Эстәлеккә күсергә

Байғазы (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Байғазы — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Байғазы исеме саф башҡорт исеме, шулай уҡ ғәрәп телендә лә был исем бар. Шуға ике мәғәнәлә йөрөй: башҡорт телендә — бүләк, ғәрәп телендә еңеүсе тигнәде аңлата[1].

Байғаҙы Ҡоҙамышев (18-се быуаттың сиреге — 1800 йылдан һуң) — Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Әйле улусы старшинаһы. Е. И. Пугачёв полковнигы.

Байгоза Наймантаев (1705—1803) — ҡаҙаҡ батыры. Атаһы Наймантай батыр Сутемген улы Тәүке хандың төп батырҙарының береһе булған. Батыр исеме Джунгар ябырылыуы ваҡытында ишетелә[2]

Эмир Кенжетдин улы Байғазин (19 июль 1984 йыл) — Ҡаҙағстан кинорежиссёры, сценарист һәм актер, башлыса автор киноһы алып бара.[3]

Байғаҙы (Силәбе өлкәһе) (рус. Байгазина) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Ҡолой ауыл биләмәһе составына инә.

Байғаҙы (рус. Байгазино) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл.

Байгазы (ҡаҙ. Байғазы) — Ҡаҙағстан Республикаһының Алматы өлкәһе Керболаҡ районыныдағы ауыл. Алтынемел ауыл округы составына инә.[4]

Байғаҙы ауылы тарихы


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