Эстәлеккә күсергә

Белорус Совет Социалистик Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(БССР битенән йүнәлтелде)
Белорус Совет Социалистик Республикаһы
бел. Беларуская Савецкая Сацыялістычная Рэспубліка
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 1 ғинуар 1919
Ҡыҫҡаса атамаһы Белорусская ССР, БССР, Білоруська РСР, БССР, БССР һәм Belorusiya SSR
Рәсми тел белорус теле һәм урыҫ теле
Гимн Гимн Белорусской ССР[d]
Описание девиза Пролетарии всех стран, соединяйтесь![d]
Девиз тексы Пралетарыі ўсіх краін, яднайцеся!
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  СССР
Административ үҙәк Минск
Административ-территориаль берәмек Литва-Белорус Совет Социалистик Республикаһы[d] һәм СССР
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан Беларусь
Идара итеү формаһы совет республикаһы[d]
Ойошма ағзаһы Беловежское соглашение[d], СССР, Договор об образовании СССР[d], БДО[1] һәм ЮНЕСКО
Халыҡ һаны 10 300 000 ± 10 000 кеше (1991)
Административ рәүештә бүленә Брест өлкәһе[d], Гродненская область[d], Витебская область[d], Могилёвская область[d], Гомель[d], Минская область[d], Белостокская область[d], Бобруйская область[d], Барановичская область[d], Молодечненская область[d] һәм Полесье өлкәһе[d]
Валюта Совет һумы[d]
Алдағы Социалистическая Советская Республика Белоруссия[d] һәм Литва-Белорус Совет Социалистик Республикаһы[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе СССР
Алмаштырылған Беларусь
Алыштырған Гомельская губерния[d]
Ҡулланылған тел белорус теле, урыҫ теле, Идиш һәм поляк теле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 25 август 1991
Майҙан 207 600 км²
Урынлашыу картаһы
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Белоруссии[d]
Карта
 Белорус Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә

Белорус Совет Социалистик Республикаһы, БССР (бел. Белару́ская Саве́цкая Сацыялісты́чная Рэспу́бліка, БССР) — Совет Социалистик Республикалар Союзы (СССР) составындағы союздаш республикаларҙың береһе, 1991 йылдың 19 сентябренән — Беларусь Республикаһы.

Тәүге тапҡыр 1919 йылдың 1 ғинуарында Белорус Сове́т Социалисти́к Респу́бликаһы атамаһы менән иғлан ителгән[2], шул уҡ 1919 йылдың 31 ғинуарында, бер ай эсендә, ул Рәсәй СФСР-ы (РСФСР) составынан сыҡҡан, ә 27 февралдә Литва Совет Республикаһы менән Литва-Белорус Совет Социалистик Республикаһына берләшкән һәм Литва һәм Белорус Социалистик Совет Республикаһын барлыҡҡа килтергән (ЛитБел ССР-ы)[3].

ЛитБел ССР-ы совет-поляк һуғышы барышында поляк оккупацияһы һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан. 1920 йылдың 12 июлендә РСФСР һәм Литва араһында төҙөлгән РСФСР — Литва Мәскәү килешеүе һөҙөмтәһендә ЛитБел ССР-ы фактик рәүештә йәшәүҙән туҡтаған. 1920 йылдың 31 июлендә, Минскиҙа Белорус Совет Социалистик Республикаһы яңынан барлыҡҡа килгәнлектән, ЛитБел ССР-ы юридик яҡтан юҡҡа сығарылған"[4], артабан Белорус Совет Социалистик Республикаһы тигән атама менән йөрөтөлгән. 1922 йылдың 30 декабрендә Белорус ССР-ы, 4 совет республикаһы араһында, СССР ойоштороу тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйған.

1990 йылдың 27 июлендә Беларусь Республикаһы (БССР) дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителгән.

1991 йылдың 19 сентябрендә БССР-ҙың атамаһы Беларусь Республикаһы тип үҙгәртелә, ә 1991 йылдың 8 декабрендә РСФСР һәм Украина вәкилдәре Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (СНГ) ойоштороу тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйған. Белорус ССР-ы ла, Украин ССР-ы менән бер рәттән, 1945 йылда барлыҡҡа килгән[5] Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына (БМО) суверенлы тиң хоҡуҡлы нигеҙ һалыусы (сооснователь) булып тора.

