рус, башҡорт, ғәрәп, инглиз, француз телдәрен белә[2].
1978 йылдан башлап СССР Сит ил эштәре министрлығының, унан һуң Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының үҙәк аппаратында һәм сит илдәрҙә төрлө дипломатик вазифаларында эшләй. Сүриә Ғәрәп Республикаһындағы (1978—1981), Мысыр Ғәрәп Республикаһындағы (1987—1988) СССР Илселектәрендә эшләй.
- 1978 йылдан — Алеппола (Сүриә) СССР Генераль консуллығы атташеһы.
- 1982 йылдан — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Яҡын Көнсығыш бүлегенең өсөнсө секретары, атташе.
- 1987 йылдан — СССР-ҙың Мысырҙағы Илселегенең икенсе секретары.
- 1988 йылдан — беренсе секретарь, СССР Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш бүлеге кәңәшсеһе.
- 1993—1998 — Иордания Хашими Короллегендә Рәсәй Федерацияһы Илселегенең кәңәшсеһе.
- 1998—2000 — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка департаментының бүлек начальнигы
- 2000—2003 — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка департаментының директор урынбаҫары.
- 2003 йылдың 4 ғинуары — 2008 йылдың 28 ғинуары — Рәсәй Федерацияһының Күвейттәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе[3][4].
- 2008 йылдың марты — 2011 йылдың 7 сентябре — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка департаментының директор урынбаҫары.
- 2011 йылдың 7 сентябре — 2014 йылдың 22 декабре — Рәсәй Федерацияһының Сүриә Ғәрәп Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе[5][6].
2015 йылдың 23 апреленән — Украиналағы хәлде көйләү буйынса контакт төркөмөндә Рәсәй Федерацияһының махсус вәкиле[7].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ике ҡыҙы бар.
Атаһы сығышы буйынса — Ишембай районы Ҡанаҡай ауылыныҡы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- XXX йыл «Бик яҡшы хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2008 йылдың 16 декабре) — Рәсәй Федерацияһының тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыуҙағы хеҙмәттәре һәм күп йылдар буйы намыҫлы хеҙмәте өсөн[8].
- Батырлыҡ ордены (2013 йылдың 25 июле) — Рәсәй Федерацияһының Сүриә йүнәлешендәге тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыуға индергән ҙур өлөшө өсөн [9][10].
- «Гражданлыҡ хеҙмәттәре өсөн» 1 класлы орден (Сүриә, 2014)[11].
- «Бөйөк кенәз Сергей Александрович ордены» почётлы иҫтәлек билдәһе (Фәләстин православие император йәмғиәте, 2015 йылдың 4 июне)[12].
Дипломатик рангы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2-се класлы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы кесе илсе (2.04.2003)[13]
- 1-се класлы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы кесе илсе (6.03.2007)[14]
- Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе (1.05.2012)[15].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Уроженец Башкортостана стал кавалером Ордена Мужества | новости башинформ.рф
- ↑ Биография Азамата Кульмухаметова
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 4 января 2003 года № 2 «О назначении Кульмухаметова А. Р. Чрезвычайным и Полномочным Послом Российской Федерации в Государстве Кувейт»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 28 января 2008 года № 101 «О Кульмухаметове А. Р.»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2011 года № 1172 «О назначении Кульмухаметова А. Р. Чрезвычайным и Полномочным Послом Российской Федерации в Сирийской Арабской Республике» 2014 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 22 декабря 2014 года № 802 «О Кульмухаметове А. Р.»
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 23.04.2015 № 110-рп «О специальном представителе Российской Федерации в Контактной группе по урегулированию ситуации на Украине»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16 декабря 2008 года № 1779 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Министерства иностранных дел Российской Федерации»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 25 июля 2013 года № 639 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) Башҡорт егетенә – Ҡаһарманлыҡ ордены! , 2013, 1 ноябрь(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2017)
- ↑ Russian Ambassador Awarded Order of Merit(недоступная ссылка)
- ↑ Выписка из протокола Совета ИППО о приеме в члены ИППО и о награждении почётными знаками и грамотой ИППО
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 2 апреля 2003 года № 392 «О присвоении дипломатических рангов» 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 6 марта 2007 года № 277 «О присвоении дипломатических рангов» 2014 йыл 29 май архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 1 мая 2012 года № 541 «О присвоении Кульмухаметову А. Р. дипломатического ранга Чрезвычайного и Полномочного Посла» 2014 йыл 22 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краткая биография на сайте МИД России
- Биография на сайте Посольства России в Дамаске 2014 йыл 19 апрель архивланған.
- Ҡолмөхәмәтов Азамат Рәхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 август 2018)