Амур
Амур | |
---|---|
ҡыт. 黑龙江 | |
Амур Хабаровск янында | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2824 км |
Бассейн | 1 855 000 км² |
Һыу сығымы | 12 800 м³/с (Устье) |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Аргунь менән Шилка |
· Бейеклеге | 304 м |
· Координаталар | 53°20′00″ с. ш. 121°28′53″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Охотское море |
· Урынлашыуы | Амурҙағы Николаевск |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 52°59′28″ с. ш. 141°02′48″ в. д.HGЯO |
Йылға ауышлығы | 0,068 м/км |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Охотское море |
Илдәр | Ҡытай, Рәсәй Федерацияһы |
РДҺР | 20030300112118100000012 |
Амур Викимилектә |
Амур (ҡыт. ғәҙәти 黑龍江, ябайл. 黑龙江, пиньин: Hēilóng-jiāng, палл.: Хэйлунцзян) — Көнсығыш Азияның иң ҙур алты йылғаһының береһе. Рәсәй Федерацияһы (бассейнының 53 %) менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы биләмәләре аша үтеп, Охот диңгеҙенең Амур ҡултығына ҡоя.
Оҙонлоғо — 2824 км (Шилка һәм Аргунь йылғалары ҡушылыуынан алып).
Төп ҡушылдыҡтары: Зея, Уссури, Бурея, Сунгари, Амгунь, Анюй, Тунгуска.
Иң мөһим ҡалары: Амурск, Благовещен, Хабаровск, Амурҙағы Комсомольск, Амурҙағы Николаевск (Рәсәй), Хэйхэ (Ҡытай).
Гидроним
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғаның исеме тунгус-манчжур телдәрендәге «амар», «дамур» — «ҙур йылға» тигән һүҙҙәрҙән алынған[1].
Амурҙы ҡытайҙар «Хэйхе» (ҡыт. 黑河) — «ҡара йылға», шулай уҡ «Хэйлунцзян» (ҡыт. 黑龙江) — «Ҡара аждаһа йылғаһы» тип атайҙар.
Ә монгол телендә «Амур Хара — Мурэн» — «ҡара йылға» исемен йөрөтә.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амур Шилка (эвенк телендә «тар үҙән») менән Аргунь (монгол телендә «киң» — ергунь) йылғалары ҡушылған урындан башланып китә.
Оҙонлоғо — 2824 км-ға һуҙыла. Фәнни-популяр матбуғатта Онон йылғаһына килеп ҡушылыусы исемһеҙ шишмәне Амур йылғаһының башы тигән фекерҙәр ҙә осрап ҡуя.
Ошо Онон-Шилка-Амур теҙмәһе буйынса ҡараһаң, Амурҙың оҙонлоғо 4279 км булып китә.
Ә Хайлар — Аргунь аша Амурҙың тамағына тиклем — 4049 км булһа, Керулен — Аргунь аша Амур тамағына саҡлым оҙонлоғо 5 052 километрға етә.
Амурҙың бассейны Көнсығыш Азияның уртаса һыҙатында (киңлегендә)урынлашҡан.
Йылғаның бассейны дүрт географик зонаға тура килә: урман (ылыҫлы-киң япраҡлы урмандар, урта һәм көньяҡ тайга), урманлы дала, дала һәм ярым сүллек зоналары.
Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары йылға башының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге бассейнында 250—300 мм тирәһендә тирбәлә. Ә инде Сихотэ-Алинь һыртының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә 750 миллиметрға етә.
Рәсәйҙә Амур бассейнының майҙаны (1855 мең км²) буйынса Йәнәсәй, Обь, Лена йылғаларынан ҡала — дүртенсе, ә донъя кимәлендә унынсы урынды биләй.
Йылғаның үҙәне өс өлөшкә бүленә: үрге Амур (Зея йылғаһы ҡушылған ергә тиклем 883 км) — ағым тиҙлеге 5,3 км/сәғ, урта Амур (Зея тамағынан Уссури ҡушылған ургә тиклем 975 км) — ағым тиҙлеге 5,5 км/сәғ һәм түбәнге Амур (Уссури тамағынан Амурҙағы Николаевскка тиклем 966 км) — ағым тиҙлеге 4,2 км/сәғ.
Гидрология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амурҙың уртаса айлыҡ ағымы (м³/с)
Амурҙағы Комсомольск ҡалаһындағы гидрометрик станцияһында 1993—1990 йылғы үлсәмдәр буйынса.[2]
Иң мөһим үҙенсәлектәренең береһе, йыл әйләнәһендә Амурҙың һыу кимәле ҡырҡа үҙгәреп тора. Был иң беренсе нәүбәттә йәйге-көҙгө муссон ямғырҙарына бәйле булып, йыллыҡ ағымдың 75 %-ын тәшкил итә. Һыу кимәлендәге тирбәлештәр үрге һәм урта Амурҙа 10—15м булһа, түбәнге Амурҙа 6—8 м тирәһенә етә. Ҡойма ямғырҙар мәлендә урта һәм түбәнге Амур 10—25 км-ға тиклем йәйелеп, ике айҙан (70 көн тирәһе) ашыу ярҙарына ҡайтмай ятырға мөмкин.
Амурҙың бассейны өс илдең сиктәрендә ята: Рәсәйҙә (995 мең км², территорияһының 54 %), Ҡытайҙа (44,2 %) һәм Монголияла (1,8 %). Үҙ сиратында, бассейндың Рәсәйҙәге секторы ике өлөшкә: Шилка менән Аргунь йылғаларының бассейнына тура килгән Себер һәм Амурҙың үҙенең үҙәненә тура килгән Алыҫ Көнсығыш (бөтә түбәнге Амур менән урге һәм урта Амурҙың һул яры) өлөштәренә бүленә.
Амур — сик буйы йылғаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуаттың уртаһынан Амур йылғаһының яңы йырҙаға тәбиғи күсеүе башлана. Ә XXI быуат башынан был күсеш Ҡытай яғының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡырҡа көсәйә. Ғалимдарҙың фекеренсә, йырҙаның үҙгәреүе ҡайһы бер рәсәй ҡасабаларының йыуылыуына, Амур аша һалынған автомобиль һәм тимер юл күперҙәренең емерелеүенә килтерәсәк.
Белгестәр ысын мәғәнәһендә гидротехник һуғыш тураһында иҫкәртәләр. Һуңғы 10-15 йыл эсендә Ҡытай яғынан Амур ярҙарын нығытыу бара. Киң ҡолас менән километрҙарға һуҙылған бетон нығытмалар йырҙаны төньяҡҡараҡ, рәсәйҙең уйһыу һәм еңел йыуыла торған һул яҡ ярына «этеп» сығарасаҡ.
Хабаровск эргәһендә Амур ҙур тиҙлектә һайыға, шул уҡ ваҡытта ҡаршы яр яғынан ағып сыҡҡан Бешеная һәм Пензенская тигән һыу юлдары йылдан йыл киңәйә һәм тәрәнәйә бара. Гидрологтарҙың иҫәбе буйынса, уларҙың ағымы йылына 3% артығыраҡҡа арта.2005 йылдың ҡышынан уҡ Пензенская Амурҙың ағымынан 51% үҙенә алып, төп йырҙаға әүерелгән дә инде. Әлеге ваҡытта Владимировка ҡасабаһы (Йәһүд автономиялы өлкәһе) янында Пензенская аша һыуҙы кире ауҙарыу өсөн ҙурҙан гидротехник ҡоролма — быуа төҙөлә. Плотина аҫтына 80 мең кубометрҙан ашыу таш һалыу ҡаралған. Был саралар Бешеная һыу юлы ҡулсаһына һыу ағымын көсәйтмәһен өсөн унда ла саралар ҡаралған. Шулай уҡ, проектировщиктар Амурҙағы гидротехник ҡоролмалары йыуылып ҡуймаһын өсөн, уның ҡомлоҡай һул яҡ ярын нығытырға тәҡдим итәләр. 2005 йылдан Амурҙың һайығыуы кәмей төшкән.
Тик Ҡытай менән Рәсәй араһында 2004—2005 йылдарҙа сик буйы мәсъәләләрен көйләү нигеҙендә ҠХР 350 км² ерҙе: Тарабаров утрауы менән Хабаровск районындағы Оло Уссурийск утрауының өстән бер өлөшөн үҙ юрисдикцияһына ала. Шул ерҙәр менән бергә гидротехник ҡоролмалар, шул иҫәптән Оло Уссурийск һәм Тарабаров утрауҙарын айырып торған нығытма ла сит ҡулдарға күсә. Яңы хужалар нығытмаларҙы емерә ҡалһалар, Хабарвск районында Амурҙың һайығыуы һәм һул ярының ашалыуы дауам итер тигән хәүеф бар.
Экология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл һайын тиерлек фенол, нитрат һәм микробиологик күрһәткестәренең норманан (мөмкин булған миҡдарҙан) артыуы күҙәтелә. 2005 йылдың 14 ноябрендә Ҡытайҙағы химик заводтарының береһендәге авария булып, Сунгари йылғаһына күпләп ағыулы матдәләр һибелә. Нитробензол, нитробензин һәм башҡа химикаттар Амур йылғаһына ағып төшә. Хабаровскиҙағы һыуйыйғысты ағыулы һыу эләгеүҙән һаҡлау һылтауы менән ҡытайҙар Казакевичев йылғаһы башында нығытма (дамба) төҙөйҙәр. Шуның һөҙөмтәһендә ағыулы һыу Рәсәй ярҙарына йүнәлә.
2008 йылда Амур өлкәһендә урындағы халыҡ йылғала 2км-ға йәйелгән билдәһеҙ таптарҙы күреп ҡалалар.
Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында һәм Ҡытайҙа 2013 йылдағы һыу баҫыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙайлы ҡойма ямғырҙарҙан 2013 йылдың авгусында Амур йылғаһы ярҙарынан сыға. Амур өлкәһендәге, Йәһүд автономиялы өлкәһендәге, Хабаровск крайындағы тиҫтәләгән ҡала һәм ауылдарҙы, Хабаровскиҙы, Благовещенты һыу баҫа. Көтөүлектәр, бесәнлектәр, баҫыуҙар һыу аҫтында ҡалып, малдар аҙыҡһыҙ ҡала, ауыл хужалығы культуралары юҡҡа сыға. Августың 26-дағы мәғлүмәттәр буйынса 185 торама пункттары, 9,5 меңдән ашыу өй, 13,8 мең тирәһе шәхси биләмәләр, 3,8 мең баҡса йорттары, 374 социаль объект зыян күрә. 661 км һуҙымында автомобиль юлдары һәм 566, 8 мең гектар сәсеүлектәр һыуҙан йыуыла. Транспорт туҡтап ҡала.13 августа Хабаровск янында һыу кимәле 642 см-ҙан ашып, 1913 йылғы рекордты үтеп китә. 27 августа (мәскәү ваҡыты менән 5-00, урындағы ваҡыт буйынса 12-00) ул күрһәткес 736 см-ға, 4 сентябрҙа 808 см-ға етә. 5 сентябрҙән генә һыу ҡайта башлай. Ә Амурҙағы Комсомольск эргәһендә 12 сентябрҙа һыу кимәле 910 см-ға барып етә. 23 сентябрҙан ғына ташҡындың һырты Татар боғаҙына сығып, бар тарафта ла һыу кәмеүгә китә.
Ихтиофауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балыҡтарының төрө буйынса Рәсәйҙә Амурға еткән йылға юҡ. Бында 108 (һуңғы мәғлүмәттәр буйынса — 139) төр балыҡ тереклек итә. Сағыштырыу өсөн, Һырдаръяла балыҡтарҙың төрө — 42, Ленала — 46, Обь йылғаһында — 47, Йәнәсәйҙә — 63, Волгала — 77.
Амур — Евразияла һөмбаштарға иң бай йылға. Бында 9 төр һөмбаш ыуылдырыҡ сәсә. Мәрсендәр төркөменән иң ҙур балыҡ-оҙонлоғо 4—5 м еткән калуга, амур һәм сахалин мәрсендәре тереклек итә.
36 төр балыҡ — бик мөһим промысло әһәмиәтендәгеләрҙән һанала. Калуга, желтощёк, ауха (ҡытай алабуғаһы), амур сигы, косатка-скрипун и змееголов-эндемик төрҙәр булып тора.
Амурҙағы балыҡ төрҙәренең исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амур йылғаһы тамағындағы ихтиофауна (исемлек тулы түгел): 1. Дальневосточная ручьевая минога-алыҫ көнсығыш миногаһы 2. Тихоокеанская (японская) минога-япон миногаһы 3. Калуга 4. Амурский осетр-Амур мәрсене 5. Тихоокеанский (сахалинский) осетр-Тымыҡ океан мәрсене 6. Сибирская стерлядь- Себер уҡбалығы 7. Кета 8. Горбуша- көмрө балыҡ 9. Нерка (красная)-ҡыҙыл нерка 10. Кижуч 11. Сима 12. Камчатская семга 13. Мальма 14. Кунджа 15. Обыкновенный таймень- Ғәҙәти ҡыҙылбалыҡ 16. Ленок 17. Уссурийский (амурский) сиг-амур алабалығы 18. Сиг-хадары-алабалыҡ 19. Амурский хариус-Амур бәрҙеһе 20. Корюшка-зубатка (азиатская корюшка) 21. Малоротая речная корюшка 22. Лапша-рыба 23. Амурская щука-Амур суртаны 24. Амурский чебак (язь)-Амур оптоһо 25. Дальневосточная краснопёрка (угай, красноперка Брандта)-Алыҫ көнсығыш ҡыҙылғанаты 26. Чёрный амур-ҡара амур 27. Белый амур-аҡ амур 28. Озерный гольян- Күл маймаһы 29. Маньчжурский озерный гольян-Маньчжур күл маймаһы 30. Гольян Чекановского- Чеканов маймаһы 31. Гольян Черского-Черск маймаһы 32. Гольян Лаговского, или амурский гольян-Амур маймаһы 33. Китайский гольян-Ҡытай маймаһы 34. Обыкновенный гольян –Ғәҙәти майма 35. Амурский плоскоголовый (красноперый) жерех – Амур ағарсағы 36. Китайский афиоциприс 37. Усатый голавль-мыйыҡлы ажау 38. Амурский чебачок 39. Сибирский пескарь-Себер ҡомайы(ташбашы) 40. Пескарь Солдатова –Солдат ҡомайы 41. Ленский пескарь-Лена ҡомайы 42. Амурский белоперый (длинноусый) пескарь-Аҡҡанатлы Амур ҡомайы 43. Ханкинскин пескарь-Ханкин ҡомайы 44. Чебаковидный (амурский) пескарь-Амур ҡомайы 45. Пескарь-губач Черского –Черский ҡомайы(ташбашы) 46. Пескарь-лень 47. Китайский (амурский) лжепескарь-ялған амур ташбаш 48. Владиславия 49. Китайский ящерный пескарь-ҡытай ҡомайы 50. Амурский носатый пескарь-Танаулы Амур ҡомайы 51. Восьмиусый пескарь-Һигеҙмыйыҡ ҡомай 52. Конь-губарь 53. Пестрый (пятнистый) конь-сыбар атбалыҡ 54. Амурская чернобрюшка (подуст-чернобрюшка) 55. Мелкочешуйчатый желтопёр-(ваҡ тәңғәле һарығанат) 56. Чёрный амурский лещ-ҡара амур ҡорманы 57. Белый амурский лещ-аҡ амур ҡорманы 58. Монгольский ханодихтис 59. Обыкновенный верхогляд 60. Монгольский краснопёр («сунгарик»)-монгол ҡыҙылғанаты 61. Горбушка- көмрө балыҡ 62. Уклей (амурская острогрудка)-амур аҡ сабағы 63. Обыкновенная востробрюшка 64. Уссурийская востробрюшка 65. Буиннурская востробрюшка 66. Корейская востробрюшка 67. Желтощёк 68. Амурский троегуб (трегубка) 69. Обыкновенный горчак 70. Колючий горчак 71. Ханкайский горчак 72. Горчак Лайта 73. Обыкновенный серебряный карась- ғәҙәти көмөш табанбалыҡ 74. Амурско-китайский сазан-амур-ҡытай һаҙаны 75. Белый толстолоб (толпыга)- 76. Пестрый толстолоб (большеголов)- 77. Голец-усан (сибирский голец)-себер еҙмыйығы 78. Восточный (амурский) вьюн-амур этбалығы(һаҡалсан) 79. Дальневосточная лефуа (восьмиусый голец)-алыҫ көнсығыш еҙмыйығы 80. Амурская (маньчжурская) лептобоция 81. Обыкновенная шиповка (щиповка) 82. Сом Солдатова -Солдатов йәйене 83. Амурский сом-амур йәйене 84. Косатка-скрипун 85. Уссурийская косатка (плеть) 86. Косатка Бражникова (малач, или синяя) 87. Косатка Герценштейна 88. Косатка-крошка 89. Окунь-ауха (китайский)-ҡытай алабуғаһы 90. Обыкновенный судак- Ғәҙәти һыла 91. Обыкновенный окунь- Ғәҙәти алабуға 92. Разукрашенный маслюк 93. Ротан-головешка 94. Элеотрис 95. Японский бычок-япон угеҙбалығы 96. Полосатый трёхзубый бычок-юлаҡлы угеҙбалыҡ 97. Амурский бычок-амур угеҙбалығы 98. Южная плоскоголовая широколобка (дальневосточная рогатка) 99. Амурская широколобка 100. .Пестроногий подкаменщик 101. Налим-шамбы 102. Дальневосточная навага (вахня)-алыҫ көнсығыш навагаһы 103. Змееголов- (йыланбаш балыҡ) 104. Трёхиглая колюшка(өс энәле терпе балыҡ) 105. Девятииглая (малая) амурская колюшка –туғыҙ энәле терпе балыҡ 106. Звездчатая (тихоокеанская речная) камбала-йондоҙло камбала 107. Полосатая полярная камбала- юлаҡлы поляр камбала 108. Лобан
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сколько имён у Амура? 2013 йыл 2 сентябрь архивланған.
- ↑ Amur Basin, Station: Komsomolsk
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амур Викимилектә |
- Амур, река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Приамурье (физическая карта, масштаб 1:2 500 000) // Национальный атлас России. — М.: Роскартография, 2004. — Т. 1. — С. 278—279. — 496 с. — 3000 экз. — ISBN 5-85120-217-3.
- Амур в «Словаре современных географических названий» 2008 йыл 19 октябрь архивланған.
- Фотографии Амура
- «Сказание о великой реке Амуре которое разгранила русское селение с Китайцы».
- Чертёж течения Амура по « Хорографической чертежной книге» С. У. Ремезова начала XVIII в.