Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог)
Алексеева Татьяна Ивановна (7 декабрь 1928 йыл, Ҡазан — 22 июнь 2007 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй антропологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2000), тарих фәндәре докторы, профессор, Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының төп ғилми хеҙмәткәре, МДУ-ның Антропология музейында һәм Ғилми-тикшеренеү институтында физик антропология һәм кеше экологияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр етәксеһе, Европа антропологтарының Рәсәй бүлеге ассоциацияһы рәйесе. Кешенең Бөтә донъя биологтары ассоциацияһы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Ивановна Алексеева 1928 йылдың 7 декабрендә Ҡазанда тыуа[2]. 1951 йылда Мәскәү дәүләт университетының биология факультетында антропология кафедраһын тамамлай[3]. Т.И. Алексееваның артабан ғалим кеүек үҫешенә совет антропологы В.В.Бунак менән берлектәге оҙайлы эше ҙур йоғонто яһай[4].
1969 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (темаһы «Антропологический состав восточнославянских народов и проблемы их происхождения»)[3]. Оҙаҡ ваҡыт Мәскәү дәүләт университетының Д.Н.Анучин исемендәге Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, ә һуңғы йылдарҙа был институттың һәм Мәскәү дәүләт университеты Антропология музейының директоры була[4].
1991 йылдың 7 декабрендә Т. И. Алексеева Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана , Йәмәғәт һәм гуманитар фәндәр секцияһы («Рәсәй тарихы» белгеслеге). 2000 йылдың 26 майында тарих-филология фәндәре бүлеге (тарих секцияһы) буйынса Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана[2].
Мәскәү дәүләт университеты биология факультетының антропология кафедраһында уҡыта[5]. «Российская археология», «Вопросы антропологии», «Opus. Междисциплинарные исследования в археологии» журналдарының мөхәрририәт советы ағзаһы булып тора[3].
2007 йылдың 22 июнендә Мәскәүҙә вафат була.[2][3]. Пятницкий зыяратында ире антрополог Валерий Павлович Алексеев менән йәнәш ерләнә[4].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. П. Алексеев һәм Т. И. Алексеева иҫтәлегенә «Алексеева уҡыуҙары» үтә.
- 2018 йылдың 5 декабрендә Ғилми-тикшеренеү институтында һәм Мәскәү дәүләт университетының Антропология музейында Рәсәй һәм Японияның фәнни «Физиологическая антропология и экология человека: аспекты изучения современного и древнего населения» симпозиумы эш башлай антропология музейы эш башлай (РФА академигы Т.И.Алексееваның 90-йәш тулыуына)[6] .
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Т. И. Алексееваның фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре этник антропология һәм кеше экология өлкәһенә ҡарай[7]. Кеше расалары һәм популяциялары араһында антропологик айырмаларҙың килеп сығышын өйрәнгәндә, ул «адаптив типтағы» формалашыу гипотезаһын тирә-яҡ мөхит йоғонтоһона мираҫ итеп беркетелгән биологик реакция нормаһы булараҡ күрһәтә, ул кеше тарафыннан ойкумендар үҙләштереүҙең башланғыс стадияларында барлыҡҡа килгән һәм кешелек тарихының төрлө осорҙарында — хатта хәҙерге заманға тиклем күрһәтелә. СССР-ҙың һәм Монголияны үҙ эсенә алған бөтә территорияларҙа антропологик экспедицияларҙың ойоштороусыһы һәм етәксеһе була[3]
Ҡыңғырау рәүешле кубоктар мәҙәниәте халҡының славян антропологик тибына[8] тура килгәнлеген билдәләй
Хәҙерге Австрия, Швейцария, Төньяҡ Италия, Көньяҡ Германия, Венгрия һәм Балҡан ярымутрауының төньяҡ-көнбайыш территорияһын үҙ эсенә алған боронғо рус (һәм хатта хәҙерге заман Днепр буйы) халҡының һәм Альп алды зонаһы халыҡтарының антропологик яҡынлығын асыҡлай һәм нигеҙләй[3].
Антропология һәм этнография ҡаҙаныштарын популярлаштырыуҙа әүҙем шөғөлләнә [4].
