Асҡын районы топонимикаһы
Викидатала элемент юҡ |
Асҡын районы — Ҡариҙел йылғаһының уң ярында, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан. Үҙәге — Асҡын ауылы. Өфөгә 213 км һәм иң яҡын Щучье Озеро тимер юл станцияһы (Пермь өлкәһе) — 50 км. Район 1935 йылдың ғинуарында ойошторолған. Майҙаны — 2542 км². Халҡы 23 337 (2010) кеше (1970— 34,4, 1979 — 28,3, 1989 — 23,5 мең, 1995 — 24,2 мең). Күпселек башҡорттар, татарҙар, урыҫтар. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км². 9 кеше. Иң ҙур ауылдар: Асҡын (1989 — 5,8 мең кеше) һәм Ҡубыяҙ (1,4 мең кеше).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһының көнсығыш өлөшө Өфө яйлаһының көнбайыш сигенә тура килә, йылғалар һәм йырғанаҡтар менән бүлгеләнгән. Көнбайыш рельефына түбәлектәр хас (Асҡын яҫы таулығы). Климаты уртаса йылы, ярайһы уҡ дымлы. Асҡын метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса, абсолют максималь температура +36С, абсолют минималь −54С тәшкил итә. Район територияһы буйлап Ҡариҙелдең ҡушылдығы Төй (Һарыҫ ҡушылдығы) һәм Аяҙ йылғалары аға. Көлһыу тупраҡ, көлһыулығы һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡара тупраҡ һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Территория шыршы һәм аҡ шыршы үҫкән урмандар зонаһына инә.
Ләкин улар киң япраҡлы ағастарға (бигерәк тә йүкә), шыршы, аҡ шыршы, ҡайын, уҫаҡ урмандарына алышынған. 1963 йылда райондың көньяҡ.-көнбайышында тайга зонаһы йәнлектәрен (шәшке, мышы, һуҫар, ҡама, һеләүһен һ.б.) һаҡлау өсөн Асҡын дәүләт заказнигы ойошторолған.
Геотектоник йәһәттән район територияһы Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә ята. Запастары күп булмаған Ҡәйүм, Степановка, Көнгәк, Бейәбаш нефть ятҡылыҡтары, шулай уҡ Яңы Ҡаҙансы һәм Ҡубыяҙ газ ятҡылыҡтары табылған. Эзбизташ, төҙөлөш ташы, доломит, балсыҡ, ангидрит ятҡылыҡтары ярайһы уҡ күп. Агрономик рудалар осрай. Урындағы ихтыяж өсөн төҙөлөш ташы (Урмияҙ, Анастасьино), ҡырсын таш (Гөмбә), эзбизташ (Ҡаҙансы) сығарыу карьерҙары асылған.
«Башплодородие» ПБ балансында 10-ға яҡын агроруда ятҡылығы бар: Ҡышлауйылға торф-туф (990 мең т), Любимовка йомшаҡ эзбизташы (880 мең т), Мутабаш күл-һаҙлыҡ эзбизы (686 мең т) ятҡылыҡтары.
Топонимика серҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡашҡа урта мәктәбенең география уҡытыусыһы Наил Ғаян улы Хәйруллин Асҡын районы топонимикаһы буйынса 1981—2001 йылдарҙа тикшеренеү эше алып барған. Был материал өс өлөштән тора. Унда Асҡын районының ойконимдар, гидронимдар һәм оронимдарының барлыҡҡа килеү тарихы бирелә. Тел — халыҡтың борондан килгән аралашыу сараһы. Яҙыуҙан айырмалы булараҡ, тел бер ҡасан да ситтән үҙләштерелә алмай. Ҡайһы халыҡты ғына алһаҡ та, телдең борон-борондан килгән үҙенең тамырҙары, төҙөлөшө бар. Хәҙерге телдең күп һүҙҙәре таш һәм бронза быуаттарҙан килгән. Һүҙҙәрҙең тарихын өйрәнеү, уларҙың беренсел мәғәнәләрен асыҡлау-тикшеренеү эшенең иң ҡыҙыҡлы төрҙәренең береһе. Бына шуның өсөн дә һүҙҙәрҙең тарихын өйрәнеү эше менән беренсе булып тарихсылар һәм географтар ҡыҙыҡһына башлай. Эйе, һәр территорияның географик атамалары була, барлыҡҡа килә, юҡҡа сыға. Тимәк һәр береһенең үҙенең тарихы була. Бер атамалар меңәр йылдар, икенселәре -йөҙәр, өсөнсөләре бөтөнләй бер нисә тиҫтә йыл ғына йәшәй. Быларҙың бөтәһе лә ижтимағи-тарихи факторҙан тора. Йәмғиәттәге күп кенә үҙгәрештәр топонимияла сағылыш таба. Телдең теге йәки был яҡтарын өйрәнеүсе күп кенә фәндәр араһында тыуған яҡты өйрәнеү менән ономастика (яңғыҙлыҡ исемдәр тураһындағы фән) һәм уның бүлектәре-топонимика һәм антропонимика ҡыҙыҡһына. Топонимика (грек һүҙенән «топос» -урын һәм «онима»- исем) географик атамаларҙың барлыҡҡа килеүен, йөкмәткеһен һәм үҫеш законлығын өйрәнә. Географик атамалар һәр ваҡыт тарих менән бәйле була. Уларҙың барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм юҡҡа сығыуы ниндәй ҙә булһа бер төбәктә тарихи процестың дөйөм ағышы менән бәйләнгән. Топонимика күсеп китеүҙәре, төрлө бәрелештәрҙе, халыҡтар һәм ҡәбиләләрҙең ассимиляцияһын теркәп бара. Ул шул халыҡ дөйөмлөгөнөң иҡтисади үҫеш үҙенсәлектәре тураһында күп нәмәләр һөйләй ала. Эшенең маҡсаты — райондың географик атамаларын һәм уларҙың территориаль үҙенсәлектәрен өйрәнеү, уларҙы йөкмәткеләре буйынса бөтәһенә лә, бигерәк тә уҡыусыларға аңлайышлы итеп яҙыу. Был тема өҫтөндә эшләгәндә беренсел топонимик материалдар йыйыуға ул Ҡашҡа урта мәктәбе уҡыусыларын да ылыҡтырған. Эшендә ҡулланған әҙәбиәт: Дөйөм топонимика. Жучкеевич В. А. 1968, Топонимика очерктары. Мурзаев Э. М. Географик атамаларҙың сере. Сергеев И. В. Был фәнни эш Наил Ғаян улы етәкселегендә, райондың төрлө ерҙәренә барып, уҡыусылар ярҙамында йыйылған материалдар нигеҙендә яҙылған. Шулай уҡ Асҡын ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейы материалдары ла ҡулланылған. Улар тарафынан 702 атама йыйылған, шулар иҫәбендә 138 гидроним, 140 ойконим һәм 424 ороним бар. Асыҡланыуынса, Асҡын районы топонимдары бөтә республиканыҡы кеүек үк үҙенең төҙөлөшө һәм этимологияһы буйынса төрлө.
Асҡын районы ойконимдарының (ауыл атамаларының) үҙенсәлектәре.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Союз Үҙәк башҡарма комитеты Ҡарары нигеҙендә Асҡын районы 1930 йылдың авгусында төҙөлгән. Быға тиклем район территорияһында Башҡорт АССРы Бөрө кантонының өс волосы – Асҡын, Балыҡсы һәм Тәтешле волостары булған. Асҡын волосына- Асҡын, Ҡуяштыр, Арбаш, Ҡыйғаҙы, Ключи һәм башҡа ауылдар. Балыҡсы волосына - Урмияҙ, Ҡубыяҙ, Ҡашҡа, Солтанбәк һәм башҡа ауылдар, ә Тәтешле волосына Ҡаҙансы, Ҡышлауйылға, Баҙансат ауыл Советтары инә. Ҡарткиҫәк ауылы Байҡыбаш волосына ҡараған була. Бөтә Союз Үҙәк башҡарма комитетының әйтеп үтелгән Ҡарарына ярашлы Башҡортостанда 48 район төҙөлә. Быға бәйле рәүештә идара итеүҙең волость һәм кантон системалары ябайлаштырыла. Улар урынына ауыл Советтары һәм урындағы дәүләт органдары ҡала. Асҡын районы ул саҡта 22 ауыл Советын берләштерә. 1932 йылдың 25 апрелендә райондарҙы ҙурайтыу һөҙөмтәһендә Асҡын районы ике өлөшкә бүленеп, береһе Ҡариҙел, икенсе өлөшө Асҡын районы элекке сиктәрендә яңынан тергеҙелә. 1963 йылдың башында уны яңынан тулыһынса Ҡариҙел районына ҡушалар. Райондарҙы ҙурайтыу етештереүҙе ойоштороуҙа һәм хужалыҡ менән идара итеүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. КПСС Үҙәк комитетының октябрь Пленумында(1964) яңынан райондарҙы бәләкәйләтергә ҡарар ҡылына һәм 1965 йылда йылда Асҡын районы Ҡариҙел районынан бүленә. Асҡын районы топонимикаһында уның иҡтисади-географик ҡылыҡһырламаһы сағыла. Уның географик торошо, рельефы, тупрағы, гидрографияһы, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы, шулай уҡ халыҡтарҙы һәм районды үҙләштереү тарихы, күп топонимдар нигеҙенең төп үҙенсәлектәре булып тора. Асҡын районында башҡорт һәм татар топонимдары өҫтөнлөк итә. Башҡорт теле, татар теле кеүек үк, төрөк телдәренә ҡарай. Ләкин хәҙерге заман башҡорт теле лексикаһының башҡорт телен татар һәм башҡа төрөк телдәренән ҡырҡа айырған күп үҙенсәлектәре бар. Райондың башҡорт ауылдары атамаларының күбеһе башҡорт һүҙҙәренән, шулай уҡ башҡорт яңғыҙлыҡ исемдәрҙән (ауылға беренсе килеп йәшәй башлаусылар) яһалған. Мәҫәлән, Ахун, Ҡәйүм, Хәтмулла, Дәүләт, Үтәш, Күскилде, Абдал, Әмир. Район ойконимдарының икенсе үҙенсәлеге уларҙа төрлө социаль, сәйәси һәм иҡтисади ваҡиғалар һүрәтләнеүендә. Бының һөҙөмтәһендә бер ойконимдар юҡҡа сыға, икенселәре барлыҡҡа килә. Бигерәк тә ойконимдар төҙөлөшөндә Октябрь революцияһынан һуң ҙур үҙгәрештәр була: Ҡыҙыл байраҡ, Йондоҙ, Октябрь, Башҡортостан, Ҡыҙыл юл ойконимдары барлыҡҡа килә. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы бар. Мәҫәлән Башҡортостан ойконимы 1929 йылда Ҡаҙансы ауылынан йыраҡ түгел Бәлә-йылға ауылының барлыҡҡа килеүе менән бәйле. Ул саҡта крәҫтиәндәр коллективы хужалыҡҡа берләшергә уйлай һәм был ваҡиға Башҡорт АССР-ның ун йыллыҡ юбилейы менән тап килә. Ошо ваҡиға айҡанлы яңы колхозға “Башҡортостан” исеме бирелә. Хәҙерге ваҡытта “Башҡортостан” колхозы юҡ, хужалыҡтарҙы ҙурайтыу һөҙөмтәһендә ул “Дружба” совхозына ҡушыла, ә ауылдың атамаһына ойконим тороп ҡала. Ҡыҙыл байраҡ, Йондоҙ, Октябрь, Ҡыҙыл юл ойконидарының килеп сығышы ла колхоздар менән бәйле. 1950 йылда районда 105 колхоз булған. Хужалыҡтарҙы ҙурайтыу һөҙөмтәһендә уларҙы ҙурыраҡ колхоздарға берләштерәләр, ә 60-70-се йылдарҙа был ауылдар юҡҡа сыға. Химзавод ауылы XIX быуаттың икенсе яртыһында, Уралды тиҙ ваҡыт эсендә үҙләштереү йылдарында барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта райондың төньяғында эшселәр ҡасабаһы төҙөлә һәм унда үҙағастан гудрон әҙерләү эштәре алып барыла. Шулай итеп Химзавод ойконимының килеп сығышы кешеләрҙең хеҙмәт эшсәнлеге менән бәйле.
Асҡын районының башҡа ойконимдарының йөкмәткеһе ниндәй һуң?
