Эстәлеккә күсергә

Алтынбай Хоҙайшөкөров

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтынбай Хоҙайшөкөр улы
Тыуған ваҡыты

1776({{padleft:1776|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Аҡназар ауылы

Үлгән ваҡыты

1852({{padleft:1852|4|0}})

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1794—?

Хәрби звание

хорунжий

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Алтынбай Хоҙайшөкөров (17761852) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Алтынбай Хоҙайшөкөров Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы) Аҡназар ауылында тыуған[1].

1794 йылдың 10 майынан казак булып хеҙмәт итә. 1803 йылдың 10 майында зауряд-сотник званиеһын ала[2].

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 7-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[2]. 7-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 12 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[3]. 1813 йылда 7-се полк Данциг (Гданьск) ҡалаһын блокадалауҙа ҡатнаша һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[3][4]. 1814 йылдың 2 мартында 7-се Башҡорт полкы Рейнға йүнәлә һәм Кёльн ҡалаһына килеп еткәс һуғыштың тамамланыуы тураһында хәбәр ала. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.

1814 йылдың 5 декабрендә — поход старшинаһы, 1815 йылдың 30 авгусында хорунжий званиеларын ала[2]. 1815 йылда шәхси дворян титулын ала[5].

1815—1831 йылдарҙа хәҙерге Һамар өлкәһенең Хәсән ауылында йәшәй. 1817—1831 йылдарҙа Оло һәм Кесе Үҙән, Сәҙе бассейндарында урынлашҡан 9-сы кантон 2-се отделениеһының йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә[1].

1805 һәм 1820 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә.

1859 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса хәҙерге Ырымбур өлкәһе Гай районы Ялсыбай ауылында йәшәгән — бында уның улы Йәнмөхәмәт Алтынбаев теркәлгән (ул 1831 йылда Күстән ауылында йәшәгән)[1].

  • «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры

Ҡатыны — Һылыубикә[2]

Улы — Йәнмөхәмәт Алтынбаев[1]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Маннапов М. М. Башкиры Самарской губернии возвращение на родину предков в первой половине XX века. — Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, 2018. — С. 39. — 314 с. — ISBN 978-5-91608-162-6.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 108—109. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
  3. 3,0 3,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 396
  4. Усманов А. Н., 1964, с. 82
  5. Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — С. 133. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.