Аҙнабаев Хәйбулла Ҡөҙрәт улы
Аҙнабаев Хәйбулла Ҡөҙрәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1903 |
Тыуған урыны | Мәзит, Муйнаҡ ауыл Советы, Ейәнсура районы |
Вафат булған көнө | 18 август 1944 |
Вафат булған урыны | Корчина[d], Кросненский повят[d], Подкарпатское воеводство[d], Польша |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Аҙнабаев Хәйбулла Ҡөҙрәт улы (рус. Азнабаев Хайбулла Кудратович; 1903—1944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се кавалерия полкының 1-се эскадроны ездовойы.[1], 1944 йылда 1-се гвардия кавдивизияһы штабында хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәйбулла Ҡөҙрәт улы Аҙнабаев 1903 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән кантоны (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Муйнаҡ ауыл Советы) Мәжит ауылында тыуған.
1941 йылдың декабрендә Ейәнсура районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны ездовойы була.
Иптәш Аҙнабаев, 1943 йылдың 23 октябренән 24 октябренә ҡаршы төндә, көслө миномёт-пулемёт уты аҫтында алғы һыҙыҡҡа боеприпастар ташыны. 24 октябрҙә, иптәш Аҙнабаев, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, өҫтөнә йөкмәп пулемёт уты аҫтында 500 метр араны 8 тапҡыр үтеп, алғы һыҙыҡҡа эҫе ашамлыҡ ташыны[3]. |
1944 йылда 1-се гвардия кавалерия дивизияһы штабында хеҙмәт итә.
1944 йылдың 18 авгусында һәләк була. Польшала Подкарпатское воеводствоһының Кросно ҡалаһы янында, Корчина ҡасабаһының төньяҡ-көнбайыш ситендә ерләнгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)[3]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҙнабаев Хәйбулла Ҡөҙрәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ейәнсура районы Мәжит ауылдында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 951.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Азнабаев Хайбулла Кудратович
- Память народа. Азнабаев Хайбулла Кудратович
- Дорога памяти. Хайбулла Азнабаев 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дорога памяти. Хайбулла Азнабаев 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Шаймуратовцы. Азнабаев Хайбулла Кудратович
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Память народа. Азнабаев Хайбулла Кудратович
- ↑ РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0