Балыҡлы
Балыҡлы | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Балыҡлы (рус. Балыклы) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 677 кеше[1]. Почта индексы — 453296, ОКАТО коды — 80254810001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балыҡлы — ерһеҙ башҡорттарҙың этник яҡтан ҡатнаш тораҡ пункты. 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа Ҡарғалынан (Сеидовский пасад ) аҫаба башҡорт ҡатламына ингән 205 Ҡаҙан татары йәшәгән Балыҡлы ауылы айырым теркәлә. Улар, башҡорттарҙан ер һатып алыу тураһындағы 1751 йылғы килешеүе нигеҙендә, был ауылға килеп төпләнгән була. 1795 йылғы V рәүиз материалдарында 65 ихатала 488 башҡорт, 21 ихатала 141 яһаҡ татары, 1 ихатала 4 служивый татар йәшәүе күренә. Һуңынан Сәйет биҫтәһенән мещандар һәм сауҙагәрҙәр килеп ултыра. Шул уҡ халыҡ иҫәбен алыуҙа Юрматы улусы Тәтегәс түбәһенең 22 йорто составында 319 башҡорт (147 ир-егет һәм 172 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән Балыҡлы ауылы айырым теркәлә. Был ауылдың 6 ир-егетенең икешәр ҡатын менән йәшәүе лә билдәләнә. Башҡорттар 13 ихатала йәшәй. 1850 йылғы рәүиз материалдарында 17 ихатала 385 (186 ир-егет һәм 199 ҡатын-ҡыҙ) башҡорт күрһәтелә. Яһаҡ татарҙарынан торған дәүләт крәҫтиәндәре төркөмө (153) айырым иҫәпкә алына[2].
1842 йылда 522 кешегә ужым игене — 512, яҙғы иген 1824 бот сәселә[3]. 1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу 1-се Балыҡлылағы 296 ихатала 1495 башҡорт һәм 2-се Балыҡлылағы 78 ихатала 383 татарҙың йәшәүе тураһында мәғлүмәт теркәлә. Хәҙерге ваҡытта Фёдоровка районында бер генә Балыҡлы ауылы бар[2].
Балыҡлы ауылында XVIII—XX быуат башында 1-се йәмиғ мәсете эргәһендә мәҙрәсә эшләй.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 677 | 296 | 381 | 43,7 | 56,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәбибуллин Рәйес Рәхмәтулла улы (27.12.1938—28.07.2012), ғалим-инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1994). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1976, 1979)[4].
- Әмиров Марс Басыр улы (2.02.1939—10.02.2010), ғалим-агроном, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1966—2002 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1995)[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 199-200. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 139 2022 йыл 28 март архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Хәбибуллин Рәйес Рәхмәтулла улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әмиров Марс Басыр улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2019)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 192. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балыҡлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2018)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |