Алиева Фазу Гамзатовна
Алиева Фазу Гамзатовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 декабрь 1932 |
Тыуған урыны | Хунзахский район[d], СССР |
Вафат булған көнө | 1 ғинуар 2016[1] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Махачҡала, Дағстан, Рәсәй |
Үлем сәбәбе | йөрәк етешмәүсәнлеге[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Ауар теле һәм урыҫ теле |
Һөнәр төрө | шағир, журналист, яҙыусы, хоҡуҡ яҡлаусы, прозаик |
Эшмәкәрлек төрө | шиғриәт |
Уҡыу йорто |
А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты Дағстан дәүләт педагогия университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы һәм Общественная палата Российской Федерации первого состава (2006—2008 год)[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Алиева Фазу Гамзатовна Викимилектә |
Алиева Фазу Гамзатовна (5 декабрь 1932 йыл — 1 ғинуар 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй авар шағиры, Дағстандың халыҡ шағиры (1969), прозаик һәм публицист. Рәсәй һәм Дағстан әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индерә, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
Ике «Почет Билдәһе» һәм ике Халыҡтар дуҫлығы, Изге апостол Андрей Первозванный (2002) ордендары кавалеры; Совет тыныслыҡ фондының алтын, «Тыныслыҡ өсөн көрәшселәр» совет тыныслыҡты яҡлау комитеты һәм Бөтә донъя тыныслыҡ Советының юбилей миҙалдары, шулай уҡ бер нисә сит ил почётлы наградалары эйәһе[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фазу Гамзатовна Алиева 1932 йылдың 5 декабрендә Дағстан АССР-ы Хунзах районы Геничутль ауылында тыуған.
Шиғырҙарҙы бәләкәй сағынан яҙа башлай, мәктәп йылдарында уҡ шағир булып таныла.[3] Фазу авар һәм рус телдәрендә яҙа. Ун ете йәшлек Фазуҙың шиғырҙары тәүге тапҡыр 1949 йылда «Большевик гор» гәзитендә, һуңыраҡ «Дағстан комсомолецы» гәзитендә һәм авар телендә «Дружба» журналында баҫылып сыға. Тәнҡитселәрҙе ул саҡта яңы башлаусы шағир һәм яҙыусы үҙенең сағыу һәм үҙенсәлекле һәләте менән хайран ҡалдыра. Фазу Алиева « шиғриәт кешенең таҙарта, уны сағыуыраҡ, изге күңелле һәм юғарыраҡ итә», тип иҫәпләй.[4]
1954-1955 йылдарҙа Дағстан ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институтына уҡырға инә.
1961 йылда А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай.
СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Дағстан Милли Фәндәр академияһы академигы була[5].
Уның шундай фраза-мөрәжәғәте билдәле: «.Тормошта төрлө нәмә була — кешеләр бер-береһен яратмаҫҡа, үҙ-ара талашырға мөмкин. Ләкин бер ҡасан да бер-берегеҙгә атмағыҙ. Донъяла быны бер нәмә лә аҡлай алма»[6]
Хеҙмәт юлы һәм әҙәби эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъяның 68 теленә тәржемә ителгән 102-нән ашыу шиғри һәм прозаик китаптар, шул иҫәптән «Тыуған ауыл», «Тауҙар законы», «Глаза добра», «Яҙғы ел» (1962), «Радугу раздаю» (1963), «Мгновенье» (1967) шиғри йыйынтыҡтары «На море» (1961), «В сердце каждого — Ильич» (1965), «Судьба» романы (1964), «Тавакал», или Отчего седеют мужчины" поэмаһы авторы, «Родовой герб», «Восьмой понедельник» романдары хәҙерге Дағстан тормошо тураһында. Шиғырҙары рус теленә тәржемә ителгән — «Зәңгәр юл» (1959), «Ташта семәрләү» (1966), Ун һигеҙенсе яҙ (1968) йыйынтыҡтары (1968)[7].
1950—1954 йылдарҙа мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
1962 йылда Дағстан уҡыу-педагогика әҙәбиәте нәшриәтенең мөхәррире
1971 йылда — «Женщина Дагестана» журналының баш мөхәррире.
15 йыл дауамында Дағстан Юғары Советы рәйесе урынбаҫары була.
1971 йылдан — Дағстан тыныслыҡты һаҡлау комитеты һәм Дағстан совет тыныслыҡ фонды бүлеге рәйесе, Бөтә донъя тыныслыҡ советы ағзаһы.
Фазу шағир-йырсы, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар популярлыҡ яулай: 1980 йылда «Песня года» фестивале финалына Эдита Пьеха башҡарыуында «Придумай такое мне имя» тигән йыр сыға[8][9].
Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2006 йылға тиклем)[10].
Махачкала ҡалаһының зыяратында ерләнгән.[11]
Ижадына баһа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙма фонды мөдире Мариза Магомедова Фазу Алиеваның ижади мираҫы хаҡында былай тине: «Ул бөтә ғүмерен кешене, Ватанды маҡтауға арнаны. Уның ижадының төп темалары — һуғыш һәм тыныслыҡ, хеҙмәт һәм хәрби батырлыҡ темалары. Бәләкәй ауылдан Гиничутль ҡыҙыҡайы үҙенең тыуған ергә, халыҡҡа, тыныслыҡҡа һөйөүе хаҡында һөйләп, донъяны яуланы»[7].
