Эстәлеккә күсергә

Аманат (ислам)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Аманат (ғәр. امانات‎) — тоғролоҡ йәки намыҫ кешеләре, дөйөм мәғәнәлә: һаҡлауға ышандырылған, ышаныслылыҡ. Аллаһ ышанып тапшырған, кешеләргә һаҡларға ҡушҡан нәмә. Яуаплы һаҡлауға бирелгән матди булмаған ҡиммәттәрҙе лә (тел, мәҙәниәт, милләт), шулай уҡ матди ҡиммәттәрҙе лә (әйбер, күсемһеҙ милек) үҙ эсенә ала.

Аманат төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Матди булмаған аманат миҫалы: милләт, этнос , мәҙәниәт, тел, милли булһынмы, ғаиләгә ҡағылышлымы традициялар, шәжәрә, генеалогик мәғлүмәт һ. б. Ғәҙәттә ғаиләлә, быуындан- быуынға, ата-әсәнән балаларға күсә.

Ҡайһы берҙә милли-мәҙәни ҡиммәттәр ғаилә мөхитенән ситтә лә тапшырыла ала.

Мәҫәлән: телде юғалтыу һөҙөмтәһендә кешеләр уны үҙ аллы, йә ошо телдә һөйләшкән кеше ярҙамында өйрәнә.

Матди аманаттың миҫалы: ниндәй ҙә булһа мираҫ, атайҙың фатиры, өләсәйҙең йорто, һаҡлауға тапшырылған әйберҙәр, берәй ергә киткән саҡта күршеләрҙең ҡарап торорға ҡалдрған фатиры һәм башҡалар. Берәй нәмәне үтәтеү, йә ҡағиҙә боҙоуға юл ҡуймау маҡсаты менән ҡулған алынған тотҡон (заложник) йәки ҡиммәтле нәмә лә аманат тип атала[1]

Башҡорт халҡында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә аманат төшөнсәһен тәрән аңлау, яуаплы ҡарау быуындан-быуынға тапшырыла, «аманатҡа хыянат» тигән төшөнсә лә бар. Яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың «Күсле ил — көслө ил» тигән китабында был хаҡта бүлек тә бар. Шул бүлектән өҙөк: «Аманатҡа хыянат ҡылыу ҙур ғәйеп һанала.Ғаилә, бала ла беҙгә аманат итеп бирелә. Уларҙы һаҡлау, лайыҡлы йәшәтеү — аманат кеүек бурыс. Кемдер һөйләгән сер ҙә — аманат. Һөйләүсе сер икәнен әйтмәһә лә, бер һиңә генә ышанып һөйләүен беләһең икән — ул һүҙ ҙә аманат. Аманатҡа хыянат ҡылыусыны боронғолар „хаин“, йәғни, „хыянатсы“ тип атаған»[2] .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит; 60-сы битБашҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит; 60-сы бит
  2. Гүзәл Ситдиҡова. Күсле ил — көслө илӨфө:Инеш, 2013—104 бит; 94-95 бб

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]