СССР составынан сығыу моментына булған флаг, 1995 йылға тиклем ҡулланылған. 1991 йылдың 19 сентябрендә Беларусь Республикаһының Юғары Советы «Беларусь Республикаһы Флагы тураһында» Законын ҡабул иткән: "Беларусь Республикаһының Дәүләт флагы тигеҙ киңлектәге горизонталь урынлаштырылған өс төҫлө буй киҫәк туҡыманы кәүҙәләндерә: юғары һәм аҫҡы киҫәге аҡ, ә урталағыһы ҡыҙыл төҫтә. Флагтың киңлегенең буйына ҡарата нисбәте -- 1:2". 1995 йылғы референдум йомғаҡтары буйынса юҡҡа сығарылған .

Тарихҡа тиклемге дәүер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың 25 мартында герман оккупацияһы шарттарында белорус милли хәрәкәте вәкилдәре бойондороҡһоҙ Белорус Халыҡ Республикаһы (БНР) булдырыу тураһында иғлан иткән. Герман империяһы Беренсе Бөтә донъя һуғышында ҡыйратылғандан һәм 1918 йылда герман ғәскәрҙәре эвакуацияланғандан һуң, Белорус Халыҡ Республикаһының күпселек өлөшө Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы (РСФСР) Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл армияһы ҡулында ҡалған. Белорус Халыҡ Республикаһы хөкүмәте Гродноға, артабан өлөшләтә Ковноға (Каунас) күсенгән.

1918 йыл һуңында белорус сәйәси һәм ижтимағи структуралары белорус дәүләтселеген төҙөү мәсьәләһенә төрлө ҡарашта торған. РКП (б)-ның Көнбайыш өлкә һәм фронты өлкә башҡарма комитеты һәм Төньяҡ-көнбайыш өлкә комитеты уны төҙөүгә ҡаршы сыҡҡан саҡта, Петербургтағы, Мәскәүҙәге һәм башҡа ҡалаларҙағы этник белорус ҡасаҡтары үҙҙәренең абруйлы ижтимағи-сәйәси ойошмаларын төҙөгән һәм үҙбилдәләнеш яҡлы булған.

1918 йыл һуңында белорус сәйәси һәм ижтимағи структуралары белорус дәүләтселеген төҙөү мәсьәләһенә төрлө ҡарашта торғандар[6]. РКП (б)-ның Көнбайыш өлкә һәм фронты өлкә башҡарма комитеты (бел. Аблвыканкамзах) һәм Төньяҡ-көнбайыш өлкә комитеты уны төҙөүгә ҡаршы булған саҡта, Петербургтағы, Мәскәүҙәге һәм башҡа ҡалаларҙағы этник ҡасаҡ-белорустар үҙҙәренең влиятельный ижтимағи-сәйәси ойошмаларын төҙөгән була һәм үҙбилдәләнеште хуплағандар[6].

1918 йылдың декабренә саҡлы совет партия етәкселегенең белорус совет дәүләтселеге тураһында билдәле позицияһы булмаған. Декабрь айында РСФСР Бөтөн Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетына (ВЦИК) Көнбайыш өлкә башҡарма комитетынан ошондай йөкмәткеле телеграмма килә: "Белоруссия, шулай уҡ Белорус Халыҡ Республикаһы (БНР) Радаһының, Белоруссияны халыҡ-ара таныу мәсьәләһе буйынса әүҙемлегенә бәйле, фекер алыштыҡ (будировали) ". Хәрби-сәйәси хәлдәрҙең үҙгәреүе сәбәпле, ҡарар ҡабул итеү өлгөрөп еткән була[7]. Белорус совет республикаһын төҙөү тураһындағы тәҡдимдәр алдараҡ ишетелгән булһа ла, РКП(б) Үҙәк Комитетының айырым иғтибарын РКП (б)-ның белорус секциялары конференцияһы ҡабул иткән ваҡытлы эшсе-крәҫтиән хөкүмәтен төҙөү, коммунистарҙың бөтөн Белорус съезын йыйыу һәм милли партия үҙәге булдырыу тураһындағы ҡарарҙары үҙенә йәлеп иткән[8]. 24 декабрҙә РКП (б) Үҙәк Комитетында белорус совет дәүләтселеген булдырыу мәсьәләһе ҡаралған[8]. 25 декабрҙә милләт эштәре буйынса халыҡ комиссары Иосиф Виссарионович Сталин Дмитрий Фёдорович Жилунович һәм Александр Фёдорович Мясников менән һөйләшеүҙәр алып барған һәм уларға РКП (б) Үҙәк Комитетының БССР-һын барлыҡҡа килтереүҙе хуплауын хәбәр иткән[8]. Әммә был ҡарарҙың сәбәптәрен Сталин айырым-асыҡ әйтеп бирмәгән, Үҙәк Комитет был ҡарарҙы хуплағанын аңлатҡан — «хәҙер әйтеп тороуҙың кәрәге булмаған бик күп фекерҙәрҙе ҡарағас, иптәштәрҙең Белорус совет республикаһын булдырыу тураһындағы талаптары менән ризалашырға булды»[9]. 27 декабрҙә Сталин ҡатнашлығында Мәскәүҙә уҙғарылған һуңғы һөйләшеүҙәрҙә буласаҡ дәүләттең сиктәре билдәләнгән (Гродно, Минск, Могилёв, Смоленск, Витебск губерналары)[10].

1918 йылдың 30 декабрендә Смоленск ҡалаһының хәҙерге Филармонияһы бинаһында Белоруссияның Төньяҡ-Көнбайыш өлкәһе Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһы (большевиктар) (РСДРП(б) ойошмаларының VI конференцияһы уҙған. РКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарарына ярашлы, көн тәртибенә Белорус совет республикаһын барлыҡҡа килтереү мәсьәләһе ҡуйылған[6]. Көнбайыш коммуна базаһында Белорус совет республикаһын төҙөү тураһындағы резолюция, икеләнгән биш кешене иҫәпкә алмағанда, бер тауыштан ҡабул ителгән[6].

Шул уҡ көндө яңы дәүләттең сиктәре тураһындағы Постановление ҡабул ителгән[6]. Яңы дәүләт территорияһы ете районға бүленгән — Минск, Смоленск, Могилёв, Витебск һәм Гродно губерналары, шулай уҡ Сувалков, Чернигов, Вилен һәм Ковен губерналарының бер нисә өйәҙе һәм за исключением нескольких уездов Смоленск һәм Витебск губерналарының бер нисә өйәҙен индермәгәндә, «Белорус Республикаһының төп үҙәге (ядро)» тип танылған[11].

30—31 декабрҙә ваҡытлы хөкүмәт һайланған. Был көндәрҙә Дмитрий Фёдорович Жилунович һәм Александр Фёдорович Мясников араһында, Жилуновичтың ваҡытлы хөкүмәттә Белорус милли комитеты (Белнацком) һәм Белорус коммунистик секциялары Үҙәк бюроһы вәкилдәренә күберәк урын алыу теләгенә бәйле, аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан, әммә, Сталин ҡыҫылғас, конфликт яйға һалынған[2]. Һөҙөмтәлә, Белнацком һәм белорус секцияларының Үҙәк Бюроһы (ЦБ) ваҡытлы хөкүмәттә 7 урын, ә Көнбайыш өлкә башҡарма комитеты һәм фронты һәм Төньяҡ-Кҡнбайыш өлкә комитеты вәкилдәре — 9 урын алған. Ваҡытлы хөкүмәт председателе (рәйесе) итеп Жилунович тәғәйенләнгән[2].

1919 йылдың 2 ғинуары кисендә радио аша Белорус Ваҡытлы эшсе-крәҫтиән совет хөкүмәтенең Манифесы тапшырылған (белорус вариантында — Маніхвэст часовага работніча-селянскаго савецкага правіцяльства Беларусі)[2]. Манифест ашығыс ҡына һәм хөкүмәттең биш кенә ағзаһы тарафынан (Жилунович, Червяков, Мясников, Иванов, Рейнгольд), башта рус телендә, һуңынан белорус теленә тәржемә ителеп, төҙөлгән була[2]. Был дата Совет Белоруссиияһының барлыҡҡа килгән көнө тип һанала.

1919 йылдың 3 ғинуарында Көнбайыш өлкәһе һәм фронты өлкә башҡарма комитеты, Белоруссия ССР-ының ваҡытлы хөкүмәтенә власть тапшырып, үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан[12]. 1919 йылдың 5 ғинуарында Белорус ССР-ы хөкүмәте Смоленск ҡалаһынан Минскиға күскән[13].

16 ғинуарҙа РКП(б) Үҙәк Комитеты пленумында «Белорус Республикаһы составында ике губерна — Минск һәм Гродно губерналарын ҡалдырып, унан Витебск, Смоленск һәм Могилёв губерналарының бүленеп сығыу» мәсьәләһе ҡаралған[14]. Бынан тыш, Литва менән ҡушылыуға әҙерләнеү, ә перспективала — Рәсәй һәм башҡа республикалар менән ҡушылыу тәҡдиме индерелгән[14].

РКП(б) Үҙәк Комитеты Постановлениеһын Белорус ССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитетының күпселек ағзалары тиҫкәре ҡабул иткән[15], әммә Бөтөн рәсәй үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) председателе (рәйесе) Яков Михайлович Свердловтың «урындағы Советтар аша, ә һуңынан — Белоруссия съезы аша үткәрергә» тигән предписание яҙылған телеграммаһынан һуң был ҡарар, постановление иң ахыры губерна партконференцияларында хупланған[15]. Республика территорияһын директив үҙгәртеүгә ҡаршы булған өс халыҡ комиссары, протест күрһәтеп, хөкүмәт составынан сыҡҡан[16]. Бынан тыш, урындарҙа ла шундай эшмәкәрлек хупланмаған — шулай, Невель өйәҙ конференцияһы, 21 тауыш биреп (2 ҡаршы), РСФСР составына Витебск губернаһын тапшырыуға ҡаршы резолюция ҡабул иткән[16].

1919 йылдың 31 ғинуарында РСФСР Бөтөн Рәсәй Башҡарма Комитеты (ВЦИК) Белоруссия ССР-ының бойондороҡһоҙлоғон таныған[17]. 1919 йылдың 2 февралендә Минскиҙа, 3 февралдә Белорус Совет Социалистик республикaһының Конституцияһын ҡабул иткән, Эшсе, һалдат һәм ҡыҙылармеец депутаттарының I Бөтөн белорус съезы эшен башлаған[17]. Съезда, Минск губернаһынан 121, Смоленск губернаһынан 49 ҡатнашыусыны индереп (Витебскиҙан бер кеше лә булмай), барыһы 230 делегат ҡатнашҡан; съезда шулай уҡ Яков Михайлович Свердлов ҡатнашҡан[17]. Съезда, Мясников етәкләгән һәм тағы уның составына Белорус Милли Комитеты (Белнацком) ике вәкиле ингән Белорус ССР-ы Үҙәк башҡарма Комитеты (ЦИК) һайланды[3]. 1919 йылдың 27 февралендә ССР Белоруссия ССР-ы, Литва совет республикаһы менән Литва-Белорус Совет Социалистик Республикаһын — ССР Литбел ССР-ын барлыҡҡа килтерҙе[3]. Литбел ССР-ы, Совет-Польша һуғышы барышында, территорияһын Польша Республикаһы ғәскәрҙәре менән яулап алыныу сәбәпле, юҡҡа сыҡҡан.

Файл: Soviet Union — Belarus (1924).svg|thumb|350px|1924 йылда Белорус ССР-ы 1920 йылдың 31 июлендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армия Белоруссияның шаҡтай ҙур өлөшөн азат иткәндән һуң республиканың үҙаллылығы тергеҙелгән һәм уның атамаһы ла Белорус Социалистик Совет Республикаһы тип үҙгәртелгән. Шул уҡ көндө газете «Совет Белорусы» гәзитендә БССР бойондороҡһоҙлоғо тураһында Декларация баҫылып сыҡҡан[18][19]. БССР — 1922 йылда СССР барлыҡҡа килеүе тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған дүрт республиканың береһе. 1924 йылдың мартында һәм 1926 йылдың декабрендә часть территории РСФСР территорияһының бер өлөшө, атап әйткәндә: Витебск менән бергә Витебск губернаһының бер өлөшө, Орша менән бергә Смоленск губернаһының бер өлөшө, Гомель менән бергә Гомель өлкәһенең бер өлөшө Белорус ССР-ына бирелгән. Шулай итеп, территория БССР территорияһы ике тапҡырҙан артыҡҡа ҙурайған, ә уның көнсығыш сиге Речь Посполитая дәүләтен беренсе тапҡыр бүлгән осорҙағы Бөйөк Литва кенәзлеге сиктәре менән тап килгән.

БССР составына РСФСР эсендә ҡалған башҡа этник территориялар — Смоленщина тотошо менән тиерлек һәм Брянщинаның бер өлөшө кире ҡайтарылыр тип көтөлгән була. Ләкин СССР-ҙа 1920-се йылдарҙа партия элитаһына ҡарата йүнәлтелгән сәйәси репрессиялар башланғанлыҡтан, был мәсьәлә башҡа ҡуҙғатылмаған.

1936 йылға саҡлы, белорус һәм рус теле менән бер рәттән, республиканың рәсми теле булып поляк һәм идиш телдәре һаналған. «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» («Пролетарии всех стран, соединяйтесь!») лозунгыһы БССР гербында дүрт телдә яҙылған булған.

1939 йылдың 10 октябрендә СССР һәм Литва Республикаһы араһында БССР составынан Литваға Вильнаны һәм Вилен өлкәһенең бер өлөшөн биреү тураһында Килешеү төҙөлгән[20] БССР вәкилдәре килешеү шарттарын тикшергәндә лә, һөйләшеү барышында ла, килешеүгә ҡул ҡуйғанда ла ҡатнашыуға саҡырылмаған [[s:СССР-ҙың 1939 йылдың 2 ноябрендә ҡабул ителгән СССР-ға Көнбайыш Белоруссияны ҡушыу һәм был ерҙәрҙең БССР-ға яңынан ҡушылыуы тураһындағы Законы]].

БССР һәм Литва Совет Социалистик Республикаһы араһындағы сик 1940 йылдың 6 ноябрендә урынлаштырылған s:СССР Юғары Советы Президиумының Белоруссия ССР-ы һәм Литва ССР-ы араһында сик билдәләү тураһындағы 1940 йылдың 6 ноябрь Указы менән. Һуғыштан һуң БССР-ҙан Литва ССР-ына өҫтәп тағы территориялар бирелгән (шулар иҫәбендә Швянчёнис (Свенцяны), Девянишкес (Девянишки) һ.б.)

1943 йылдағы Тәһран конференцияһында киләсәк совет-поляк сигенең нигеҙенә «Керзон линияһы» һалынған, ә Польшаға БССР составынан Белосточчинаны биреү СССР-ға Көнсығыш Пруссияның төньяҡ өлөшөн (барлыҡҡа киләсәк Калининград өлкәһе) биреү аша компенсацияланған.

1945 йылдың 25 июнендә Белорус ССР-ы һәм Украин ССР-ы шул уҡ йылдың 24 октябредә көсөнә ингән БМО (ООН) Уставына ҡул ҡуйған. Донъяның 51 иле араһында улар БМО (ООН) ойоштороусылары булып тора[21].

Белоруссия 1958 йылда Ленин ордены менән бүләкләнгән[22].

1991 йылдың 19 сентябрендә, Беларусь Республикаһы атамаһын ҡабул иткәндән һуң, тағы 3 айға яҡын СССР составында булған. «Белорус Совет Социалистик Республикаһы» тигән атаманы һәм уның ҡыҫҡартылған варианттарын 1991—1993 йылдарҙа рәсми бланкыларҙа, мисәттәрҙә, штамптарҙа һ.б. ҡулланыу рөхсәт ителгән[23]. Белоруссия 1991 йылдың 8 декабрендә СССР-ҙың юҡҡа сығарылыуы тураһындағы Беловежье килешеүенә ҡул ҡуйған өс Республиканың береһе булды (Беларусь Республикаһында 1991 йылдың 10декбрендә көсөнә инде). Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Беларусь Республикаһы (Белорус ССР-ының 1978 йылғы) Конституцияһында СССР-ҙы иҫкә алыу, 1994 йылдың март айында ҡабул ителгән яңы Конституцияһы барлыҡҡа килгәнсе, дауам иткән, тиҙәр[24].

Майҙаны һәм халҡы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Майҙаны
(тыс. км²)
Халҡы
(млн ч.)
1921 52,4 1,544
1924 110,6 4,2
1926 126,3 4,9
1939 223 10,2
1959 207,6 8,06
1970 207,6 9,002
1979 207,6 9,53
1989 207,6 10,15
1991 207,6 10,3

Территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Белорус ССР-ы округтары.png
1926 йылғы Белорус ССР-ы округтары картаһы
БССР-ҙың 1944—1946 йылдарҙағы административ бүленеше
Йыл Өлкәләр Округтар Райондар Ауыл советтары Ҡалалар Эшселәр ҡасабалары Ҡала тибындағы ҡасабалар
10[25] 100[26] 1202[26] 25[26]
1928 -[25] 8[25]
1934 -[25] -[25]
1935 -[25] 4[25]
1938 5[25] -[25] 90[25] 1420[25] 32[25] 14[25] 68[25]

s:СССР Юғары Советы Президиумының БССР составында Баранович, Белосток ... ойошторолоуы тураһында 1939 йылдың 4 декабрь Указы нигеҙендә БССР составында Баранович, Белосток, Брест, Вилей һәм Пинск өлкәләре ойошторолдо. 1940 йылдың 4 апрелендә СССР Юғары Советы Совет күрһәтелгән өлкәләрҙе булдырыуҙы раҫланы[27]. s:СССР Юғары Советы Президиумының Бобруйск, Гродно һәм Полоцк өлкәләрен ойоштороу тураһындағы 1944 йылдағы 20 сентябрь Указы в составе БССР составында Бобруйск, Гродно һәм Полоцк өлкәләре, [[s:СССР Юғары Советының Президиумының Белорус ССР-ы Вилейск өлкәһенең өлкә үҙәген күсереү һәм Вилейск өлкәһенең атамаһын үҙгәртеү (шул уҡ число менән күрһәтелгән Указ буйынса) тураһындағы 1944 йылдың 20 сентябре Указы нигеҙендә Вилейск өлкәһе үҙәге Молодечно ҡалаһына күсерелгән һәм Вилейск өлкәһе Молодечно өлкәһе тип йөрөтөлә башлаған.

1991 йылға ҡарата:

  • Брест өлкәһе (1939 йылдың 4 декабренән)
  • Витебск өлкәһе (1938 йылдың 15 ғинуарынан)
  • Гомель өлкәһе (1938 йылдың 15 ғинуарынан)
  • Гродно өлкәһе (1944 йылдың 20 сентябренән)
  • Минск өлкәһе (1938 йылдың 15 ғинуарынан)
  • Могилёв өлкәһе (1938 йылдың 15 ғинуарынан)

Элегерәк шулай уҡ бар ине:

  • Баранович өлкәһе (1939 йылдың 4 декабренән 1954 йылдың 8 ғинуарына саҡлы, вошла в Брест, Гродно, Минск һәм Молодечно өлкәләренә ингән)
  • Белорус ССР-ының Белосток өлкәһе (1939 йылдың 4 декабренән 1944 йылдың 20 сентябренә саҡлы, күпселек өлөшө Польшаға, бәләкәй өлөшө — Гродно өлкәһенә бирелде)
  • Бобруйск өлкәһе (1944 йылдың 20 сентябренән 1954 йылдың 8 ғинуарына саҡлы, Гомель, Минск һәм Могилёв өлкәләренә ингән)
  • Вилейск өлкәһе (1939 йылдың 4 декабренән 1944 йылдың 20 сентябренә саҡлы, Молодечно өлкәһе тип үҙгәртелгән, бер өлөшө Полоцк өлкәһенә ингән)
  • Молодечно өлкәһе (1944 йылдың 20 сентябренән 1960 йылдың 20 ғинуарына саҡлы, Витебск, Гродно һәм Минск өлкәләренә ингән)
  • Пинск өлкәһе (1939 йылдың 4 декабренән 1954 йылдың 8 ғинуарына саҡлы, Брест өлкәһенә ингән)
  • Полесье өлкәһе (1938 йылдың 15 ғинуарынан 1954 йылдың 8 ғинуарына саҡлы, вошла в Гомель өлкәһенә ингән)
  • Полоцк өлкәһе (1944 йылдың 20 сентябренән 1954 йылдың 8 ғинуарына саҡлы, Витебск һәм Молодечно өлкәләренә ингән)
  1. Charta Spojených národů (яп.) — 1945.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 (Бригадин Пётр Иванович) Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 102
  3. 3,0 3,1 3,2 Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 112.
  4. Бригадин Пётр Иванович (Брыгадзін П. І.), Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 132
  5. Согласно стт. 14-15 Конституции СССР 1936 года, формально декларируемый суверенитет союзных республик был ограничен по ряду вопросов, отданных в общесоюзное ведение. Статья 20 устанавливала примат (превосходство) общесоюзных законов над республиканскими. Это, однако, не влияло на возможность самостоятельного международного представительства республик, которая отдельно подчёркивалась статьёй 18-а в редакции 1944 года.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 101
  7. Бригадин Пётр Иванович (Брыгадзін П. І.), Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 97
  8. 8,0 8,1 8,2 Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 99
  9. Запись разговора по прямому проводу И. В. Сталина с председателем Северо-западного областного комитета РКП(б) А. Ф. Мясниковым о государственном строительству Белоруссии // Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 265—266
  10. Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 100
  11. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; bl.267 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  12. Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 102—103
  13. Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 103
  14. 14,0 14,1 Протокол пленума Центрального Комитета Российской Коммунистической партии // Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 278—279
  15. 15,0 15,1 Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 108
  16. 16,0 16,1 Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 109
  17. 17,0 17,1 17,2 Брыгадзін П. І., Ладысеў У. Ф. Беларусь паміж Усходам і Захадам: Станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.). — Мн.: БДУ, 2003. — С. 111
  18. Вадим Деружинский. Белорусские национальные реалии // Аналитическая газета «Секретные исследования», № 10, 2008
  19. Вадим Деружинский. «Литвины» или «литовцы»? // Аналитическая газета «Секретные исследования», № 19, 2011
  20. Старые газеты : Библиотека : Пропагандист и агитатор РККА : №20, октябрь 1939г. www.oldgazette.ru. Дата обращения: 19 сентябрь 2016. 2011 йыл 23 август архивланған.
  21. Подписание устава ООН — UN.org
  22. Старые газеты : "Северный колхозник", 25 декабря 1958 г. (стр. 1). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  23. О названии Белорусской Советской Социалистической Республики и внесении изменений в Декларацию Верховного Совета Белорусской Советской Социалистической Республики о государств… 2015 йыл 27 май архивланған.
  24. Беларусь Республикаһы Конституцияһы (1978)/1994 йылдың 22 февраль редакцияһы
  25. 25,00 25,01 25,02 25,03 25,04 25,05 25,06 25,07 25,08 25,09 25,10 25,11 25,12 25,13 1938 йылдың 1 октябренә СССР союз республикаларының административ-территориаль бүленеше. Издательство «Власть Советов», Москва, 1938 год
  26. 26,0 26,1 26,2 Территориальное и административное деление Союза ССР на 1-е января 1926 года, Москва, 1926
  27. [[s:СССР-ҙың Конституцияһына (Төп Законына) 29-а, 29-б статьяларына өҫтәмәләр индереү һәм 22, 23, 27, 28, 29 һәм 77-се статьяларын үҙгәртеү һәм өҫтәмәләр индереү тураһындағы ССР-ҙың 1940 йылдағы 4 апрель Законы]]
  • Круталевич, В. А. Административно-территориальное устройство БССР / В. А. Круталевич. — Минск : Наука и техника, 1966. — 133 c.
  • Круталевич, В. А. Рождение Белорусской Советской Республики : На пути к провозглашению Республики : Октябрь 1917 — декабрь 1918 г. / В. А. Круталевич. — Минск : Наука и техника, 1975. — 334 c.
  • Круталевич, В. А. Рождение Белорусской Советской Республики : Провозглашение Республики, развертывание национально-государственного строительства : Ноябрь 1918 — февраль 1919 г. / В. А. Круталевич. — Минск : Наука и техника, 1979. — 334 с.
  • Круталевич, В. А. На путях самоопределения : БНР — БССР — РБ / В. А. Круталевич. — Минск : Право и экономика, 1995. — 139 с.
  • Круталевич, В. А. История Беларуси : становление национальной державности (1917—1922 гг.) / В. А. Круталевич. — 2-е изд., доп. — Минск : Право и экономика, 2003. — 585 с.