Эстәлеккә күсергә

Атауальпа Юпанки

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Атауальпа Юпанки
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Аргентина
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Héctor Roberto Chavero
Вторая фамилия в испанском имени Aramburu[d]
Псевдоним Atahualpa Yupanqui
Тыуған көнө 31 ғинуар 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Пергамино[d], Буэнос-Айрес[d], Аргентина[4]
Вафат булған көнө 23 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2][1][3][…] (84 йәш)
Вафат булған урыны Ним[2]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][5]
Внебрачный партнёр Antoinette Pépin Fitzpatrick[d]
Һөнәр төрө музыкант, автор-исполнитель, яҙыусы, йырсы, йырҙар авторы, гитарасы, актёр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Коммунистическая партия Аргентины[d]
Музыка ҡоралы гитара һәм вокал[d]
Жанр пайяда[d] һәм халыҡ музыкаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт atahualpayupanqui.org.ar
Защитник авторских прав SADAIC[d][6]
 Атауальпа Юпанки Викимилектә

Атауальпа Юпанки (исп. Atahualpa Yupanqui, тыуғас та бирелгән исем-шәрифе Héctor Roberto Chavero Aramburo; Пергамино, 31 ғинуар 1908 — Ним, 23 май 1992) — аргентин автор-башҡарыусыһы, йырсы, гитарист, яҙыусы, фольклор йыйыусы һәм яҙыусы.

Атауальпа Юпанки.

Атауальпа Юпанки, тыумыштан Эктор Роберто Чаверо Арамбуро, Пергаминола (Буэнос-Айрестың провинцияһы), аргентин пампасында, Буэнос-Айрестан яҡынса 200 километрҙа донъяға килә. Атаһы ерле сығышлы метис була, әсәһе Басктар Илендә тыуған була. Ғаилә малайҙың 9 йәшлек сағында Тукуманға күсә. Инкаларҙың ике легендар хакимы иҫтәлегенә Атауальпа Юпанки тигән сәхнә псевдонимы ала һәм донъяға ошо исем менән билдәле була.

Йәшлек йылдарында Аргентинаның төньяғы буйлап сәйәхәт итә, гаучо һәм индеецтарҙың фольклорын өйрәнә. Аргентина Коммунистар партияһы ағзаһы була. 1931 йылда властан ҡыуылған президент Иполито Иригойенды яҡлау сараларында ҡатнаша һәм Уругвайға ҡасырға мәжбүр була. 1934 йылда Аргентинаға ҡайта. 1935 йылдан алып пианист Антониета Паула Пепин Фицпатрик менән бергә сығыш яһай, тиҙҙән өйләнешәләр.

Президент Перон идараһы ваҡытында цензура Юпанкиға бер нисә тапҡыр сығыш яһауҙы тыя; коммунистар менән бәйләнештәре өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына. 1949 йылда Францияға китә, шунда саҡта Европалағы тәүге дискын сығара.

1952 йылда Аргентинаға ҡайта, Кордова провинцияһындағы Серро-Колорадола төпләнә, Коммунистар партияһы ағзалығынан сыға. 1963—1964 йылдарҙа Колумбия, Япония, Марокко, Мысыр, Израиль, Италия буйлап гастролдәрҙә була. 1967 йылда Испания буйлап йөрөй, шунан һуң Парижда төпләнә, ҡыҫҡа сәфәрҙәр менән Аргентинаға барғылап тора. 1985 йылда Аргентинаның Konex фонды уға, һуңғы тиҫтә йыл эсендә илдәге иң популяр йырсы булараҡ, Аргентиналағы иң абруйлы наградаларҙың береһе һаналған Diamond Konex премияһын тапшыра.

1989 йылда Францияның мөһим мәҙәни үҙәге булып торған Нантер Университеты Юпанкиҙан Француз революцияһының 200 йыллығына бағышланған лирик кантата яҙыуҙы үтенә. «Изге һүҙ» (Parole sacrée) тип аталған был әҫәр было юғары француз властары алдында башҡарыла. Әҫәр тарихи ваҡиғаны иҫкә алыу ғына түгел, иҙелгән халыҡтарҙың бөтәһенә хөрмәт билдәһе тип ҡабул ителә.

Атауальпа Юпанки 1992 йылдың 23 майында, 84 йәшендә, Францияның көньяғындағы Ним ҡалаһында вафат була. Йырсы кәүҙәһенең көлө 1992 йылдың 8 июнендә ул яратҡан Колорадо тәбиғәт паркындағы бер ҡалҡыулыҡта һибелә.

Юпанкиҙың йырҙарын Факундо Кабраль, Мерседес Соса һәм башҡалар башҡара һәм халыҡҡа тарата.

  • «Basta Ya»[7]
  • «Los Hermanos»
  • «Viene clareando»
  • «El arriero»
  • «Zamba del grillo»
  • «La añera»
  • «La pobrecita»
  • «Milonga del peón de campo»
  • «Camino del indio»
  • «Chacarera de las piedras»
  • «Recuerdos del Portezuelo»
  • «El alazán»
  • «Indiecito dormido»
  • «El aromo»
  • «Le tengo rabia al silencio»
  • «Piedra y camino»
  • «Luna tucumana»
  • «Los Ejes De Mi Carreta»
  • «Sin caballo y en Montiel»
  • «Cachilo dormido»
  • «Tú que puedes vuélvete»
  • «Nada mas»
  • «Preguntitas sobre Dios»
  • Piedra sola (1940)
  • Aires indios (1943)
  • Cerro Bayo (1953)
  • Guitarra (1960)
  • El canto del viento (1965)
  • El payador perseguido (1972)
  • La Capataza (1992)
  • Hits Collection Yupanqui Atahualpa
  • Basta Ya 2006
  • ¡Soy Libre! ¡Soy Bueno! (1968)


  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118808214 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Atahualpa Yupanqui // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. https://www.lanacion.com.ar/espectaculos/musica/atahualpa-yupanqui-el-arte-de-la-contemplacion-y-la-historia-de-el-arriero-va-nid04122023/
  5. https://www.nytimes.com/1992/05/28/arts/a-yupanqui-84-performer-of-songs-of-argentina-s-past.html
  6. (unspecified title) (ингл.)
  7. Simon Broughton, Mark Ellingham — World Music: The Rough Guide. Latin and North America, .2000 -.. — Page 371 «A fine retrospective released after Yupanqui’s death in May 1992, featuring the best of his repertoire, including the classic „Basta ya“ („Enough of the Yankee telling us what to do“). Magia de Atahualpa Yupanqui (Toshiba. EMI, Japan).»