Бүләктәре һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ ордены (1999) —Рәсәй Фәндәр академияһының 275 йыллығы айҡанлы ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе һәм квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн[9]
- «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы[3]
- Н Н.Миклухо-Маклай исемендәге премия лауреаты — «Homo Sungirensis. Верхнепалеолитический человек: экологические и эволюционные аспекты исследования» коллектв монография өсөн[2]
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш Европа халыҡтарының этник антропологияһы проблемалары, кешене Ерҙең төрлө экологик урындарына, тарихи антропоэкология проблемаларына яраҡлаштырыу буйынса 250-нән ашыу ашыу ғилми хеҙмәт һәм монография авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән:
- Происхождение и этническая история русского народа // Труды Ин-та этнографии АН СССР. М., 1965 (В соавторстве с Бунаком В. В.)
- Этногенез восточных славян по данным антропологии. М.: МГУ, 1973.
- Истоки антропологических особенностей славян // Антропология и геногеография. – М., 1974. – С. 44.
- Географическая среда и биология человека. М.: Мысль, 1977.
- Адаптивные процессы в популяциях человека. М.: МГУ, 1986.
- Неолит лесной полосы Восточной Европы (антропология Сахтышских стоянок). Ред. Т. И. Алексеева. М.: Научный Мир, 1997. 191 с. (Ответственный редактор и автор 4 разделов)
- Восточные славяне. Антропология и этническая история. Ред. Т. И. Алексеева. М.: Научный Мир, 1999. 336 с. (Ответственный редактор и автор 4 разделов)
- Адаптация человека в различных экологических нишах Земли (биологические аспекты). М.: МНЭПУ, 1998. 280 с.
- Homo sungirensis. Эволюционные и экологические аспекты исследования человека верхнего палеолита. Ред. Т. И. Алексеева и Н. О. Бадер. М: Научный мир. 2000. 468 с. (Ответственный редактор и автор 4 разделов)
- Антропология. Онлайн учебник.
- Алексеев, Валерий Павлович / Алексеева Т. И. // А — Анкетирование. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 459. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 1). — ISBN 5-85270-329-X.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Алексеева Татьяна Ивановна. Историческая справка . // Официальный сайт РАН. Дата обращения: 31 ғинуар 2017.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Алексеева Т. И. // Сайт «Российская антропология» Содружества физических антропологов России. Дата обращения: 31 ғинуар 2017. 2017 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Россия лишилась выдающегося антрополога . // Сайт «Полит.ру». Дата обращения: 31 ғинуар 2017.
- ↑ Из истории кафедры антропологии. Татьяна Ивановна Алексеева (1928—2007) . // Сайт кафедры антропологии биологического факультета МГУ. Дата обращения: 31 ғинуар 2017. 2016 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ Новости НИИ и Музея антропологии
- ↑ Алексеева Татьяна Ивановна. Направления деятельности . // Официальный сайт РАН. Дата обращения: 31 ғинуар 2017.
- ↑ Перевезенцев С. В. . Россия. Великая судьба. — М.: Белый город, 2009. — 704 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-7793-1855-6. — С. 16—17.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 1999 года № 701 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Российской академии наук» . // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 21 ғинуар 2017.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арутюнов С. А. К юбилею Т. И. Алексеевой // Российская археология. 1998. № 4
- Бужилова А. П. Татьяна Ивановна Алексеева (1928—2007). — М.: Наука, 2009. — 87 с. — ISBN 978-5-02-035428-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Година Е. З. Алексеева, Татьяна Ивановна // Большая российская энциклопедия : электронная версия. — 2018. — Дата обращения: 21.02.2018.
- Профиль Татьяны Ивановны Алексеевой РФА рәсми сайтында
- Статья на сайте «Летопись Московского университета»
- Историческая справка на сайте Архива РАН
- Публикация в газете «Наше слово» (Мариинско-Посадский район)
- Профиль на сайте Института дистантного образования РУДН
- Фотопортрет Т. И. Алексеевой в галерее выдающихся учёных МГУ «Портрет интеллекта», созданной в 2005 г. к 250-летию университета (фото Сергея Новикова).
- Некролог(недоступная ссылка) // Полит.ру
- Могила В. П. и Т. И. Алексеевых
- 7 февралдә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- 7 декабрҙә тыуғандар
- Ҡазанда тыуғандар
- 22 июндә вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Рәсәй археологтары
- Рәсәй этнографтары
- СССР антропологтары
- СССР этнографтары
- Тарих фәндәре докторҙары
- Биология фәндәре кандидаттары
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр