Алёшин Андрей Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алёшин Андрей Васильевич
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 21 май (3 июнь) 1905
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Калуга губернаһы[d], Козельск өйәҙе[d], Новосёлки[d]
Вафат булған көнө 11 апрель 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (68 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Калуга өлкәһе, Козельский район[d], Попелёво[d]
Ерләнгән урыны Козельский район[d]
Һөнәр төрө артиллерист, бухгалтер
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Советско-финляндская война[d] һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы "Берлинды алған өсөн" миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «Алтын Йондоҙ» миҙалы III дәрәжә Дан ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы

Андре́й Васи́льевич Алёшин (3 июнь (25 май) 1905 йыл — 11 апрель 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, орудие командиры, гвардия өлкән сержанты, Дан орденының тулы кавалеры. Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Андре́й Васи́льевич Алёшин Калуга өлкәһе Козельск районы Новоселки ауылында крәҫтиән ғаиләһендә кинйә бала булып тыуа. Өс апаһы була. Урыҫ. Ете йәшендә атайһыҙ ҡала. Козельск МТС-ында бухгалтер булып эшләй, 1933 йылдан — «Красный плодовод» совхозында (иҫәпсе, һуңынан — баш бухгалтер)[2].

Ҡыҙыл Армияла 1939 — 1940 йылдарҙа Польша походында, совет-фин һуғышында орудие төҙәүсеһе булараҡ ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас 1941 йылдың 4 июлендә ҡабаттан Ҡыҙыл Армияға сауҡырыла һәм фронтҡа оҙатыла[2].

50-се кавалерия полкы батареяһында Мәскәүҙе һаҡлай. 1-се Белоруссия фронты 2-се кавалерия корпусының 4-се гвардия кавалерия дивизияһының 175-се гвардия артиллерия-миномет полкында орудие расчеты командиры була.

1943 йылдың мартында Середина-Буда ҡалаһы өсөн алыштарҙа уның артиллерия расчеты дошмандың 10 танкыһының өсөһөн ҡыйрата, бының өсөн Алешин «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән наградлана[2].

1944 йылдың 26 июлендә орудиеһын пехотаның хәрби урынына сығарып, дошмандың автоматсылар һөжүмен кире ҡаға, ә 27 июлдә Мендзыжец-Подляски ҡалаһы өсөн алышта дошмандың 3 пулеметын һәм боеприпастар складын юҡ итәю 1944 йылдың 11 авгусында III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 28 ғинуарында Дандсбург ҡалаһы эргәһендә (хәҙер Польшаның Венцборк ҡалаһы) үҙ расчеты менән дошман һөжүмен кире ҡаға, тиҫтәнән ашыу гитлерсыны һәм бер пулеметты юҡ итә. 30 ғинуарҙа Алёшиндың расчеты дошмандың өс һөжүмен кире ҡаға, ике тиҫтәнән ашыу һалдат һәм офицерын, өс пулеметын юҡ итә. 1945 йылдың 11 мартында икенсе тапҡыр III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (1955 йылдың 19 авгусында орден статутына ярашлы I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә).

5 февраля 1945 йылдың 5 февралендә Щециндын көньяҡ-көнбайыштараҡ Алешин расчеты дошманға ҙур юғалтыу килтерә, был хәрби бурысты уңышлы үтәргә булышлыҡ итә.

1945 йылдың 31 майында Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1945 йылдың май башында Алёшиндың расчеты дошмандың өс һөжүмен кире ҡаға, ике взвод дошманды һәм бер пулеметты юҡ итә. Снарядтар бөткәс, яугирҙар булған ҡоралдары менән дошмандың тағы ла 5 һөжүмен кире ҡаға. 1945 йылдың 18 июнендә II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылда демобилизациялана, тыуған яғына ҡайта. Калуга өлкәһенең Козельск районында Попелево ауылында йәшәй. «Красный плодовод» совхозында баш бухгалтер булып эшләй.

1974 йылдың 11 апрелендә вафат була[3][4]. Похоронен на кладбище деревни Новоселки того же района[5].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Советтар Союзы Геройының Алтын миҙалы (№ 6730)
  • Ленин ордены
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (13.02.1944)
  • I, II, III дәрәжә Дан ордены (I ст. — № 2341, II ст. — № 16739, III ст. — № 169739)
  • Миҙалдары:
    • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» (1943);
    • «Мәскәүҙе обороналаған өсөн»
    • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн»
    • "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20 йыл " юбилей миҙалы
  • Козельсктың почетлы гражданы (2017)[6].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Козельскиҙа урам уның исемен йөрөтә.
  • Калуга ҡалаһында яңы урамға Андрей Васильевичй Алёшин исеме бирелгән[2].
  • Калуга өлкәһе Козельск районының Попелево ҡасабаһында бюсы ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. TracesOfWar
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Герой из глубинки // Истоки : Историко-краеведческое приложение к газете «Калужские губернские ведомости». — 2019. — № 9 (22). — С. 15.
  3. Самохин В. Ф Алёшин Андрей Васильевич  (рус.). Козельцы — Герои Советского Союза. Энциклопедия Козельска : Народный проект (2011-03-27). 14 октябрь 2017 тикшерелгән.
  4. Посёлок совхоза Красный Плодовод находился в южной части села Попелёво (см: Попелёво  (рус.). wikimapia. 14 октябрь 2017 тикшерелгән.).
  5. Индивидуальная могила Героя Советского Союза, полного кавалера ордена Славы Алешина Андрея Васильевича  (рус.). Наши памятники — наши герои. Деревня Новоселки. КОНБ им. В. Г. Белинского. 14 октябрь 2017 тикшерелгән.
  6. Лукашин Е Праздник в Козельске  (рус.). Сосенский городской общественно-политический портал «Наш город» (2017-08-21). 14 октябрь 2017 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 б. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]