Эстәлеккә күсергә

Баһаманов Камил Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Багаманов Камиль Шакирович битенән йүнәлтелде)
Баһаманов Камил Шакир улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 23 декабрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Кесе Бишҡураз, Өсбүлә ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы
Вафат булған көнө 28 октябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим

Баһаманов Камил Шакир улы (23 декабрь 1916 йыл — 28 октябрь 1998 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1963). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.

Камил Шакир улы Баһаманов 1916 йылдың 23 декабрендә Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы) Кесе Бишҡураз ауылында тыуған. 1941 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1941 йылдың июнендә Өфө ҡалаһынан фронтҡа китә. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында рота командиры, Көнбайыш фронттың юл-эксплуатация батальоны 132-се бүлегенең штаб начальнигы була. Мәскәүҙән Берлинға тиклем һуғыш юлы үтә. Калинин һәм 3-сө Белорус фронттарының 31-се Армияһы составында дошмандарҙы Калининград, Ржев янында тар-мар итеүҙә, Смоленщинаны һәм Белоруссияны азат итеүҙә, Польша, Көнсығыш Пруссия, Үҙәк Германия һәм Чехословакия ҡырҙарында дошман бастиондарын ҡыйратыуҙа ҡатнаша.

1942 йылда һул ҡулының суғы үтәнән-үтә яралана.

1944 йылдың майынан КПСС ағзаһы.

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары, «Германияны еңгән өсөн» миҙалы, «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы, Георгий Жуков миҙалы, юбилей миҙалдары һәм «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылдан алып СССР Дәүләт резервтары министрлығының Башҡортостан территориаль идаралығында, 1949 йылдан — СССР Дәүләт контроле министрлығының Башҡорт АССР-ы буйынса баш контролёрҙар төркөмөндә эшләй. 1958—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре. Фәнни тикшеренеүҙәре үҫемлекселектең иҡтисади нәтижәлелеге мәсьәләләренә арнала. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

  • Размещение и экономическая эффективность технических культур. Уфа, 1963;
  • Экономика производства зерна в Башкирской АССР. Уфа, 1969;
  • Факторы расширенного воспроизводства сельскохозяйственной продукции. Уфа, 1972;
  • Производство зерна в Башкирии. Уфа, 1974.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
  • «Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы
  • Георгий Жуков миҙалы
  • юбилей миҙалдары
  • «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы