Таһир Таһиров
Таһир Таһиров | ||||||||
Исеме: |
Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | ||||||||
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Бишбүләк улусы[1], Муса ауылы | |||||||
Вафат булған көнө: | ||||||||
Гражданлығы: | ||||||||
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, журналист | |||||||
Наградалары: |
| |||||||
Ахунйәнов Таһир Исмәғил улы, әҙәби псевдонимы Таһир Таһиров (15 сентябрь 1923 йыл — 25 ноябрь 2013 йыл) — партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист, ғалим һәм яҙыусы. 1967—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 6—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (1961). 1943 йылдан КПСС, 1957 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1984 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Фәтих Кәрим (1998), Мәжит Ғафури (2005) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976, 1986), Халыҡтар дуҫлығы (1980) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов 1923 йылдың 25 сентябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Бишбүләк улусының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы) Муса ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙҙәрендәге башланғыс мәктәптән һуң Айыт ете йыллыҡ һәм Миәкә районы Мәнәүезтамаҡ урта мәктәрендә уҡый. 1940 йылда Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлай һәм Бишбүләк районыны Муса ауылындағы башланғыс, аҙаҡтан Яңы Васильевка ете йыллыҡ мәктәптәрендә балалар уҡыта.
1941 йылда Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә алына. Хәрби училище тамамлағандан һуң, взвод командиры вазифаһында Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы яуҙарҙа ҡатнаша. 1943 йылда Коммунистар партияһына инә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби ордендар һәм миҙалдар менән наградлана.
Армия сафтарынан 1946 йылда тыныс тормошҡа ҡайта һәм Яңы Васильевка ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә, әммә күп тә үтмәй ВЛКСМ-дың Бишбүләк район комитетына ойоштороу бүлеге мөдире итеп алына, ноябрь айында райкомдың II секретары итеп һайлана. 1948—1950 йылдарҙа Өфөлә Өлкә партия мәктәбендә уҡый һәм уны тамамлағандан һуң КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының лекторы, аҙаҡтан пропаганда бүлеге мөдиренең урынбаҫары була. 1957—1961 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбендә уҡып ҡайтҡандан һуң КПСС өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 1964 йылда «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең мөхәррире итеп раҫлана. 1967 йылдан алып 1987 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының идеология буйынса секретары булды.
Партия органдарында эшләгән осорҙа КПСС-тың XXVI съезына делегат, Башҡорт АССР-ының VI—X саҡырылыш Юғары Советтары депутаты итеп һайланды. Фиәҡәр һәм намыҫлы хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн өс тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены, миҙалдар, шул иҫәптән Монгол Халыҡ Республикаһы миҙалы менән наградланған. Уҙған быуаттың алтмышынсы — һикһәненсе йылдарында Башҡорт АССР-ы хеҙмәтсәндәренең төрлө өлкәләрҙә өлгәшкән күп яҡлы уңыштарында һис шикһеҙ Таһир Исмәғил улы Ахунйәновтың шәхсән өлөшө тос ҡына.
Әҙәби эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таһир Таһиров әҙәби ижад менән һуғышҡа тиклем үк шөғөлләнә башлай: төрлө гәзиттәрҙә үҙенең мәҡәләләрен һәм шиғырҙарын баҫтыра.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изгеләр күктәрҙә йәшәй: Повестар. — Өфө: Китап, 1998. — 367 бит.
- Лейтенанты: Повести и рассказы / Пер. с башк.- М.: Советский писатель, 1990. — 480 стр. (рус.)
- Три буранных дня: Повесть и рассказы / Пер. с башк. — М.: Сов. Россия, 1987. — 256 стр. (рус.)
- Зигуна: Повестар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 424 бит.
- Кукушки слышу счет: Повесть и рассказы / Пер. с башк. — М.: Современник, 1984. — 192 стр. (рус.)
- Ғәлиә: Повестар һәм хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 304 бит.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[2]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (25.05.1945)[3]
- Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Халыҡтар дуҫлығы ордены
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (30.04.1943)[4]
- Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия
- Мәжит Ғафури исемендәге премия
Әҙип тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рамазанов Г. Молоды мы были. «Литературная Россия», 1981, 20 ноябрь. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Намыҫҡа тоғролоҡ. «Совет Башҡортостаны», 1983, 16 декабрь.
- Рамазанов Ғ. Замандашлар язмышлары. «Ҡыҙыл таң», 1984, 6 сентябрь.
- Филиппов А. Последняя трава: О Т. Тагирове // Истоки, 2002, № 23. (рус.)
- Филиппов А. Последняя трава: Очерк о жизни и деятельности Т. И. Ахунзянова. — Уфа: Скиф, 2006. — 88 стр. (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы.
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бишбүләк районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 15 сентябрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- 25 ноябрҙә вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Алфавит буйынса журналистар
- СССР Журналистар союзы ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- Тарих фәндәре кандидаттары
- Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаттары
- Ф. Кәрим исемендәге премия (Бәләбәй районы) лауреаттары
- 6-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 10-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 11-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- КПСС ағзалары