Эстәлеккә күсергә

Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аҙнабаев Марат Талғат улы битенән йүнәлтелде)
Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы
Тыуған көнө

1 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (85 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы

Ил

СССР, Рәсәй

Ғилми даирәһе

офтальмология

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1986)

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
Почёт ордены — 1999
Салауат Юлаев ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999)
Сайт

http://m-aznabayev.narod.ru/

Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1 февраль 1939 йыл) — ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). РСФСР‑ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР‑ының (1977) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Почёт (1999), Салауат Юлаев (2004), Абхазия Республикаһының «Намыҫ һәм дан» (2004) ордендары кавалеры.

Т. Ә. Аҙнабаевтың улы, Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе бейе, башҡорт тарханы һәм кенәзе Мешәүле Ҡарағужаҡ вариҫы.

Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев 1939 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында тыуған.

1962 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң шунда уҡ эшләй, шул иҫәптән 1987—2011 йылдарҙа офтальмология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1980—2006 йылдарҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры, 1983 йылдан өлкә-ара күҙ микрохирургияһы етәксеһе.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Аҙнабаевтың ғилми эшмәкәрлеге яңы тыуған балаларҙың күҙ ауырыуҙарын диагностикалау һәм операция ярҙамында дауалауҙың яңы алымдарын эшләүгә арналған. Ул 600-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 140‑тан ашыу уйлап табыу авторы. Микрохирургик операцияларҙың яңы ысулдарын, хирургия инструменттарын эшләй. Өфө офтальмологтары ғилми мәктәбенә нигеҙ һала. Уның булышлығы һәм етәкселегендә Күмертау, Сибай, Туймазы, Учалы, Яңауыл ҡалаһы, Салауат районы Малаяҙ ауылындағы дауаханаларҙа офтальмология буйынса микрохирургия үҙәктәре ойошторола; интраокуляр һәм контакт линзалар етештереү буйынса лаборатория асыла.

1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Офтальмологтар ассоциацияһы президенты.

  • Руководство по глазной хирургии. М., 1976 (авторҙаш)
  • Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов. Уфа, 2007 (авторҙаш)
  • Атлас глазной патологии. 2-се баҫ. М., 2013 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]