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 74 ауыл бар. Илдең башҡа төбәктәре кеүек Башҡортостанға ла ауылдар һанының кәмеүе хас. Шулай 1960 йылда Асҡын районында 130 ауыл һаналған, 1980 йылда уларҙың һаны 46-ға кәмей. Ауылдарҙың кәмеүе республиканың район планировкаһына ярашлы рәүештә перспективалы ауылдарҙы ҙурайтыу һөҙөмтәһендә була. Ауылдар юҡҡа сыға, ләкин халыҡтың тарихи үткәнен һәм нидәйҙер үҙенсәлеген сағылдырған исемдәре ҡала. Шуға күрә тарихты өйрәнеүҙә топонимик эҙләнеүҙәр йылдан-йыл мөһим урын ала бара. Асҡын районы ойконимдарының күбеһе урындың исеменән барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Йырма-ялан (йырма-йырын, ялан-ялан). Талог ойконимы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, ул “лог” формантында төҙөлгән, рельефтың формаһын аңлата. Ысынбарлыҡта ауыл бөтә яҡтан ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған. Төй йылғаһының тар үҙәнендә урынлашҡан Урмияҙ (атаманың варианттары Урмияҙ, Юрмияҙ; юрми – этноним, аяҙ – аҡлан), Ҡубыяҙ (Ҡубай – антропоним), Вашъяҙы (фин-уғыр теленән, ваш – железо – тимер) ойконимдары шулай уҡ ландшафттың аҡланлы төрөн тасуирлай. Сат ойконимы (сат – юл саты)тауыл өсөн яйлы урынды, Ташлыкүл (ташлы) урындың характерын тасуирлай. Ултыраҡ йәшәү рәүеше йылдарына күскән осорҙа башҡорттар ауылдарҙы ҙур һәм бәләкәй йылға йәки күлдәр буйына төҙөргә тырышҡан. Шуға күрә күп кенә ауылдар йылға атамалары алған: Олойылға, Мутайылға, Урманкүл, Ҡарыш, Әлйәгеш, Олокүл, . улар араһында рус ауылдары ла бар: Рыбное озеро, Ключи, Живой родник, Ольховый ключ, Швея, Светлый ключ, Төй йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан Мало Тюй, Тюйск ауылдары атамалары гидронимдан килеп сыҡҡан. Йылға баштарынан йыраҡ түгел урынлашҡан ауылдар – Арбаш, Мутабаш, Төлгөҙбаш (Ар, Мута, Төлгөҙ йылға исемдәре, баш-баш, инеш). Әүәҙәй, Солтанай, Шишмә-Үрәкәй ауылдары атамаларындағы һүҙҙең икенсе өлөшө “ай”, “һыу” мәғәнәһе менән тап килә. Шуға күрә уларҙы ла ошо төркөмгә индерергә була. Баҙансат, Борма атамалары йылғаның һыу юлы үҙенсәлектәрен, күрһәтә (Баҙан – йылға исеме, сат – юл саты; Борма – борма һүҙенән, бормалы). Ҡыйғаҙы, Бағаҙы, Күнгәк, Барғаҡ, Үршиҙе, Ҡамашиҙе ойконимдары ҡыҙыҡлы. Ҡыйғаҙы, Бағаҙы атамаларында һүҙҙең икенсе өлөшө – “аҙы” (йылға, инеш) форманты, Үршиҙе, Ҡамашиҙе атамаларында “шиҙе” һәм “аҡ” мәҫәнәһе ҡышҡы осорҙа һыу өҫтөндә боҙ ҡатламы барлыҡҡа килгән бәләкәй инештәрҙе аңлата. Башҡа милләт кешеләренең күсеп килеүе Асҡын районының ойконимдар составын байыта. XVIII – XIXбыуаттарҙа беҙҙең районға күп кенә урыҫ, татар, мари халҡы күсеп килә. Улар үҙҙәренең йәшәү урынын төҙөй. Күп кенә урыҫ ауылдары башҡорт исемдәрен йөрөтә: Рус Ҡарышы (ҡарыш-пядь), Рус Ҡараһы (ҡара-этноним), шулай уҡ Марий-Эл (эл-ил). Район ауылдары исемендә новоселки, хутор, барак һүҙҙәре ҡулланылғандары бар. Был һүҙҙәр ауыл, ҡасаба һүҙҙәренән һуңыраҡ барлыҡҡа килеү сәбәпле, ауылдарҙың (Иҫке Хутор, Үрге Барак, Новоселки, Петровский Хутор) исемдәре үҙағас әҙерләү менән бәйле. Рус ойконимдары араһында күбеһе антропонимик сығышлы. Уларҙың күбеһе элек ошо ауылдар менән идара иткән помещиктар йәки беренсе килеп ултырған кешеләр фамилияларынан барлыҡҡа килгән Григорьевка, Гордино, Кушинка, Барахаевка, Царевка, Шорохово, Любимовка, Степановка, Королево, Пановка, Поповка, Герасимовка, Александрово, Матвеевка, Ковиновка, Кощеевка, Першино, Егорьевка, Семеновка, Дульцовка, Анастасьино, Петровское, Шулаковка, Марьевка, Ремино.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дөйөм топонимика. Жучкеевич В. А. 1968,
- Топонимика очерктары. Мурзаев Э. М.
- Географик атамаларҙың сере. Сергеев И. В.