Фазу Алиеваға «Работница», «Огонёк», «Крестьянка», «Советская женщина», «Знамя» журналдары премиялары тапшырылды. Шулай уҡ Дағстан Республикаһының әҙәбиәт өлкәһендәге «Вечный огонь» шиғырҙар китабы өсөн премияһы тапшырылды. Уның «Комок земли ветер не унесёт» китабы Н. Островский исемендәге премияға лайыҡ булды.
Махачкаланың Дуҫлыҡ скверында Фазу Алиеваға һәйкәл асыла.
Сит телдәргә тәржемә ителгән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фазу Алиеваның китаптары суахили, тамил, кхмер, һинд, инглиз, немец, швед, чех, француз, испан, поляк, япон һәм башҡа телдәрҙә баҫылып сыға[12]
Пьесалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хочбар» — М. Магомедов менән берлектә яҙылған пьеса
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (11 декабрь 2002 йыл) —ватан әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм юғары гражданлыҡ позицияһы өсөн[13]
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2015 йылдың 16 июле) — милли мәҙәниәтте һәм сәнғәтте, киң мәғлүмәт сараларын һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеген үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[14]
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (16 ноябрь 1998) — мәҙәниәт һәм матбуғат өлкәһендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн[15]
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (21 июнь 1994 йыл) — милли әҙәбиәтте үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[16]
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (10 ғинуар 1983 йыл) — совет әҙәбиәте үҫешендәге ҡаҙаныштары өсөн[17]
- Ике "Почёт Билдәһе"ордены (шул иҫәптән 4 май 1960 йыл)
- Совет тыныслыҡ фондының алтын миҙалы
- Тыныслыҡты һаҡлау буйынса Совет комитетының «Тыныслыҡ өсөн көрәшсегә»
- Бөтә донъя тыныслыҡ Советының юбилей миҙалы
- Дағстан АССР-ыны\ (1969)
- 2007 йылда Фазу Алиева «Мәңгелек ут» шиғырҙар китабы өсөн әҙәбиәт өлкәһендә Дағстан Республикаһының Дәүләт премияһына лайыҡ була.
- 2009 йылда Дағстан Республикаһы президенты Муху Алиев Ф. Алиеваға «Дағстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» № 1. орденын тапшыра.
- Рәсәй журналистар союзының «Рәсәйҙең алтын ҡәләм» премияһы (2004) (2004)[18]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2017 йылдың 11 декабрендә Махачкалала Дуҫлыҡ майҙанында Фазу Алиеваға һәйкәл асыла.[19].
- 2017 йылдың 29 авгусында «Марка» типография компанияһы Фазу Алиева һүрәте төшөрөлгән почта маркаһы сығара. 27 һум номиналлы һәм тиражы 231 мең дана булған почта маркаһы «Изге Андрей Апостол Первозванный» серияһы сиктәрендә сығарыла.[20].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://tass.ru/kultura/2568768
- ↑ В Дагестане умерла народная поэтесса Фазу Алиева . Дата обращения: 1 ғинуар 2016. [yes Архивировано] 19 март 2017 года. 2017 йыл 19 март архивланған.
- ↑ к 80-летию поэтессы Фазу Алиевой 2017 йыл 1 ғинуар архивланған.
- ↑ «Поэзия — это светлая печаль» {{{2}}}.
- ↑ Дочери Дагестана — Булач Гаджиев — Google Книги
- ↑ Цитируя любимую Фазу . Дата обращения: 28 июль 2021.
- ↑ 7,0 7,1 «Фазу Алиева — поэт, прозаик, публицист»
- ↑ Песня — 80. Финал (1980) — YouTube
- ↑ ПЕСНЯ ГОДА. 1980-82
- ↑ Сайт Общественной палаты России
- ↑ Народная поэтесса Дагестана Фазу Алиева похоронена в Махачкале
- ↑ Переводы книг . Дата обращения: 1 ғинуар 2016. [yes Архивировано] 28 март 2016 года. 2016 йыл 28 март архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11 декабря 2002 года № 1400 «О награждении орденом Святого апостола Андрея Первозванного Алиевой Ф. Г.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16 июля 2015 № 369 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16 ноября 1998 года № 1412 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . Дата обращения: 23 июнь 2018. [yes Архивировано] 23 июнь 2018 года.
- ↑ Указ Президента от 21 июня 1994 года № 1315 «О награждении орденом Дружбы народов Алиевой Ф.Г.» 1994-06-21 . Дата обращения: 21 ноябрь 2016.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 10 января 1983 года № 8623—X «О награждении писательницы Алиевой Ф. Г. орденом Дружбы народов»
- ↑ Захарьев, Андрей. «Запомните их олауреаченными!» 2004-02-02 . Дата обращения: 21 ноябрь 2016.
- ↑ В Махачкале открыли памятник народной поэтессе Дагестана Фазу Алиевой
- ↑ В России в честь дагестанской поэтессы Фазу Алиевой выпустят почтовую марку
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 5 декабрҙә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 1 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Махачкалала вафат булғандар
- М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (Рәсәй Федерацияһы) кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- XXI быуат яҙыусылары
- XX быуат яҙыусылары
- Рәсәйҙең XX быуат шағирҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр