Арша заказнигы
Арша заказнигы | |
Нигеҙләү датаһы | 21 июль 1976 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП IV: заказник[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Майҙан | 17 474 гектар |
Арша заказнигы Викимилектә |
Аршинский | |
---|---|
Категория МСОП — IV (Территория управления видами или местообитаниями) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 17474 га |
Уртаса бейеклеге | 470 м |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 21 июль 1976 йыл |
Идара итеүсе ойошма | ОГУ Дирекция особо охраняемых природных территорий Челябинской области |
Урынлашыуы | |
55°29′33″ с. ш. 59°45′12″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице | |
РФ субъекты | Челябинская область |
Арша заказнигы Викимилектә |
Арша заказниғы — Силәбе өлкәһенең дәүләт тәбиғәт комплекслы заказнигы.Силәбе өлкәһенең Ҡуҫа һәм Наҙы-Петровск райондарында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул дәүләт һунарсылыҡ заказнигы булараҡ 1976 йылдың 21 июленән (№1083-р) башҡарма комитет ҡарары менән булдырыла. 2008 йылда Силәбе өлкәһе Хөкүмәте ҡарары менән дәүләт тәбиғәт комплекслы заказнигы (№ 139-П от 22.05. 2008) итеп үҙгәртеп ҡорола. Был махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең бурысы - боҙолған ландшафттарҙы, тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын һаҡлау һәм тергеҙеү; һирәк биологик төрҙәрҙе һаҡлау; ғилми тикшеренеүҙәр һәм экологик белем биреү.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ Уралда Силәбе өлкәһенең Ҡуҫа районының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны - 17 474 гектар, сиктәренең оҙонлоғо 77,22 саҡрым тәшкил итә. Көнбайышта Башҡортостан, төньяҡта - Нәҙепетровск районы менән сиктәш.
Урман зонаһында (киң япраҡ-ҡарағай ылыҫлы һәм ҡарағай урмандары), урман-дала Урал алды зонаһы менән сиктәш урынлашҡан. Тағанай милли паркы, Түргеяҡ тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм Илмән ҡурсаулығы менән бергә Көньяҡ Уралдың көнсығыш һәм көнбайыш урман-дала зоналары араһында мөһим экологик коридор функцияһы уйнай.
Урал һыртының көньяҡ өлөшөндә көнсығыш һәм көнбайышты бәйләүсе был киң ҡеүәтле коридор төрлө биогеографик төбәктәрҙең биофондтары менән алмашыныуында ғәйәт ҙур роль уйнай. Урал тау иленең бөтә һуҙымында башҡа бындай коридор юҡ.
Рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заказник биләмәһе уртаса бейеклектәге һәм тәпәш тау ландшафты булып тора. Иң бейек урыны – диңгеҙ кимәленән 829 метр, иң түбәне 360 метр тәшкил итә.
Заказник биләмәһендә ике тау - Тураташ һәм Карандаш урынлашҡан. Тау һырттары төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә һуҙылған.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заказник биләмәһендә уртаса континенталь климат. Нигеҙҙә көнбайыштан килгән сағыштырмаса һалҡын һәм дымлы атлантик һәм Арктиканың һалҡын ҡоро һауа массалары йоғонтоһонда формалаша.
Көньяҡтан килгән йылы континенталь һауа массаларының йоғонтоһо күпкә көсһөҙөрәк, сөнки төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендәге елдәр өҫтөнлөк итә.[1]
Үҫемлектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заказниктың күпселек өлөшөн 16 мең гектарҙан ашыу майҙанлы урман массивы биләй. Ағастарҙың тоҡомо араһында иң күбе - ҡарағай, шулай уҡ ҡара ылыҫлы ағастарҙан себер шыршыһы, аҡ шыршы һәм ҡарағас бар. Япраҡлы тоҡомдарҙан ҡайын, уҫаҡ, йүкә, тал, миләш үҫә. Заказник биләмәһендә Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк осраған ысын кәкүк ситеге, ысын оягөл үҫемлектәре табылған.
Арша заказнигы флораһынданда көпшәле үҫемлектәрҙең 298 төрө иҫәпләнә. Улар араһында Көньяҡ Уралдың урман зонаһында киң таралған төрҙәр өҫтөнлөк итә. Бынан тыш, бөгөнгө көндә заказник биләмәһендә 15 төр япраҡ-һабаҡлы мүктәр теркәлгән. Заказник флораһының күпселек үҫемлектәр урман һәм урман сите мөхиттәре менән бәйле төрҙәр.
Заказниктың төр составы бай. Ҡоро ер умыртҡалыларынан .53 төр тереклек итә. Шуларҙың 42 төрө - имеҙеүселәр, 6-һы - һөйрәлеүселәр һәм 5-е ер-һыу хайуандары.
Заказниктың төп бурысы мышыларҙың популяцияһын ишәйтеү. Заказник биләмәһендә шулай уҡ: бүре, айыу, тейен, ҡондоҙ, әлгәнйәк, һеләүһен, һыуһар, илек, төлкө, көҙән, шәшке тереклек итә. Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама һәм ябай осар тейен булыуы ла заказниктын баһаһын күтәрә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аршинский государственный природный комплексный заказник .
- Природные богатства » Заповедники и природные парки » Аршинский заказник . 2021 йыл 11 апрель архивланған.
- Аршинский заказник 2021 йыл 11 апрель архивланған.
- Аршинский государственный природный комплексный заказник 2021 йыл 6 май архивланған.